RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Сихырсылар заманы

20.11.2010 Сихырсылар заманы

«Мөғжизәгә килә ышанғым...» Бер йырҙа шундайыраҡ һүҙҙәр бар түгелме? Әллә тәбиғәт серҙәренә ҡапыл ғына төшөнөп китә алмауҙан, йә иһә шул тәбиғәттең төрлө күренештәре алдында ҡаушап ҡалыуҙан, кеше ғүмер баҡый үҙенең аңы етмәҫлек һәм аҡылына буйһонмаҫлыҡ тағы ла ниндәйҙер көс­тәрҙең булыуына ышанып йәшәгән. Күреп белмәһә лә, ул ошо көстәр алдында баш эйгән, үҙ игелегенә яуап итеп игелек көткән, яуызлыҡ күренештәренә ҡаршы хәл ҡәҙәренсә көрәшкән.
Әкиәттәр һәм легендалар, халыҡта быуындан-быуынға һөйләнә килгән риүәйәттәр һәм хикәйәттәр һис тә тиктәҫтән генә хасил булмаған. Әкиәт геройҙарының тылсымлы сифаттарға эйә булыуы, төрлө сүрәттәргә инә алыу һәләте, юҡты бар итеү, ҡарасҡыны һылыу ҡыҙ йә егет рәүешенә индереү – бы­ларҙың барыһы ла, ышанһаҡ-ышанмаһаҡ та, кеше психикаһына аҡрынлап йоғонто яһай. Ғәмәли тормошта булмаҫтай күренештәргә тәүҙә бала-саға ышана, унан һуң, ысынбарлыҡҡа ышанысын юғалтып, аптырап йөрөгәндә, оло кеше лә үҙе лә белмәгән-күрмәгән яҡтан мәрхәмәт көтә башлай. Бында, әлбиттә, диндең, уҡылған китаптарҙың һәм ғаиләләге тәрбиәнең йоғонтоһо ҙур.
Әҙәм балаһының Хоҙай ҡөҙрәтенә йәки ниндәйҙер бүтән көстәргә ышанып йәшәүендә, әлбиттә, бер ниндәй ҙә хилафлыҡ юҡ. Киреһенсә, һәр нәмәне инҡар итеп, үҙен генә юғары тотоп йөрөүселәр ҡурҡыныс. Әгәр кешегә рухи таяныс була икән, уның һүнеп барған өмөтөн яңынан ҡабыҙа алһа, ул, әйҙә, ышанырҙай нәмәгә ышанһын. ҡайтҡан өмөттөң үлем сигендәге кешегә лә йән өрөүе ихтимал. Яҡшы һүҙ – күтәрә, яман һүҙ үлтерә бит. Ошо күҙлектән сығып ҡарағанда, ипле һүҙле оло кеше һәйбәт психолог-табиптан да уңышлыраҡ дауалай.
Донъялар тыныс, ғаиләләр имен булғанда йөрәккә яра һалынмай. Ләкин тормош ағышы гел генә беҙ теләгәнсә түгел. Кешелек йәмғиәте алға бер аҙым яһауға, ул шуға бәрәбәр бәлә-ҡазаларға юлыға. Һуғыштар, милләт-ара һәм конфессия-ара ыҙғыштар, байҙар менән фәҡирҙәр араһындағы дошманлыҡ, тәбиғәттә тыуып торған мәхшәрҙәр, кешене кешелектән сығара барған глобаль әхлаҡһыҙлыҡ – башыбыҙға төшкән һәм төшәсәк афәттәрҙе һанап сығыу ҙа мөмкин түгел. Алда күрәсәк ҡазаларыбыҙҙың ҡайҙан килерен һәм ниндәй булырын әле башҡа килтереү ҙә мөмкин булмаған эш.
Сирен тойһа, хатта януарҙар ҙа дауаланыр һәм сирҙе еңер әмәлде эҙләй башлай. Йән язаларынан яфаланған мәлдәрҙә кеше, ышанамы-юҡмы, Аллаһы Тәғәләгә ялбара, тән йәрәхәттәренән сыҙай алмаған саҡтарҙа әҙәм балаһы ғәзиз әсәһен саҡыра. Рухи сырхауҙар, өмөтһөҙлөк биләгән йәмғиәт, үҙендә көс таба алһа, иманын ҡайтарып һәм әхлаҡ сафлығына таянып күтәрелә.
Әгәр инде татарҙың мәшһүр шағиры Таҡташ әйткән «Һәр замандың була торған ауырыуы» кеше рухтарын да зәғифләндерә башлаһа, ни хәл ҡылырға? Йәмғиәттә сирҙәр көсәйгән һайын уны дауаларға теләүсе «табиптар» күбәйә. Илдә бар халыҡ аңларлыҡ һәм ҡабул итерлек милли идеяның булмауы, иҡтисади сәйәсәттә бөгөнгө көн менән генә йәшәү, халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙә дәүләттең милли мәнфәғәттәрен яҡлай белмәү – быларҙың барыһы ла кешеләрҙә төшөнкөлөк тыуҙыра. Беҙ илебеҙҙең Африка илдәре дәрәжәһенә төшөүенең ҡотолғоһоҙ булыуына ышана барабыҙ. Бахырлыҡ психологияһы, ҡол булыу психологияһы кеүек үк, баҫылып йәшәү ғәҙәтенә күнектерә. Ә был инде илдең киләсәгенә сик ҡуя, халыҡтың киләсәген тамам юя.
Советтар Союзы тарҡалып, Рәсәй сәйәсәте һәм иҡтисады агония сигенә яҡынлашҡас, беҙҙең илде Европанан, океан аръяғынан тороп «дауаларға» теләүсе кешеләр күбәйеп китте. Етәкселәребеҙ илебеҙҙең хәле тураһында үҙебеҙҙәге аналитиктарҙан түгел, Донъя банкыһы, Париж клубы, БМО эксперттарынан һораша башланы. Америка кәңәшселәренең һүҙен тотмаған хәлдә кредит-фәләндәр бирелмәне. Рәсәйҙең иҡтисади стратегияһын эшләү бурысы Аҡ йорт белгестәренә күсте. ҡыҙғаныс, әммә туҡһанынсы йылдарҙа, бер мәл, Канадала йәшәүсе бер мадьяр иҡтисадсыһы Башҡортостан хөкүмәтенең кәңәшсеһе булып алды.
Рәсәй халҡы менән телевидение аша бер йылды аралашҡанда: «Көнбайыш беҙгә ярҙам итерме икән?» – тигән һорауға Владимир Путин: «Ә ниңә беҙгә кемдер ярҙам итергә тейеш, беҙ ғәрипме ни?» – тип ҡырыҫыраҡ яуап биргәйне. Бик хуп яуап булды ул һәм ил етәксеһе бахырлыҡ психологияһынан ҡотолоу зарурлығына аныҡ ишара яһаны. Күршеләрең менән донъя мәшәҡәттәре хаҡында кәңәш итеү яҙыҡ эш түгел, әммә һәр көн, усаҡҡа ут ҡабыҙған һайын, уларға әйләнеп ҡарау ҙа дәрәжәңде күтәрмәй.
Әллә совет власының ҡаты ҡулы шулай быуып тоттомо, йә иһә партия пропагандаһы үҙ эшен эшләнеме, иллә ул йылдарҙа им-томсолоҡ, күрәҙәселек күҙгә ташланып барманы. Килеп сыҡҡан хәлдә лә ул күренештәр һаман йәшәп килеүсе дини хөрәфәттәр, халыҡтың наҙанлығы менән бәйләнде. Ләкин, йәшертен булһа ла, им-том итеү, ноҡот, кәрт ярҙамында яҙмыштарыңды төҫмөрләргә теләү, ҡот ҡойоу, ен ҡыуыу, бала ҡабул итеү кеүек күренештәр барыбер йәшәп килде. Бында кемделер ғәйепләргә, халыҡтың самаһыҙ бер ҡатлылығынан көлөргә лә ярамай. Өмөтһөҙлөк сигендә әҙәм балаһы һыуға ла таянып ҡарай, уттан да йәшәү терәге эҙләй.
Илебеҙ тарихында буталсыҡ осор баш­ланғас, төрлө экстрасенстар, халыҡ табиптары, күрәҙәселәр ҡапыл ғына пәйҙә булды. Атаҡлы шарлатан, авантюрист Григорий Распутин егерменсе быуат башында, йәмғиәттә буталсыҡ көсәйгәс, ижтимағи ҡапма-ҡаршы тороу айырыуса киҫкен төҫ алғас, эшмәкәрлеген йәйелдереп ебәргән. Әйткәндәй, распутиндар ил тарихында элегерәк тә килеп сыға торған, яңы тарихта улар бермә-бер ишәйеп китте.
