«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Регина ИСЛАМОВА



23.07.2019 Регина ИСЛАМОВА

1996 йылдың 2 декабрен­дә Илеш районының Сөн йылғаһы буйында урынлашҡан матур тәбиғәтле Һеңрән ауылында донъяға килгәнмен.

Бала саҡтан уҡ халыҡ бейеүҙәре менән ҡыҙыҡһынам. Бешеренергә әүәҫмен: бигерәк тә үҙебеҙҙең милли аштарҙы яратып әҙерләйем.
Ошо көндәрҙә БДУ-ның Бөрө филиалында филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетын тамамлап, ҡулыма диплом алыу шатлығын кисерҙем. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, сит ил (инглиз) теле уҡытыусыһы һөнәренә эйә булдым.

Хыялым – йәш быуынға ныҡлы белем һәм тәрбиә биреү.



Автор: А. Ишназаров
Фото: vk.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға