RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ә беҙҙең ауылда...

28.03.2014 Ә беҙҙең ауылда...

Был аҙнала Яңауыл, Бөрйән, Әбйәлил райондарындағы ауылдарҙа йәшәүселәргә һүҙ бирәйек.
Дуҫтар, һеҙҙең яҡтарҙа ниндәй хәлдәр бар? Нимә борсой, нимә ҡыуандыра? Һөйләр һүҙҙәрегеҙ булһа, редакцияға шылтыратығыҙ. Дежур телефон һандары – 8-965-923-20-00.
Әлфиә ФАРШАТОВА,
Яңауыл районының Аҡылбай ауылы:

– Әлеге ваҡытта Яңауыл ҡалаһында йәшәһәм дә, тыумышым менән Аҡылбай ауылынанмын. Тыуған төйәгем бик бәләкәй инде, шулай ҙа йөрәккә яҡын һәм гел ҡайтып торабыҙ. Яңауыл районының иң матур урынында урынлашҡан ул. Ауыл ҡартая, әлбиттә. Хәҙер унда ни бары 40 ҡына кеше йәшәй. Халыҡтың барыһы ла тиерлек оло йәштәгеләр.
Аҡылбайҙың данын ғүмер-ғүмергә умартасылары күтәргән. Ауыл урман араһында урынлашҡанлыҡтан, бал ҡорто тотоусылар бик күп. Әлеге ваҡытта бында йәшәгән кешеләрҙең барыһы ла тиерлек ҡортто сығарыу өсөн урын әҙерләй. Баҡса мәшәҡәттәренә сумырға иртәрәк әле, шуға ла төп көстө бал ҡорттарына һалалар. Аҡылбайҙа йәшәүсе һуғыш ветераны Нәжми ағай Әлетдинов тураһында айырып әйткем килә. Ул, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, улы Назим менән 100-ҙән ашыу умарта тота. Йәштәр менән тәжрибәһен дә уртаҡлаша.

Эльвира ХӨСӘЙЕНОВА, Бөрйән районының Брәтәк ауылы:

– Ауылыбыҙ ике йылға араһында ултыра, биш тауыбыҙ бар. Быйыл ҡар мул яуҙы, шул йылғаларҙа һыу ныҡ ташып, йорттарҙы баҫып ҡуймаһын инде, тип хәүефләнеп тә ҡуябыҙ.
Шулай ҙа мәҙәни тормош тураһында онотҡан юҡ. Ошо аҙнала ғына “Балҡый мәҙәниәт уттары” тип аталған сара ойошторҙоҡ. Ул сәғәт киске алтыла башланып, төнгө икегә тиклем дауам итте. Тәүҙә балалар КВН-да ҡатнашты, һуңынан ауылыбыҙҙың иң оҫта хужабикәләре көс һынашты. Артабан мәҙәниәт йортонда “Әхирәттәр” клубын ойоштороп, рәхәтләнеп һөйләшеп, сәй эсеп алдыҡ. Ә төнгө сәғәт икегә тиклем барған дискотекала йәштәр рәхәтләнеп бейене. Хәҙер 1 апрель сараларына әҙерләнәбеҙ. Көлкө көнө бик ҡыҙыҡлы үтмәксе. Әллә күпме пародия яҙылды, әле репетициялар бара. Әйткәндәй, үҙем дә шул мәҙәниәт йортонда эшләйем, яңыраҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре араһында район кимәлендә үткәрелгән конкурста беренсе урын алып ҡайттым. Хеҙмәттәшем Наилә Хәсәнованың да тырышлығын билдәләп үткем килә – шиғырҙар ҙа яҙа, костюмдар ҙа тегә.
Ә бит беҙҙең ауылдың мәҙәниәт йорто бик иҫке. Үткән быуаттың 70-се йылдарында ағастан һалынған. Емерек хәлдә тип әйтергә кәрәк. Ҡышын унда шул тиклем һыуыҡ, инеп тә булмай. Төрлө сараларҙы үткәреү өсөн мәктәп бинаһына барырға мәжбүрбеҙ. Халыҡҡа мәҙәниәт йорто бик кәрәк, был турала әйтеп тороуы ла артыҡ.

Зөлфирә ҠАРАҒУЖИНА,
Әбйәлил районының Күсем ауылы:

– Ауылда “Шиғырым, һин әрем тәм әйткән…” тип атал­ған шиғриәт байрамы ойошторҙоҡ. Унда Белорет, Әбйәлил, Учалы райондары, Магнитогорск ҡалаһының шиғыр һөйөүселәрен туплаған “Ҡуңыр буға” ойошмаһы вәкилдәре килде. Ойошма етәксеһе Мәүлит Ямалетдиновтың да беҙҙең ауыл халҡы менән осрашыу­ға килеүе ҙур мәртәбә булды. Ошо шиғриәт байрамы барышында Таһир Күсимовтың тыуыуына 105 йыл тулыу­ға арналған саралар ҙа үтте. Ҡунаҡтарҙы музейға экскурсияға алып барҙыҡ. Шиғриәт байрамын әҙәби-музыкаль кисә тип тә әйтеп була, “Ҡуңыр буға” ойошмаһы ағзалары ҡайһы бер шиғыр яҙыусыларҙың ижадына байҡау яһағандан һуң концерт номерҙарын ҡараны, үҙҙәре лә сығыш яһаны. Ҡулъяҙмаларҙың тикшерелеүе бик тул­ҡынландыр­ғыс һәм әһәмиәтле ваҡиға.
Ауылда эш, мәшәҡәт тынмай инде ул. Күсемдең зыяратын киңәйтеү мәсьәләһе тора. Яңыраҡ ошо темаға һөйләшеү өсөн йыйылып та алдыҡ.
Бөтә ауылыбыҙ менән “Йәшлек” гәзитенә яҙылырға ниәтләйбеҙ. Күптәр был эште башҡарып та ҡуйҙы инде.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”