«Йәшлек» гәзите » Йәшлек гүзәле » Анонс: Бер ҡасан да юғалып ҡалмаҫҡа!



20.03.2015 Анонс: Бер ҡасан да юғалып ҡалмаҫҡа!

Анонс: Бер ҡасан да  юғалып  ҡалмаҫҡа!Ирек ҡыҙы Мәүлийәрова булам. Таулы, аллы-гөллө сәскәле, йәмле тәбиғәтле Әлшәй районының Баязит ауылында 1992 йылдың 30 апрелендә донъяға килгәнмен.
Бәләкәйҙән ситтә белем алдым. Раевка ҡасабаһындағы М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейын тамамлап, Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультетына уҡырға индем. Уҡытыусылар биргән белем, үҙемдең ныҡышмал булыуым ҡыҙыл диплом алыуға булышлыҡ итте. Шулай уҡ психология менән мауығам, инглиз телен өйрәнәм.
Кешеләрҙә тырышлыҡ, тәрбиәлелек, изгелек, ихтирамлылыҡ сифаттарын хөрмәт итәм. Үҙемдә лә ошондай сифаттарҙы үҫтергән, дөрөҫ тәрбиә биргән атай-әсәйемә, өләсәйемә сикһеҙ рәхмәтлемен.
Тормошта ниндәй генә ауыр hынауҙар тура килмәhен, иң мөhиме – кеше булып ҡалырға, тип йәшәйем. Мохтаж кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙыу яҡлымын. Изгелек ерҙә ятып ҡалмай бит, икеләтә, өсләтә сауап булып, үҙеңә әйләнеп ҡайта.

“Бәйләнештә” селтәрендә “Йәшлек” гүзәле – 2015” конкурсы” төркөмөнөң адресы - https://vk.com/ye02guzel
Гәзитебеҙҙең “Йәшлек” гәзите проекты” исемле рәсми төркөмөн https://vk.com/yeshlek_gazite адресы буйынса таба алаһығыҙ. Унда яңылыҡтар ҡарарға, аралашырға мөмкин.
10 – 11-се кластарҙа уҡыусы егеттәр һәм ҡыҙҙар Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар конкурсында ҡатнаша ала.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға