«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Яңылыҡтар таҫмаһы » Наҙгөл БАЙЕГЕТОВА



22.05.2018 Наҙгөл БАЙЕГЕТОВА

Наҙгөл БАЙЕГЕТОВА
Баймаҡ районының Үрге Таулыҡай ауылынанмын. Әлеге ваҡытта 9-сы класта белем алам.
Үҙем тураһында әйткәндә, буш ваҡытымды юҡҡа үткәрергә тырышмайым. Бәйләргә, аш-һыу әҙерләргә яратам. Төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа призлы урындарҙы яулайым, мәктәптә гел “дүртле” һәм “бишле” билдәләренә генә өлгәшәм. Фотоһүрәт төшөрөү менән мауығам, киләсәктә лә ошо профессия менән шөғөлләнергә йыйынам.
Матур, татыу ғаиләлә тәрбиәләнәм: атай-әсәйем, ағайым, апайым һәм һеңлем бар. Уларҙан өлгө алам.
“Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан”, – ти халыҡ мәҡәле. Маҡсатым – имтихандарҙы уңышлы тапшырып, уҡыуымды артабан дауам итеү.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға