RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?Яңы ғына үткән быуаттың 90-сы йылдары (ниңә беҙ тап ошо 90-сы йылдарҙы иҫкә төшөрөргә яратабыҙҙыр?). Әйтәйек, Өфө урамы. Кемдеңдер ҡулында сумка, кемдәрҙәлер – ябай сетка, берәүҙәрҙә – китап. Ә нимә етмәй һуң? Эйе, береһенең ҡулында ла мобиль телефон юҡ. Әле улар тураһында беҙ хатта хыялланмайбыҙ ҙа. Шул ваҡыттан бөгөнгәсә 20 – 24 йыл үткәндә нимә күрәбеҙ? Урамда телефонһыҙ кеше бармы? Ауылда минең 80-де үткән атай-әсәйем дә геүләтеп кеҫә телефонынан һөйләшә. Был яңы технологияларҙың тиҙ таралыуын аңлата. Шул уҡ компьютерҙар ҙа, телевизорҙар ҙа “йоҡарғандан-йоҡара” бара. Әле ҡасан ғына олоғара телевизорҙы ҡайҙа ултыртырға урын тапмай инек, хәҙер шыйыҡ кристаллыны (ЖК) стенаға аҫабыҙ ҙа ҡуябыҙ. Оҙаҡламай ул ҡағыҙ йоҡалығында буласаҡ.
Киләсәк тиҙ генә килер ҙә етер ул. Әле үк ваҡыттың нисек елеп үткәнен һиҙәһегеҙҙер. Шулай ҙа беҙ алда нимә булырын белмәйбеҙ, ә бары тик ғалимдар ярҙамында фаразлай ғына алабыҙ. Ул фараздарға күҙ һалһаң, ышанырлыҡ та түгел. Түбәндә – 30 йылдан һуң йәшәйешебеҙҙә буласаҡ үҙгәрештәр хаҡында.

Дарыу ҡап та бөтәһен дә бел

Беҙҙә нисектер, ә сит илдәрҙә киләсәкте юрарға, күҙалларға, ҡыҫҡаһы, хыялланырға яраталар. Америкала үткән “Технологиялар. Күңел асыу. Дизайн” ( “Technology Entertainment Design” – TED) конференцияһы тотош донъяның киләсәгенә арналған икән. Шунда бик ҡыҙыҡлы нәмәләр тәҡдим ителгән. Уларҙы фантастика тип ҡабул итергә лә була хатта. Тик, үрҙә телгә алған мобиль телефондар кеүек үк, барыһы ла тиҙҙән булыуы ихтимал.
АҠШ-тың Массачусетс штатының технология институтында эшләп килеүсе “МедиаЛаб” (MIT Media Lab) лабораторияһын ойошторған профессор Николас Негропонте вәғәҙәләүенсә, уҡыу, мәғлүмәт алыу өсөн тәғәйенләнгән махсус таблеткаларҙың яҡын йылдарҙа уҡ сығарылыуы бар. Беҙ күбеһенсә күҙ менән мәғлүмәт алабыҙ, йәғни нимә күрәбеҙ, шуны мейегә “һалып” ҡуябыҙ. Ғалим уйлауынса, был бигүк һөҙөмтәле булмаған ысул, имеш. Тиҙҙән кешеләр мәғлүмәтте эшкәртергә өйрәнәсәк. Дарыу ашайһың да инглиз телен беләһең, йә бер дарыуҙан Шекспирҙың тотош әҫәрҙәренә анализ яһай аласаҡһығыҙ. Дарыу ҡан аша мәғлүмәт “ташыясаҡ”.
Дарыу тигәндән, киләһе 30 йылда һәр кеше өсөн шәхси препараттар етештереү яйға һалынасаҡ. Был теге йәки был сирҙе алдан диагностикалау мөмкинлектәре иң ныҡ юғары кимәлгә еткәс уйлап сығарыласаҡ. Һеҙ әле бөтөнләй ауырымай­һығыҙ ҙа, хатта ниндәйҙер сирҙең билдәләре лә юҡ, ә махсус тикшереү аппараттары әллә күпме алдан киләсәктә һеҙҙең нимә менән сирләйәсәгегеҙҙе әйтә аласаҡ. Ошо үҙегеҙгә генә ярарлыҡ дарыу эшләргә булышлыҡ итәсәк тә. Тағы фантастика кеүек.

Тәнгә чип “индереү”

Мобиль радио уйлап табыу­сылар­ҙың береһе, Гуглдың элекке идарасы директоры Грегори Мил­лер ҙа беҙгә “хыялланырға” ярҙам итә. Уның һүҙҙәренсә, 2045 йыл­дар­ға тәнебеҙгә организм торошон күҙәтеү аҫтында тотоусы чип – махсус сенсор – ҡуя аласаҡбыҙ. Чип төрлө сирҙәрҙе алдан “күрә”, урынын һәм ниндәйерәк кимәлдә тарал­ғанын “күрһәтә”. Был бик шәп тә баһа!
Хәйер, чиптар дауаланыу өсөн генә ҡулланылмаясаҡ. Уның мөмкинлектәре киң. Донъяның төрлө мөйөштәрендә яңғыраған йәнең теләгән музыканы реаль ваҡытта (мәҫәлән, Өфөнән тороп, Аҡъярҙа йырлағандарын) тыңларға ла була, Гугл, Фейсбук, Твиттерға “тоташыр­ға” ла. Күҙ алдына килтерегеҙ әле: урамда һин дә мин китеп бараһығыҙ һәм ҡапыл Гуглдан хәбәр килә, эйе, мейегеҙгә: “Бынан 13 секунд элек яңы асыш яһалды, хәҙер мин һиңә ҡыҫҡаса шул турала һөйләп бирәм…”
Кешеләр үҙ тәненә – башына, күҙенә, ҡолағына – бихисап төрҙә яңы технология (чип һымаҡ инде) индерә аласаҡ. Мәҫәлән, күҙгә аудиоэлемтә ҡорамалдары (әлбиттә, микро типта) ҡуйылып, улар беҙгә кеҫә блокноты (ежедневник) ролендә ярҙам итәсәк.
Ул чиптарҙың кире яғы ла буласаҡ. Нимә һөйләйбеҙ, нимә эшләйбеҙ, тотош теркәлә бит. Бөтә кешене бер-береһе менән тоташтырған ҡот осҡос үрмәксе ауын хасил итәсәктер был технологиялар бәйләнеше.
2044 йылдағы үҫмерҙәр беҙ әлеге 2014 йылда был технологияларһыҙ нисек йәшәгәнебеҙҙе лә аңлай алмай ҡаңғырасаҡ. Әле үҙебеҙ, телефон­һыҙ ни ҡылмаҡ кәрәк, тип аптырайбыҙ бит.

Нисек Йыһанһыҙ булһын, ти?!

Космосҡа бер осҡас, ҡабат туҡталып ҡалыу юҡ. Әле ҡарамаҡҡа “яҡын” булған Марсты өйрәнергә “теш” үтмәһә лә, киләсәктә лә һаман ”Ғаләмдә икенсе тормош бармы?” тигән һорауға яуап эҙләйәсәкбеҙ. Бәлки, уңыш йылмайһа, яуап та бына-бына табылыр төҫлө. Ғалимдарҙың бер төркөмө иһә, Ерҙең игеҙәктәрен дә табырбыҙ, тип фаразлай.
Йыһан беҙгә хәүефлеме? Кем “Чужой” тигән фильмды ҡараманы? Кешелек, ахыры, ситтән беҙгә ниндәйҙер башҡа бер йән эйәһенең килеүен түҙемһеҙлек менән көтә. Сит планета кешеләрен генә лә ҡасандан бирле һөйләйбеҙ. Улар­ҙың “тәрилкә”ләрен дә йыш күрәбеҙ, тик тота ғына алмайбыҙ. Ергә дошманлыҡ менән килеүселәрҙе көтәбеҙ ҙә көтәбеҙ. Улар килеп еткәнсе үҙ еребеҙҙе үҙебеҙ үк һәләкәткә илтербеҙ кеүек. Шулай ҙа яҡшы ниәт менән килһәләр, шәп булыр ине. Беҙгә мәңгелек, йә булмаһа, оҙайлы йәшлек, бушлай ризыҡ, супердвигатель йә яғыулыҡ рецептары өйрәтһәләр ҙә еткән…
Ә ғалимдар яҡын 30 – 40 йылда тап шулай буласағын фаразлай.

Әйткәндәй

Яҡын киләсәктә беҙ яңы технологиялар менән генә түгел, ә өр-яңы һөнәрҙәр менән дә “осрашасаҡбыҙ”. Әле ҡасан ғына программис­тар барлыҡҡа килеүенә аптырай инек. Хәйер, ауылға тәүге трактор килгәнен күреп, артынан йүгереп йөрөүселәр заманына ла йөҙ йыл да үтмәгән. Шулай булғас, киләсәк профессияларын еңел ҡабул итербеҙ ул. Мәҫәлән, тьютор тигән һөнәр әле үк көнбайышта таралған. Ул – скайп аша (компьютерҙар аша бер-береңде күреп аралашыу) дәрестәр биреүсе виртуаль уҡытыусы.
ГМО-фермер тигән һөнәр беҙҙе һағайта, әммә донъя шуға бара: яһалма продукция етештермәйенсә, бәлки, ер үҙенең кешеләрен туйҙырып та етә алмаҫ. Ә ҡалала ауыл хужалығын үҫтереү буйынса белгескә нисек ҡарайһығыҙ? Киләсәктә мегаполистар үҙ-үҙен туйҙыра аласаҡ – күп ҡатлы биналар­ҙа вертикаль баҫыуҙар төҙөү күҙаллана.
Наномедиктар ҙа кәрәгәсәк. Бөгөн нанотехнологиялар, уларҙы медицинала киң ҡулланыу тураһында күп һөйләйҙәр бит. Был технологиялар менән эшләүселәр талап ителә инде.
Ошо көндәрҙә сабый ғына булып йөрөгән балағыҙҙың киләсәктә урбанист һөнәрен һайлауы ла ихтимал. БМО белгестәре һығымта яһауынса, кеше ҡала тормошон нығыраҡ үҙ итә, шуға ла ҙур тораҡ пункттар артасаҡ. Ә урбанист иһә яңы биләмәләрҙе үҙләштерергә, мәҫәлән, һаҙлыҡты ҡалаға әйләндереү яйын табырға, уңайлыҡтар тыу­ҙырырға ярҙам итәсәк.
Тағы бер ҡыҙыҡлы һөнәр – ҡалдыҡтарҙы “аҡыллы” ҡулланыу буйын­са белгес. Кеше торған һайын үҙе артынан күберәк ҡалдыҡ ҡалдыра. Әле күп илдә уларҙы файҙаланыу ысулдары эҙләнә. Был тәңгәлдә лә белгес кәрәк.

Фекер

Дэвид БИШОП, нанотехнологиялар буйынса компанияның вице-президенты:

– Киләһе ун йылда беҙ мобиль телефондар­ға еҫкә, тауышҡа, визуаль образдарға һиҙгер технологиялар ҡуя башлаясаҡбыҙ. Аңлайышлы тел менән әйткәндә, телефон да кеше кеүек үк еҫ тоя аласаҡ. Нанотехнология мөмкинлектәре аша әңгәмәсенең 100 процентҡа янда булыуы иллюзияһы биргән тауыш сифатын “табасаҡбыҙ”, хатта арала меңдәрсә саҡрым юлдар ятһа ла.

һандар һәм факттар

Ғалимдар генетик үҙгәртелгән организмдар (ГМО) тураһында торған һайын йышыраҡ һөйләй. Үҙҙәренең шул юҫыҡтағы эшен алға һөрөр өсөн икәне аңлашылып торалыр. Әммә һағаймау мөмкин түгел. Ген инженерияһы процесын бер нисек тә туҡтатып булмаясаҡ. Етмәһә, ГМО йәшелсә-емеш, малсылыҡ продукцияһының ғәҙәтигә ҡарағанда тиҫтәләрсә тапҡырға артып та китәсәге күҙаллана. Күҙ алдына килтерегеҙ әле, йәмәғәт, әйтәйек, ГМО-йомортҡаны!

Киләсәкте күҙаллауҙарҙан шәхсән миңә түбәндәгеһе оҡшай: автомобилдәр бөтәсәк. Моғайын, соҡор-саҡырлы юлдар ҙа ҡалмаҫ. Транспорт сараларынан беҙҙе бары һауа суднолары йөрөтәсәк.

Урбанизация, йәғни ҡала­лар­ға күсеп йәшәү кимәле 2030 йылға 60 процентҡа етәсәк. Халыҡтың күпселек өлөшө ҙур ҡалала йәшәйәсәк. Ауылдарҙа робот, автоматика ярҙамында ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән фермерҙар ғына ҡаласаҡ.

Планетаны электрлаштырыу 83 процентҡа етәсәк, тип күҙаллана. Кем әйтмешләй, “Ильич лампалары” (улар ҙа хәҙер иҫкергән әйбер тип ҡабул ителә) ер йөҙөнөң иң төпкөл мөйөштәренә лә барып етәсәк.

Алда беҙҙе яңы быуын балалары менән осрашыу көтә. Ҡапылғара ғына осрашмайбыҙ инде, үҙебеҙҙең балалар була улар. Тыумыштан тиерлек яңы технологиялар менән һин дә мин “аралаша” белеүселәрҙе “Зет быуыны” (“поколение Z”) тип йөрөтәсәктәр. Әле бала һөйләшә лә белмәй, ә компьютерҙа (планшетта, смартфонда, социаль селтәрҙәрҙә) һин дә мин “эшләй”. Шул балалар үҫеп етеүгә донъяла өр-яңы һәм ныҡ алға киткән асыштар күбәйәсәк.

Донъяның киң билдәле 150 ғалимына “Киләсәктә кешелеккә нимәнән ҡурҡырға кәрәк?” тигән һорау бирелгән. Яуаптар араһында Ҡытай халҡының тағы ла артыуы, интернеттың яҙма форманы бөтөрөүе, аҡыллы кешеләрҙең сәйәсәттә ҡатнашмауы, стрестар, планетала һыу етешмәүе, интернет юҡҡа сыҡҡан осраҡта запас варианттың булмауы, кешеләрҙең саманан артыҡ борсолоуы кеүек фараздар бар.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”

Хеҙмәт кешене биҙәй, тигән әйтем бөгөн үҙ асылында ҡаламы?