Намыҫы саф кеше бала һымаҡ була. Ул фантазияға ла, алдашыуға ла, хатта шаярып әйтелгән һүҙгә лә ышанып бара. Ә юғарыла телгә алынған экстрасенстар һәм им-томсолар – һәйбәт психологтар. Улар айырым кешенең генә түгел, хатта тотош йәмғиәттең ниндәй кәйеф менән йәшәүен, халыҡтың нимә хаҡында хыялланыуын, бәлә-ҡазаларҙан нисек арынырға белмәй яфаланыуын белеп-һиҙеп тора. Йонсоған кешенең күңелен иретер һәм уның хәленә ингән булып күренеү өсөн бер ауыҙ йылы һүҙ ҙә етә. Ә инде ярҙам да вәғәҙә итһәләр, ул бөтөнләй мөкиббән китә. Бөйөк тәнҡитсе Виссарион Белинский әйтмешләй, «беҙҙә, яратһалар, мөкиббән китеп яраталар, туҡмаһалар, үлтермәйенсә туҡтамайҙар». Сама тигән нәмә юҡ.
Шәхсән хистәремә ихтыяр биргәндә мин халыҡтың аҡылын бөтә нәмәләрҙән дә өҫтөн ҡуям. Шуға күрәлер төрлө экстрасенстар, «халыҡ табиптары» йоғонтоһона сабыйҙарса бер ҡатлылыҡ менән бирелеүселәрҙең көтөлмәгәнсә күп булып сығыуы хайран ҡалдыра. Бында, бәлки, матбуғатта йондоҙнамәләр, астрологик күрәҙәлектең даими баҫыла килеүе лә үҙенекен итәлер. Ни тиһәң дә, халыҡ ташҡа баҫылған һүҙгә, телевизор, радионан әйтелгән хәбәргә ышанып барыусан. Хәбәр – ул тауар. Әгәр ҡулланыусы бар икән, ул мәғлүмәт баҙарына һәр ваҡыт сығып торасаҡ.
Француз тел ғалимы Пьер Буаст ошо мәсьәләләр хаҡында былайыраҡ фекер әйткән: «Шарлатандар кешеләр күңеленә өмөтләндергес һәм һәйбәт хыялдар һала, был хыялдар­ҙың файҙалы хәҡиҡәткә ҡарағанда тиҙерәк һәм ихласыраҡ ҡабул ителеүен улар яҡшы белә».
Ҙур-ҙур залдарҙы тултырып, халыҡты «игелеккә йүнәлтеүсе» Анатолий Кашпировскийҙы, һыуҙы тылсымлы көс менән «байытыусы» Алан Чумакты, власть башындағыларҙы ла ышандыра алған Джунаны әле лә хәтерләйһегеҙҙер. Кашпировский хатта, Мәскәүҙән тороп, Тбилисиҙа телевидение аша хирургик операция эшләп маташты. Ә мәрхүмдәрҙе терелтергә вәғәҙә биргән Григорий Грабовой һуң? Уның Бесланда һәләк булған балаларҙы «теге»нән кире ҡайтарырға тип былай ҙа бәхетһеҙ ата-әсәләрҙе өмөтләндереүе әхлаҡһыҙлыҡтың иң сағыу өлгөһө булғандыр.
Бындайыраҡ «дауалаусылар» мосолман ҡәрҙәштәребеҙ араһында ла ишәйеп китте. Кемдер һыуҙы өшкөрҙө, буйға үтә алмаған ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙамға үҙҙәренең фотоһүрәттәрен тәҡдим итеүселәр ҙә булды. Көлһәң, көлөрлөк, илаһаң, иларлыҡ. Им-томсоларға эйәреп, үҙебеҙ ҙә диуанаға әйләнеп барабыҙ, ахыры.
... Беҙҙең ауылға ла бер мәл «халыҡ табибы» килеп төшкән. Халыҡҡа эйәреп, әсәйем менән күрше Камилә инәй ҙә клубҡа киткән. Камилә инәйебеҙ һуҡырайып бара, уға им кәрәк икән. Ултыралар. «Халыҡ табибы» сәхнәлә. Камилә инәй әсәйемдән һорай: «Мөнирә, йә, дауалаймы шул, юҡмы?» «Әлләсе, дауалағанын ҡайҙан беләйем, ҡулын тегеләй-былай һелтәй әле», – тип яуаплай икән әсәйем.
Сәхнәнән ҡул һелтәп дауалауҙы күргән әсәй-инәйҙәребеҙгә күптән инде табиптар кәрәкмәй. Ә беҙ һаман сихырсылар заманында йәшәйбеҙ.

Марсель ҡОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”