«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Миләүшә ДИЛМӨХӘМӘТОВА



27.09.2018 Миләүшә ДИЛМӨХӘМӘТОВА

 Миләүшә     ДИЛМӨХӘМӘТОВА
1990 йылда Баймаҡ ҡалаһында тыуғанмын, шунда үҫтем. Өфөлә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыным. Әле «Баймаҡ һыу селтәре» предприятиеһында эшләйем.
Баш ҡалала белем алған саҡта «Һылыуҡай» студияһына йөрөнөм. Бала саҡтан китап менән дуҫмын, төрлө милләт яҙыусыларының әҫәрҙәрен уҡыу оҡшай.
Шулай уҡ спорт яратам. Йүгереү, велосипедта йөрөү миңә дәрт, көс бирә. Йәй көнө тыуған яғыбыҙҙың матур тәбиғәт мөйөштәренә туристик походтарға йөрөүҙән дәрт алам.
Үҙемде төрлө яҡлап үҫтерергә тырышам. Оҙон сәскә прическалар эшләү, тегеү менән ҡыҙыҡһынам, инглиз телен өйрәнәм.
Төрлө ил буйлап сәйәхәт итергә хыялланам. Тормош девизым: «Тырышҡан табыр –ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр».







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға