«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Лилиә САФИНА



24.10.2018 Лилиә САФИНА

Лилиә САФИНА
Мин, Лилиә Ғайса ҡыҙы САФИНА булам. 1992 йылдың 20 июлендә Башҡортостандың иң матур төбәгендә – хозур тәбиғәтле Баймаҡ районының Басай ауылында тыуғанмын. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтын тамамлағандан һуң, әлеге ваҡытта уҡыуымды Өфө ҡалаһында, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында дауам итәм.
Бала саҡтан йыр, шиғриәт менән мауығам. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса район олимпиадаларында ҡатнаштым. Йырлау һәләтем әсәйем яғынан килә. Мәктәп йылдарым, студент сағым сәхнә түрен биҙәп торҙо. Үҙемде район һәм ҡала конкурстарында һынап ҡараным. Йыр ул – минең өсөн шөғөл.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға