«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Айгизә ҒАРИПОВА



19.04.2019 Айгизә ҒАРИПОВА

Белорет ҡыҙы булам. Йырға-моңға булған хыялымды тормошҡа ашырыу маҡсатында Өфөләге Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыкаль гимназия-интернатында белем алдым.

Әлеге көндә Өфө сәнғәт училищеһында Рәсәй халыҡтарының милли ҡоралдар бүлеге думбыра класында дүртенсе курста уҡыйым.
Үҙемдең белемемде нығытыу өсөн төрлө конкурста ҡатнашам. Ваҡытымды дөрөҫ бүлергә тырышам: китап уҡырға, һүрәт төшөрөргә яратам, спорт менән шөғөлләнәм. Ауылға ҡайтҡан ваҡытта атай-әсәйемә ярҙам итәм.

Хыялым – юғары белем алыу, кумирым Розалия Солтангәрәева кеүек башҡорт телен үҫтерергә ярҙам итеү. Халҡыбыҙға хас боронғо йолаларҙы тергеҙеү, нәҫел-быуындар бәйләнешен нығытыуға ла өлөш индергем килә.





Автор: А. Ишназаров
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға