RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Тетрәндергес яҙмыштар

30.10.2018 Тетрәндергес яҙмыштар

Тетрәндергес яҙмыштар
30 октябрь – Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө

СССР тарихында иң ҡара биттәр – ул сәйәси репрессия йылдары. Халыҡты нахаҡҡа ғәйепләп, уйҙырмалар табып, «фаш итеп», ҡурҡытып, физик һәм рухи яҡтан һындырған осор… Золом йылдары бер нисә тулҡындан тора. Тәүгеһе 1929 – 1930 йылдар, икенсеһе, иң фажиғәлеһе, 1937 –1938 йылдар һәм һуңғыһы, 50-се йылдар башындағы репрессияның ҡанлы тәгәрмәстәре күпме яҙмышты иҙеп, артабан оҙаҡ ваҡытҡа имгәтеп ҡалдыра. Иң булдыҡлы шәхестәрҙе юҡҡа сығарған репрессия бер төбәкте, халыҡты, милләтте лә урап үтмәгәндер. Нахаҡҡа рәнйетелгән йәндәр, әрнеү-ғазаптарға дусар ителгән, үлем язаһына тарттырылған ҡәүемдәр Әбйәлил районының Ташбулат ауылынан да булған. Мәҫәлән, Ситдиҡовтар – илдәге социализмды нығытыу өсөн йәш быуынды белемле итеүгә йәне-тәне менән бирелгән уҡытыусылар, йәнәһе, ил именлегенә аяҡ салырға маташҡан. Улар хаҡында мәғариф ветераны Миңзәлә Мөхәмәтғәли ҡыҙы Нафиҡова бәйән итте.

Һарун Ситдиҡов, бала сағында тома етем булып ҡалыуына ҡарамаҫтан, тырышлығы, ныҡышмалылығы һәм һәләте менән тормошта үҙ урынын тапҡан шәхес була. Етем малай Ҡарабалыҡты күленән балыҡ тотоп, Смеловск һәм башҡа яҡын тирәләге рус ауылдарына алып барып һата. Ошо кәсеп арҡаһында бала тамағын туйҙыра, үҙ-үҙен хәстәрләй. «Знакумдар» менән йыш аралашҡан Һарун рус телен бик яҡшы өйрәнә. Сираттағы сәфәренән ҡайтып килгәндә уға таныш булмаған кешеләр осрап, юлды һораша. Башҡорт малайының тап-таҙа рус телендә яуап биреүенә, ҡалаға илткән юлды аңлатыуына таң ҡала юлсылар. Баланың үҙе менән дә ҡыҙыҡһыналар, етем икәнен белгәс, уҡырға теләйһеңме, тип һорайҙар. Һарун ризалығын белдереп, баш ҡаға. Юлсылар уны үҙҙәре менән Верхнеуральск ҡалаһына алып китә. Ана шулай башлана белем тауына үрләү – үҫмер урындағы мәҙрәсәне, артабан Ҡазан ҡалаһындағы Уҡытыусылар семинарияһын тамамлай. Йылдар уҙғас, дипломлы белгес Белорет ҡалаһына эшкә килә.
Тау исправнигы Мөжәһетдин Малиҡов исемле хәлле кеше зыялылар ойошторған осрашыуҙарҙа йәш уҡытыусыны күреп ҡала. Бай тәртипле, уҡымышлы егетте оҡшата һәм кейәү итергә теләй. Һарун да байҙың рус, ғәрәп, немец телдәрен һыу кеүек эскән, пианинола уйнаған, ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ ҡыҙына ғашиҡ була. Шулай итеп ул Фатима Малиҡоваға өйләнә. Әйткәндәй, кәләшенең бер туған һеңлеһе Фатиха – Муса Мортазиндың ҡатыны. Мөжәһетдин байҙың өс ҡыҙы ла яҡшы белемле, ҡул эштәренә оҫта булған.
1912 йылда тыуған ауылында рус-башҡорт мәктәбе асылғас, Ситдиҡовтар Ташбулатҡа күсеп ҡайта. Һарун белем усағы менән етәкселек итә, рус теленән белем бирә. Итәғәтле уҡытыусыны ауыл халҡы хөрмәт итә. Ғаилә ишәйә, бер-бер артлы алты бала донъяға килә.
Граждандар һуғышы осоронда Әбйәлил төбәгендә ҡанлы бәрелештәр күп була. Был төбәктәге күп яу менән етәкселек иткән легендар комбриг йыш ҡына Ташбулаттағы бажаһына килеп йөрөй. Мусаның писары Һарундың йортона Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәре йыш килә. Шул иҫәптән Әхмәтзәки Вәлиди ҙә. Һуғыштан һуң да, Муса Мортазин Ташбулатҡа юлды онотмай. Комбригтың айырыуса ярат­ҡан байрамы һабантуй була. Автомобиль менән дә йыш килә. Быуаттың техника мөғжизәһен ҡарарға барлыҡ ауыл халҡы йыйыла. 1937 йылда тап ошо факттар Һарун һәм уның оло улы Рөстәмде ҡулға алыу сәбәбе булып тора ла инде.
– Фатима өләсәйем һөйләп ҡалдырыуынса, ҡулға алырға ноябрҙең бер төнөндә киләләр. Уҡымышлы кешенең бик бай китапханаһы була. Барлыҡ китапты өй алдына сығарып, ҙур усаҡ итеп яғалар, тентемәгән ерҙе ҡалдырмайҙар. Тәүге төндә Һарунды алып китһәләр, икенсе төндә Рөстәм артынан киләләр. Милиционерҙар, икенсе тапҡыр килгәнендә, береһе бабайҙың бүреген, икенсеһе тунын, итеген һалдырып алып кейеп алған була. Балалары, төрмәлә таланған, кейемһеҙ ҡалған ғаилә башлығын йәлләп, аһ итә, –тип һөйләй Ситдиҡовтың бүләсәре Миңзәлә апай.
Ә Рөстәм, Троицк ҡалаһында гимназия тамамлап, яңы асылған Күсем руднигы мәктәбендә директор вазифаһын башҡара, балалар­ҙы рус теленән уҡытҡан була. Уның ҡатыны – Күсем ауылының Хәйбуллиндар нәҫеленән булған Шәкир Ғәлимовтың ҡыҙы Мәрхәбә дүрт бала менән тороп ҡала. Ҡатындың күңелендә быға тиклем дә репрессия шауҡымы юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдыра. Сөнки уның ата-әсәһен кулак тип, мал-мөлкәттәрен тартып алып, 1929 йылда Кемерово өлкәһендәге Про­копьевск ҡалаһына ҡыуалар. Күсем ауылында Шәкир Ғәлимовтың йорто оҙаҡ йылдар – мәктәп, ә таш һарайы магазин итеп ҡулланыла.
Фатима ҡулға алынған ире менән улын Асҡарҙан Белорет төрмәһенә ҡасан оҙатасаҡтарын белеп ҡала. Балаларын да, киленен дә ҡаты тыйып, булған аҙыҡ-түлекте төйнәп, ауыл аша үтәсәк ылауға сыға. Һаҡсыларҙың яҡын килмәҫкә ҡушып ҡысҡырыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡатын ғәзиз кешеләрен күреп өлгөрә. Әсә йөрәге тыйыуҙарҙан ҡурҡып торамы ни, ул санала ултырған улының аяҡтарын барып ҡосаҡлай. Милиционерҙар тупаҫ ҡыланып, ҡатынды юл ситенә этеп ебәрә. Фатима күҙ йәштәренә ирек биреп, ҡар өҫтөндә ятып ҡала. Рөстәм шул арала хат ташлап өлгөрә. Унда: «Атайыма ла, миңә лә ныҡ бәйләнәләр, күп ғәйеп тағалар. Беҙ, ахыры, ҡайта алмаҫбыҙ. Мәрхәбә, хәлеңдән килгәнсе ҡыҙҙарҙы уҡыт», – тип яҙылған була. Ысынлап та, ошо китеүҙәренән әйләнеп ҡайтырға насип булмай – советҡа ҡаршы эшмәкәрлектә бер түгел биш статья менән ғәйепләнгән Һарунды бер нисә көндән, ә 29 йәшлек Рөстәмде март айында атып үлтерәләр. Шулай итеп, һис тә совет власына ҡаршы йөрөмәгән, ә тик белемле булғандары өсөн генә аталы-уллы нахаҡҡа язаға тарттырыла. Сәйәси золомға дусар булғандарҙың әсе яҙмыштарының күләгәһе балаларына ла төшә. Бынан һуң уларҙың ғаилә ағзалары кәмһетеүҙәргә һәм эҙәрлекләүгә дусар була. Кисә генә яҡшы мөғәмәлә булған уҡытыусылар, мортазинсылар, тип балаларҙы һыйҙырмай, уҡыуға ныҡ һәләтле Ситдиҡовтарҙы дәрестәр­ҙә күрмәмеш булып ҡылана. Заманаһы шулай булғандыр инде – бөгөн «халыҡ дошманы» балаһына яҡшы билдә ҡуйһаң, иртәгә үҙеңде ҡулға аласаҡтар…
Фатима килене Мәрхәбә менән бергә донъя көтә. Тиҙҙән һуғыш башлана. Ситдиҡовтарҙың өлкән ҡыҙы, Асҡар ауылында йәшәүсе Фәхирә, ире һуғышта һәләк булғас, эш таба алмай йонсой. «Халыҡ дошманы» балаһын мәктәпкә яҡын юлатмайҙар, йәнәһе. Ҡатын көс-хәл менән Байым мәктәбенә йүнәлеш ала. Уҡытыусы унда ике балаһы менән үтәнән-үтә ел уйнап торған бәләкәй генә өйҙә йәшәй башлай. Ләкин бер аҙҙан Фәхирә Һарун ҡыҙы, ауырлыҡтар­ҙы күтәрә алмайынса, йөрәк сиренән үлеп ҡала. Фатима был ауыр хәбәрҙе ишетеү менән ат табып Байымға юллана. Ҡыҙының мәйетен арбаға һуҙып һалып, үҙе бер яҡтан, ейәндәрен икенсе яҡтан ултыртып алып ҡайтҡанда ҡатындың йөрәге нисек түҙҙе икән?! Үҙенең бәлиғ булмаған ике балаһы, дүрт ейәнсәре өҫтөнә тағы тома етем ҡалған ейәндәрен дә һыйҙыра. Ауыҙынан өҙөп һуңғы валсығына тиклем балаларына биргән, үҙе тәғәм ризыҡ ҡапмайынса йөрөгән Фатима Мөжәһетдин ҡыҙы берҙән-бер көндө утынға киткән еренән аслыҡтан йығылып ятып үлә.
Сталин культы фаш ителгәс, балалар атаһы һәм ағаһын аҡлау буйынса эш башлай. Рөстәм – 1955, ә Һарун 1956 йылда аҡлана.
Балаларҙы кеше итеү Мәрхәбәнең иңенә төшә. Ул, бер нимәгә ҡарамайынса, иренең васыятын үтәй. Ике ҡыҙы – уҡытыу­сы, ҡалған икәүһе медик һөнәрҙәрен һайлай. Әйткәндәй, Һарун менән Фатиманың алты балаһы ла – Рөстәм, Фәхирә, Райхана, Рауза, Дилә һәм Ришат уҡытыусы һөнәренә тоғро ҡалған. Ғөмүмән, белемгә ынтылыусан Һарун Ситдиҡовтың нәҫеленән таралған педагогтар һаны бөгөн йөҙҙән ашыу, әле уның бишенсе быуыны белем таратыу менән шөғөлләнә.
Миңзәлә Мөхәмәтғәли ҡыҙының атаһы яҡлап ҡарт олатаһы ла – репрессия ҡорбаны. Мортазин отрядында ҡаҙнасы булып хеҙмәт иткән Шәһиғәли Таһиров ун йыл ғүмерен лагерҙа уҙғара. 1937 йылда Ташбулат ауылынан ҡулға алынған 10 кеше араһынан тик уға ғына тере килеш әйләнеп ҡайтырға насип була. Шаһиғәлиҙең ике ҡатыны Факиһа һәм Таҡыя, ире ҡайтҡансы татыу донъя көтә, бер-береһенә таяныс була. Көндәштәр Шаһиғәлиҙе дүртәр балаһын имен-һау аяҡҡа баҫтырып ҡаршы ала. «Халыҡ дошманы» ҡатындары исемен күтәреп йөрөү, ай-һай, уларға ла еңел булмағандыр. Һөргөнгә киткәнендә берәр йәшлек булып ҡалған балаларын аталары танымай тора. Ағаларынан ҡалған кейемдәрҙә урамдан йүгереп килеп ингән ҡыҙҙарҙы күреп: «Былары кем малайҙары?»– тип һорай. Көлкө лә, ҡыҙғаныс та – дөрөҫөрәге, сәйәси золом ҡорбандарының тәҡдирҙәре тетрәндерә. Бына бит, Миңзәлә Мөхәмәтғәли ҡыҙы менән генә аралашҡан ваҡытта нисәмә яралы яҙмыш хаҡында тотош мәҡәлә тыуҙы! Ә тотош ил буйынса вәхшәтле йылдарҙа нахаҡҡа ғәйепләнеп ҡыйыл­ған йәндәр миллионлап!
Шуныһы ҡыуаныслы, Таш­булатта репрессия ҡорбандары хөрмәтенә Рәми Ғариповтың «Табыныу» поэмаһынан өҙөк яҙыл­ған таҡтаташ ҡуйылған. Барлыҡ ауылдар ҙа бындай иҫтәлекле урыны менән маҡтана алмайҙыр. Ә был ауылдың йәштәре, атап әйткәндә, Салауат Нафиҡов, Замир Хәлитов, Салауат Әхмәтов, Азат Ноғоманов, Артур Фәтҡуллин һәм башҡалар 2012 йылда үҙ инициативаһы менән ташландыҡ обелискты төҙөкләндерҙе. Егеттәр нахаҡҡа рәнйетелгән олаталарының яҡты рухы алдында бурысын атҡарҙы, был тарихи ғәҙелһеҙлектәр архив кәштәләрендә генә түгел, ә халыҡ хәтере һандығында ла мәңге һаҡланырға тейешлеген иҫбатланы.
Өс тиҫтә йыл самаһы ир-атты ғына түгел, гүзәл затты ла аямаған ҡәһәрле золом сәйәсәтенең ҡанлы йылъяҙмаһы бер ҡасан да онотолмаясаҡ. Сөнки ул – әсе күҙ йәштәре, ғазаптар менән һуғарылған аяуһыҙ тарих …

Лилиә ХӘЛИТОВА.

Тетрәндергес яҙмыштар
Тетрәндергес яҙмыштар
Тетрәндергес яҙмыштар










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”


Күңелендә уның моң йәшәне...