RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә 22-28 ноябрь

Яңылыҡтар архивы Йондоҙнамә 22-28 ноябрь

Ылаҡ (22. 12 – 20. 01)

Дүшәмбе һәм шишәмбе бик яҡшы үтәсәк. Шулай ҙа аҙна барышында ҡатын-ҡыҙҙар менән һүҙгә, килешеүегеҙ ихтимал. Кесе йомала, ашығып, ҙур булмаған юғалтыу кисереүегеҙ бар.
Һыуғояр (21. 01 – 19. 02)

Буйҙаҡтар өсөн бик уңышлы осор. Йондоҙҙар был арала өйләнешеү, оҙайлы аралашыуҙар булдырыуға булышлыҡ итер. Яҡын арала эшегеҙҙе йәки вазифағыҙҙы алмаштырыуығыҙ ихтимал. Иң өмөтлө көндәрегеҙ – шаршамбы һәм йома.
Балыҡ (20. 02 – 20. 03)

Әүҙемлегегеҙ мотлаҡ артыр. Ҙур эштәр башҡарыу теләге тыуыр. Тик ҡайһы ваҡыт үҙ мөмкинлектәрегеҙгә дөрөҫ баһа бирмәүегеҙ зыян килтерер. Сығымдарығыҙ күбәйер. Шар­шамбыла иҫтәлекле ваҡиғалар булыр.
Ҡуҙы (21. 03 – 20. 04)

Аҙна аҙағына тиклем элек бирелгән йөкләмәләрҙе үтәүҙән бушай алмаҫһығыҙ. Көн һәм эш тәртибен теүәл һаҡлауығыҙ бик мөһим. Ҡатмарлы саҡтарҙа яҡшы белгән, таныш юлдар­ҙан барыу хәйерле.
Буға (21. 04 – 21. 05)

Осор көсөргәнешле килер. Буталсыҡ хәлдәр ҙә булыуы ихтимал. Йондоҙҙар был арала кешеләрҙе артыҡ өмөтләндерергә ҡушмай, аҙаҡ ауыр хәлдә ҡалыуығыҙ бар. Сығымдары­ғыҙға ҡарата иғтибарҙы кәметмәгеҙ.
Игеҙәктәр (22. 05 – 21. 06)

Бөтә ваҡиғалар барышы тиҙәйер. Һеҙҙән һәр саҡ иғтибар һәм таһыллыҡ талап ителер. Шишәмбелә һис тә оҡшамаған кешеләр менән аралашырға тура килер, моғайын.
Ҡыҫала (22. 06 – 23. 07)

Йыш арыуығыҙҙы һиҙә башларһығыҙ. Ниндәйҙер эштең һөҙөмтәләре һеҙ уйлағандан күпкә ҡайтышыраҡ булыуы ихтимал. Йомала етди һынау көтә.
Арыҫлан (24. 07 – 23. 08)

Был арала тормошоғоҙҙан нимәлер китер. Быға ҡаршы булмағыҙ, шулай булырға тейештер. Йыш ҡына уйҙарығыҙ менән үткән ваҡиғаларға әйләнеп ҡайтырһығыҙ. Бындай саҡ­тарҙа элекке бурыстарҙы ҡайтарыу мөһим. Кешеләргә үпкә тотмағыҙ.
Ҡыҙ (24. 08 – 23. 09)

Аҙна барышында тормош һеҙҙе йыш ҡына һынап ҡарар. Иң тәү сиратта был аҡса һәм матди өлкәгә ҡағылыр, моғайын. Шәхси мөнәсәбәттәрҙә лә көсөргәнешлек һиҙелер. Шулай ҙа ҡайһы бер кире хәлдәрҙән бөтөнләй ҡотола алырһығыҙ.
Үлсәү (24. 09 – 23. 10)

Һеҙҙе ҡатмарлы осор көтә. Был арала бурысҡа аҡса алыуҙан тыйылып тороғоҙ. Икенсе яҡтан, һеҙгә бурысын ҡайтарырға тейешле кеше­ләрҙе иҫкә төшөрөгөҙ. Кесе йомала ниндәйҙер юғалтыу кисерер­һегеҙ, бәлки. Быға тыныс ҡарағыҙ.
Саян (24. 10 – 22. 11)

Барыһы ла һеҙ алдан уйлағанса барыр һымаҡ. Шишәмбеләге һөйләшеү кәйефегеҙҙе тағы ла күтәрергә тейеш. Йомала мөрәжәғәт иткән кешеләрҙе артыҡ өмөтләндермәгеҙ. Аҙаҡ һүҙегеҙҙә тороу ауыр буласаҡ.
Уҡсы (23. 11 – 21. 12)

Көсөргәнешле осор. Һеҙ­ҙең тирәлә шишәмбе һәм кесе йомала мөһим ваҡиғалар көтөлә. Уларға әҙер бу­лығыҙ. Дөйөм тотороҡлоҡто һаҡлар өсөн ниндәйҙер юғалтыу менән ризалашырға ла тура килер, бәлки.





Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


Вернуться назад