«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Ләйсән АҠБАЛИНА



15.01.2018 Ләйсән АҠБАЛИНА

Ләйсән АҠБАЛИНА
Сығышым менән Хәйбулла районынанмын. Әлеге ваҡытта Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында 11-се класта уҡыйым.
Бик күркәм һәм татыу ғаиләлә үҫтем: атай-әсәйем, ике ағайым бар. Әсәйемдән миңә күңел матурлығы, тырышлыҡ күсте, ә атайым рухи байлығы менән уртаҡлашты. Ағайҙарым һәр саҡ янымда, ярҙам итеп торалар.
Атайым гел: "Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан", – тип өйрәтә. Шуға күрә бар көсөмдө туплап, ғорур ҡарап алға атлайым, хыялдарымды тормошҡа ашырырға теләйем. Табип булырға ниәтләйем, Мәскәү йәки Ҡазан ҡалаһындағы вузға уҡырға инергә әҙерләнәм. Тырышам, яҡшы билдәләргә генә уҡыйым, төрлө конкурстарҙа ҡатнашам.
Бала саҡтан халыҡ бейеүҙәренә ғашиҡмын. Әле "Аҡйондоҙ" халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисымын.
Ваҡыт менән йәнәш атлайым. Барыһына ла өлгөрөргә, һәр саҡ башлаған эшемде аҙағына еткерергә тырышам. Үҙемде төрлө яҡтан асып, артабан үҫешергә һәм алға барырға тип ҡеүәтләйем.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға