«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Азалия ӘМИРОВА



19.02.2018 Азалия ӘМИРОВА

Азалия ӘМИРОВА
Миңә 16 йәш. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатының 11-се класында уҡыйым.
Бәләкәй саҡтан музыка менән ҡыҙыҡһынам, йырларға бик яратам, бейейем. Гимназиябыҙҙың баскетбол буйынса йыйылма командаһында уйнайым, йыл һайын призлы урындар яулайбыҙ.
Тормоштағы маҡсатым – уҡыуҙы уңышлы тамамлап, медицина йүнәлешендә белем алыу. Хыялымды – табип-косметолог һөнәренә эйә булыуҙы тормошҡа ашырырға теләйем. Шулай уҡ апайым, һеңлем һәм әсәйемә терәк булырға, матур, ныҡлы ғаилә ҡорорға ла ниәтләйем.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға