«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Илмира ҠОЛБАЕВА



23.09.2018 Илмира ҠОЛБАЕВА

Илмира ҠОЛБАЕВА
“Донъя шундай матур,
Артҡан һайын арта ҡәҙере...”
Яҡын әхирәтем – Көйөргәҙе районы ҡыҙы Илмира Ҡолбаева тап шулай тормошто, донъяны ярата. Бөгөн ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында эшләп йөрөгән ҡыҙ менән студент йылдарынан уҡ танышбыҙ.
Илмира – аныҡ маҡсатлы, баҫҡан ерендә ут сығарыр, аҡыллы, замана ҡыҙы. Үҙенең тырышлығы, өлгөрлөгө менән ул күптәргә өлгө булырлыҡ. Студент ваҡытында уҡ эшләргә лә, ике университетта уҡырға ла ваҡыт тапты.
Хыялланырға, янырға, ҡанатланырға һәр саҡ әҙер торған әхирәтемә артабан да йәшәүҙән йәм табып, яҡындарының терәге булып йәшәүен теләйем.

Әлмира Кашапова.
Әлшәй районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға