RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

23.07.2018 Наргиз РӘХИМОВА

Наргиз РӘХИМОВА
Өфөлә тыуып үҫкән. Бала саҡтан уҡ бейеү һәм матурлыҡты үҙ иткән: Айҙар Ғәлимов студияһында шөғөлләнгән, аҙаҡ Линара Таһированың “Һылыуҡай”ына йөрөгән.
Сочиҙа үткән “Рәсәйҙең гәлсәр коронаһы – 2013”, “Ебәк юл” халыҡ-ара матурлыҡ һәм мода фестивалендә (Әзербайжан) Башҡортостан данын яҡлаған. Өфөлә үткән “Урал моңо”, “Берҙәмлек” халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивалендә, ШОС һәм БРИКС саммитында ҡатнашҡан, “Салауат Юлаев” хоккей командаһы матчтарында эшләгән.
Мәктәпте тамамлағас, Петр Великий исемендәге Санкт-Петербург дәүләт политехник университетында “Логистика” һөнәре буйынса белем ала. Уҡыуҙа ла, йәмәғәт эшендә лә әүҙем ул.
Наргиз сит илдәрҙе ярата. 10-сы кластан һуң өс ай Германияла немец ғаиләһендә йәшәгән. Әле – “Work and travel” программаһы буйынса Америкала. “Инглиз теле кимәлен үҫтерәм, АҠШ мәҙәниәтен өйрәнәм”, – ти ҡыҙ. Ул Америкала, Төркиәлә, Колумбияла, Ямайкала, Тайванда, Малайзияла, Ҡытайҙа, Японияла, Украинала, хатта Нигерияла дуҫтар тапҡан.
– Ваҡытымды әрәм итмәйем, Башҡортостан тураһында һөйләйем, үҙебеҙҙең мәҙәниәт, ғөрөф-ғәҙәт менән таныштырам, – ти Наргиз. – Аҙыраҡ башҡорт теленә лә өйрәтәм, тәмле нәмәне аңлатҡанға, ахыры, барыһына ла “Күстәнәс” тигән һүҙ оҡшай.
Ҡыҙ “Йәшлек” гәзитен уҡыусыларға үҙенең сәләмен дә еткерә:
– Һәр көндө һөҙөмтәле һәм маҡсатлы итеп үткәрегеҙ! Тормошҡа ҡыуанығыҙ һәм эргә-тирәгеҙҙәге кешеләрҙе ҡыуандырығыҙ! Маҡсат ҡуйығыҙ һәм уны тормошҡа ашырығыҙ!







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Лилиә Йәнгирова

22.05.2019 - Йәшлек гүзәле Лилиә Йәнгирова


Теләгем – кешелеккә изгелек нурҙары сәсеү

Эльвина МӨХӘМӘТЙӘРОВА

12.05.2019 - Йәшлек гүзәле Эльвина МӨХӘМӘТЙӘРОВА


Алһыу ИЛСЕҒОЛОВА

25.04.2019 - Йәшлек гүзәле Алһыу ИЛСЕҒОЛОВА


Айгизә ҒАРИПОВА

19.04.2019 - Йәшлек гүзәле Айгизә ҒАРИПОВА


Гүзәлиә ИШМӨХӘМӘТОВА

07.04.2019 - Йәшлек гүзәле Гүзәлиә ИШМӨХӘМӘТОВА


Айзилә ШӨҒӘЙЕПОВА

31.03.2019 - Йәшлек гүзәле Айзилә ШӨҒӘЙЕПОВА


Айгөл ЮНЫСОВА

20.03.2019 - Йәшлек гүзәле Айгөл ЮНЫСОВА


Әлфиә СӘЛИМГӘРӘЕВА

13.03.2019 - Йәшлек гүзәле Әлфиә СӘЛИМГӘРӘЕВА


Ләйсән ВӘЛИЕВА

26.02.2019 - Йәшлек гүзәле Ләйсән ВӘЛИЕВА


Нәзирә БАЙҒАБУЛОВА

21.02.2019 - Йәшлек гүзәле Нәзирә БАЙҒАБУЛОВА


Диана КИРӘЕВА

12.02.2019 - Йәшлек гүзәле Диана КИРӘЕВА