«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эльвина ХӘСӘНОВА



07.05.2018 Эльвина ХӘСӘНОВА

Эльвина ХӘСӘНОВА
Республикабыҙҙың балға-майға, арҙаҡлы шәхестәргә, матур ҡыҙ-егеттәргә бай Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында 2001 йылдың 28 февралендә ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килгәнмен.
Әле ауылыбыҙҙағы мәктәптең 11-се класында белем алам. Тик “дүртле” һәм “бишле” билдәләренә генә уҡыйым. Спортты үҙ итәм, волейбол уйнарға яратам, еңел атлетика менән шөғөлләнәм. Буш ваҡытымда ҡул эштәре менән булышырға яратам.
Киләсәктә яҙмышымды хоҡуҡ һаҡлау өлкәһе менән бәйләгем килә. Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, ошо йүнәлештә белем алырға теләйем.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға