«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Яңылыҡтар таҫмаһы » Илүзә АМАНҒОЛОВА



20.04.2018 Илүзә АМАНҒОЛОВА

Илүзә АМАНҒОЛОВА
Илүзә Таһир ҡыҙы АМАНҒОЛОВА булам. Сығышым менән Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылынан. 9-сы класҡа тиклем үҙебеҙҙәге мәктәптә уҡыным, аҙаҡ Баймаҡ лицей-интернатында белем алдым.
Әлеге мәлдә Башҡорт дәүләт университеты физик–техник институтының 2-се курсында уҡып йөрөйөм.
Бик күркәм ғаиләлә тәрбиәләндем: атай-әсәйем, ике апайым һәм ҡустым бар. Мәктәп йылдарында төрлө спорт ярышында, олимпиадала ҡатнашып, призлы урындар яулай инем. Хәҙер ҙә спорт менән шөғөлләнеүемде дауам итәм.
Киләсәккә хыялым – яҡшы итеп уҡыуҙы тамамлап, йәмғиәткә файҙалы кеше булыу. Был тормошта бәхетле булыу теләгем дә көслө. Ышанам, хыялдарым тормошҡа ашасаҡ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға