RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

Быйылғы яҙ килергә ашыҡмаһа ла, һәммәбеҙҙең дә яратҡан май айы бына-бына етергә тора. Халыҡ эш мәленән һуң ялға күсеп, Яҙ һәм хеҙмәт байрамын, унан һуң барыбыҙ өсөн дә изге Еңеү көнөн ҡаршыларға йыйына.
Ауыр эш аҙналарынан һуң ошондай ял көндәрен кем нисек файҙаланып ҡала икән? Студенттар ауылға йүнәлә, баҡсасылар түтәлдәр­ҙе әҙерләргә, емеш ағастарын тәрбиәләргә тотона. Яңы йыл каникулы көндәрен май байрамдарына ҡушыу ҡулай булды.
Тиҙҙән етәсәк ялды кем нисек үткәрергә йыйына?

Эльвина СЕМЕНОВА, студент, Баймаҡ районының Ҡуянтау ауылы:
– Май байрамдарын мин күбеһенсә диплом эшен яҙыуға арнаясаҡмын. Ял тураһында ла оноторға ярамай – дуҫтарым ҡайта, улар менән осрашырға кәрәк. Ғәҙәттә, беҙ тәбиғәткә сығабыҙ, шешлек ҡыҙҙырабыҙ. Ғөмүмән, ялдарҙы ҡыҙыҡлы, әүҙем һәм үҙеңә файҙалы итеп үткәреү яғындамын.

Әлиә ХӘСӘНОВА, студент, Өфө ҡалаһы:
– Быйылғы яҙ байрамдарын ҡаршылау, уны нисектер файҙалы һәм күңелле итеп үткәреү тураһында уйланғаным юҡ әле. Көн артынан көн үтеп кенә тора. Өҫтәмә эш менән булышам, байрамда беҙгә ял ҡаралмаған. 1 Май ҙа, Еңеү көнө лә минең өсөн, ғәҙәттәгесә, төрлө-төрлө билдәһеҙ ҡыуаныс-шатлыҡтары, аптырау-алйыуҙары менән тулы эш көнө булып тора. Бынан тыш, был ваҡытты көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәргә, диплом яҙыуға, дәүләт имтихандарына әҙерләнеү һәм уҡыуҙы тамамлауға бәйле башҡа нәмәләргә арнарға йыйынам. Бер ҡыйындың мең рәхәте – Алла бирһә, ошо көсөргәнешле көн­дәр­ҙе имен-аман үтергә, дипломлы булырға яҙһын.

Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА, уҡытыусы, Өфө ҡалаһы:
– Элек яҙғы байрамдар мәлендә ауылға ҡайтып, баҡсала эшләй инек. Яҙғыһын унда бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәт, барыһы ла тиҙерәк эшләүҙе талап итә. Ләкин яңыраҡ тәҙрә йыуғайным, шул мәлдә үтә һуҡмалы елдән һыуыҡ тейҙереп, әле ауырыйым. Һауығып алғансы юлда йөрөүҙе кисектереп торорға тура киләсәк. Май аҙағы, июнь башы мәктәптәрҙә иң ҡыҙыу мәл – имтихандар осоро, шуға тиклем һауығып эшкә сығырға теләк бар. Балалар менән уҡыу йылын уңышлы тамамлау күп көс талап итәсәк.

Әлиә ИСҠУЖИНА, декрет ялында, Өфө ҡалаһы:
– Бала менән өйҙә ултырғанда байрамдарҙың барлығы онотола. Шулай ҙа тиҙҙән етәсәк Яҙ һәм хеҙмәт байрамын, Еңеү көнөн түҙемһеҙлек менән көтәм. Был көндәрҙә иптәшем һәм балаларым менән ҡала майҙандарына сығып, кеше күреп, аралашып ял итергә уйлайбыҙ.

Айзилә ЮЛДАШБАЕВА, декрет ялында, Күгәрсен районының Бикес ауылы:
– Ғаиләм менән үҙем килен булып төшкән Бикес ауылында йәшәһәк тә, әле үҙемдең тыуған яҡта – Бөрйән районының Нәби ауылында әсәйемдәрҙә ҡунаҡтабыҙ. Туғандарым менән ялды күңелле итеп үткәрәбеҙ. Тәүҙә өй тирәһен таҙалап, сүп-сарҙы йыйып, өмә эшләйбеҙ. Һуңынан, эш бөткәс, уйнарға ла ярай, тип тәмле бәлештәр, торттар һәм башҡа ризыҡтар бешереп, туғандарым менән тәбиғәт ҡосағына сығабыҙ, уйнайбыҙ. Ауылда үткән концерттарға ла барабыҙ.

Ғәҙел РАЙМАНОВ, студент, Мәскәү ҡалаһы:
– Дөрөҫөн әйткәндә, май байрамдарында ял итергә уйламайым. Был көндәрҙә берәй эшкә ялланып, аҡса табырға иҫәп тотам. Шулай ҙа, ваҡыт булһа, дуҫтар менән тәбиғәттә ял итергә йәки парашют менән һикерергә барыр инем. Үткән ялдарҙа Волосово аэродромында булдыҡ һәм унда беренсе мәртәбә һикерҙем. Бик оҡшаны, тағы ла самолетта күккә күтәрелергә һәм ҡош һымаҡ осорға теләк бар. Тиҙҙән сессия етә, бер аҙ ял итеп алыу ҡамасауламаҫ, моғайын.

Айбулат ИШНАЗАРОВ яҙып алды.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”

Хеҙмәт кешене биҙәй, тигән әйтем бөгөн үҙ асылында ҡаламы?