«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Әлиә БАТРАЕВА, 19 йәш,



06.11.2018 Әлиә БАТРАЕВА, 19 йәш,

Әлиә БАТРАЕВА, 19 йәш,
Бишбүләк районының Бикҡол ауылы ҡыҙы:
«Дим йылғаһының шифалы һыуында ҡойоноп, бәпкә үләнле ярҙарында ялан тәпәй йүгереп, һандуғаслы туғайында еләк йыйып үҫтем. Киләсәктә халҡымдың булдыҡлы, ауырлыҡтар алдында баш эймәҫ, тормош һуҡмаҡтарында юғалып ҡалмаҫ ҡыҙы булыу маҡсаты менән Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында белем алдым.
Әлеге көндә Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетының 2-се курсында уҡыйым.
Буш ваҡытым бөтөнләй юҡ, сөнки мауығыуҙарым күп: шиғырҙар яҙам, башҡорт ҡатын-ҡыҙы биҙәүестәрен яһайым, спорт менән шөғөлләнәм. Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашырға тырышам. Аш-һыу әҙерләргә яратам һәм серҙәрен өйрәнәм.
Үҙемде бәхетле һанайым, сөнки һағынып көтөр кешеләрем – яраткан әсәйем, атайым, ҡустым бар. Барығыҙға ла һау-сәләмәт, рухи яҡтан ныҡлы, бәхетле булығыҙ, тип теләйем».







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға