RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » » Бәхетле булырға хыялланам!

15.01.2016 Бәхетле булырға хыялланам!

Бәхетле булырға хыялланам!Нәзифә Ғәлимйән ҡыҙы Усманова булам. Баймаҡ ра­йонының таланттар төйәге һаналған Сыңғыҙ ауылында тыуғанмын. Ғаиләлә барлығы алты бала үҫәбеҙ, мин берҙән-бер бөртөк ҡыҙмын.
Әле 17 йәштәмен, Сибай ҡалаһындағы күп профилле һөнәри колледждың икенсе курсында уҡыйым. Буласаҡ һөнәрем – рәссам-оҫта.
Буш ваҡытта фотография менән шөғөлләнәм. Матур ерҙәрҙе, кешеләрҙе фотоға төшөрәм.
Киләсәктә уҡыуҙы яҡшы тамамлап, һөнәрем буйынса эшләргә теләйем. Әлбиттә, был тормошта бәхетле булыр­ға теләгем көслө. Һис шикһеҙ, хыялдарым тормошҡа ашасаҡ!

2016 йылда конкурста ҡатнашырға теләүсе ҡыҙҙар!

Үҙегеҙ тураһында матур итеп яҙығыҙ. Уй-хыял, тормош маҡсатығыҙ менән таныштырып үтеү кәрәк. Ҡайҙа тыуып үҫкәнһегеҙ, белем алаһығыҙ, яратҡан шөғөл, хыялдар – быларҙың барыһы ла беҙҙе ҡыҙыҡһындыра. Тик был мәғлүмәттәр­ҙе бик ҙур итмәй, ыҡсым итеп бирергә кәрәк.
Фотоға килгәндә, сифатлылары ғына ҡабул ителә. Ауыҙ ослайтып, үҙеңде телефон камераһына төшөргән селфи фотолары ла бармай. Күмәкләп төшкән, унан ҡырҡып алырҙар әле, тигән кеүегерәк төшөрөлгән һүрәттәр ҙә ҡабул ителмәй. Был мәсьәләгә яуаплы ҡарау талап ителә. Иң яҡшыһы – ҡояш яҡтыһында тәбиғәттә фотоға төшөү.


Әйткәндәй, конкурста ҡатнашырға теләһәгеҙ, “Бәйләнештә” селтәрендә хәбәр яҙыу мөмкинлеге (асыҡ “личка”) булдырығыҙ. Фо­тоһүрәтле альбомдарҙы асыҡ, беҙ ҡарай алырлыҡ итегеҙ. Һөйгәндәрегеҙгә, дуҫ егеттәрегеҙгә “Йәшлек” гүзәле” ярышында ҡатнашыуығыҙ тураһында алдан әйтегеҙ. Ни өсөн тигәндә, ошоға бәйле үҙ-ара аңлашылмаусанлыҡ, һүҙ көрәштереү осраҡтары, хатта әрләшеү-янауҙар ҙа булып алды. Ундай егеттәр “ҡара исемлек”кә оҙатылды, ҡыҙҙары ла шул хәлгә дусар ителде.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Лилиә Йәнгирова

22.05.2019 - Йәшлек гүзәле Лилиә Йәнгирова


Теләгем – кешелеккә изгелек нурҙары сәсеү

Эльвина МӨХӘМӘТЙӘРОВА

12.05.2019 - Йәшлек гүзәле Эльвина МӨХӘМӘТЙӘРОВА


Алһыу ИЛСЕҒОЛОВА

25.04.2019 - Йәшлек гүзәле Алһыу ИЛСЕҒОЛОВА


Айгизә ҒАРИПОВА

19.04.2019 - Йәшлек гүзәле Айгизә ҒАРИПОВА


Гүзәлиә ИШМӨХӘМӘТОВА

07.04.2019 - Йәшлек гүзәле Гүзәлиә ИШМӨХӘМӘТОВА


Айзилә ШӨҒӘЙЕПОВА

31.03.2019 - Йәшлек гүзәле Айзилә ШӨҒӘЙЕПОВА


Айгөл ЮНЫСОВА

20.03.2019 - Йәшлек гүзәле Айгөл ЮНЫСОВА


Әлфиә СӘЛИМГӘРӘЕВА

13.03.2019 - Йәшлек гүзәле Әлфиә СӘЛИМГӘРӘЕВА


Ләйсән ВӘЛИЕВА

26.02.2019 - Йәшлек гүзәле Ләйсән ВӘЛИЕВА


Нәзирә БАЙҒАБУЛОВА

21.02.2019 - Йәшлек гүзәле Нәзирә БАЙҒАБУЛОВА


Диана КИРӘЕВА

12.02.2019 - Йәшлек гүзәле Диана КИРӘЕВА