«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Эльвина КАШАПОВА



28.01.2019 Эльвина КАШАПОВА

Йәмле Дим буйында урынлашҡан Әлшәй районы ҡыҙымын.

Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыйым. Киләсәктә яҡшы стоматолог булырға теләйем.

Буш ваҡытымда китап уҡырға, музыка тыңларға яратам. Бигерәк тә гитара ҡылдарынан ағылған моңдо оҡшатам.

Әҙәм затының төп сифатын кешегә изгелек ҡылыуҙа, ярҙам ҡулы һуҙыуҙа, матурлыҡты күрә һәм һаҡлай белеүҙә күрәм.

Атай-әсәйемдең, туғандарымдың һәм бөтә яҡшы кешеләрҙең иҫән-һау булыуын теләйем. Һәммәбеҙ ҙә бәхетле булайыҡ, йөҙөбөҙҙән нур бөркөлһөн, йылмайыу китмәһен!





Автор: А.Ишназаров
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға