«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Сулпан Саникина: «Барыһы ла яҡшы булыр!”



15.05.2015 Сулпан Саникина: «Барыһы ла яҡшы булыр!”

Сулпан Саникина: «Барыһы ла яҡшы булыр!”Мин Сулпан Рауил ҡыҙы Саникина булам. 1998 йылдың 23 майында таң йондоҙо булып тыуғанға күрә атай-әсәйем Сулпан тип исем биргән. Баймаҡ районының Һаҡмар йылғаһы түбәнендә урынлашҡан йәмле Әбделкәрим ауылында тыуып үҫтем. Әлеге ваҡытта 10-сы класта уҡыйым. Иң яратҡан дәрестәрем тип башҡорт теле һәм әҙәбиәтен һанайым. Төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашам. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ үткәргән ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашып, 3-сө урын алдым. Артабан да һәләтемде үҫтереп, илемә лайыҡлы кеше булырға теләйем. Уҡыуҙы тик яҡшы билдәләргә тамамлап, үҙем теләгән уҡыу йортона инергә хыялланам.
Буш ваҡытта китап уҡырға яратам. Кеше өсөн иң ҡиммәтлеһе – дуҫлыҡ, тигәндәренә тулыһынса килешәм. Дуҫлыҡ өҙөлмәһен өсөн кеше бер-береһенә ышанырға, иғтибарлы булыр­ға, ярҙамлашырға тейеш. Тормошомда иң ҡәҙерле кешем – әсәйем. Ул булмаһа, тормош ҡараңғы булыр ине.

Һылыуҡайҙар! “Бәйләнештә” селтәрендә “Йәшлек” гүзәле – 2015” конкурсы” төркөмөнә үҙегеҙ тураһында яҙып, фотолар ебәрә алаһығыҙ. Адресы: “Йәшлек” гүзәле – 2015” https://vk.com/ye02guzel
“Бәйләнештә” https://vk.com/yeshlek_gazite адресы буйынса гәзитебеҙҙең “Йәшлек” гәзите проекты” исемле рәсми төркөмө эшләп килә. Унда республика буйынса яңылыҡтарҙы белергә, аралашырға мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға