«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Теләгем – кешелеккә изгелек нурҙары сәсеү



19.05.2019 Теләгем – кешелеккә изгелек нурҙары сәсеү

Мин – Эльвина Ғәзизуллина. БДМУ студентымын. Буласаҡ һөнәремде – табиплыҡты ҙур теләк менән үҙләштерәм. Һаулыҡ һағында тороп, илемә, халҡыма кәрәкле, файҙалы шәхес булырға яҙһын ине, тип теләйем. Һайлаған һөнәремә тоғро ҡалып, эшемде яратып, бар күңелемде һалып башҡарһам, маҡсатыма ирешәсәкмен.

Күп ваҡытымды укыуға, белем алыуға бүләм. Линара Таһирова етәкләгән "Bashkirian Beaty" студияһында шөғөлләнергә лә өлгөрәм. Был студия үҙемде ҡатын-ҡыҙ булараҡ асырға ярҙам итә, гүзәллек бәйгеләрендә еңеүгә илтә. Былтыр "Һылыуҡай" республика матурлыҡ конкурсында 3-сө урын алыуға өлгәшһәм, "Рәсәй студенты – 2018" конкурсында ла сығышым лайыҡлы тип табылды.



Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Автор фотоһы



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға