RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » ӘЛЛӘ БУЛДЫ, ӘЛЛӘ БУЛМАНЫ…

07.02.2014 ӘЛЛӘ БУЛДЫ, ӘЛЛӘ БУЛМАНЫ…

Күптәр шундай хәлгә ҡала – әлеге ваҡытта кисергән ваҡиғалар быға тиклем дә булған кеүек тойолоп китә. Мәҫәлән, бер кеше менән һөйләшеп тораһығыҙ, уның хәҙер нисек яуап­лаясағы кинолағы кеүек күҙ алдына килә, һәм кеше тап һин күҙаллағанса яуап бирә. Әйтерһең, тап ошондай ваҡиға быға тиклем дә кисерелгән кеүек. Ошо хәл булған да кеүек, булмаған да кеүек…
Психология быны “дежавю” тип атай. Кешеләрҙең күбеһенә хас ул. Ҡайһы бер кешеләр бер секундта хәҙер нимә буласағын һәр бер бәләкәй деталенә тиклем күргәндәй була. Нимә был: кемдеңдер бай фантазияһымы, интуициямы, әллә инде психик проблемамы? Яуап биреү ҡыйын, шулай ҙа, дежавюға бирелгән кешеләрҙең күп булыуын һәм башҡа бер ниндәй ҙә психик проблемалары булмауын иҫәпкә алып, белгестәр, был хәлде ниндәйҙер сиргә бәйләмәй.
Әлеге мәсьәлә менән табиптар күптән шөғөлләнә. Асыҡлауҙарынса, ябай кеше был ҡыҙыҡ хәлгә ғүмерендә бер-ике тапҡыр ғына дусар була. Ә инде эпилепсия менән сирләгәндәр йыш ҡына мөғжизә менән осраша. Быныһын да фәнни яҡтан аңлата алыу­сылар әлегә юҡ. Шул ғына билдәләнгән: моғайын, дежавю мейенең төштә күргән хәл-ваҡиға­лар­ҙы эшкәртеүе һәм хәтергә һалып ҡуйыуы арҡаһында килеп сығалыр. Был инде кешеләрҙең үҙенең киләсәген төштә күреүен, әммә иҫендә ҡалдыра алмағанлығын да аңлата. Ғалимдар әлеге хәлде ныҡлап бер төрлө лә тикшерә алмай, сөнки бөтә нәмә лә баш мейеһенә бәйле. Был органда саҡ ҡына тикшереүҙәр үткәреү ҙә кешене йә һуҡыр, йә һаңғырау итә, эштең фалижға тиклем барып етеүе ихтимал.
Дежавюны Зигмунд Фрейд та өйрәнеп ҡараған. Ләкин ул аныҡ ҡына фекергә килә алмаған. Ул, кешеләр буласаҡ хәл-ваҡиғалар­ҙы йыш ҡына төшөндә күрә, ләкин әһәмиәт бирмәй, тигәнерәк фекергә килгән.
Шулай уҡ ҡайһы бер өлкә белгестәре, кеше бер нисә ғүмер кисерә, тип һанай. Реинкарнация теорияһы буйынса, кеше төрлө ғүмерендә бер үк ваҡиғаларға тарый. Был хәл уның хәтерендә уйылып ҡала һәм көтмәгәндә иҫенә килеп төшә.
Был мөғжизәне, скептиктар булһа ла, физиктар ҙа аңлатырға тырыша. Уларҙың фекеренсә, ваҡыт даръя­һында проблемалар, ҡытыршылыҡтар сыға һәм кеше хәҙер буласаҡ ваҡиғаны алдан уҡ күргән була.
Әлеге күренеш аныҡ ҡына аңлатылмаһа ла, кеше организмына бер ниндәй ҙә ауырлыҡ килтермәй. Һәр хәлдә, табиптар шулай тип раҫлай. Шуға ла ниндәй ҙә булһа ваҡиғаны энәһенән-ебенә тиклем алдан күргән һымаҡ тойғолар уянһа ла, ҡурҡмағыҙ – ни бары феноменға, мөғжизәгә тарып ҡына тораһығыҙ. Дежавю һеҙгә йыш килә торған ҡунаҡ икән, хәтерегеҙҙе яҡшыртыу, иртән уянғас ҡапыл һикереп тормау, саҡ ҡына булһа ла уйланып ятыу әмәлен табыр­ға тырышығыҙ. Белгестәр тап шундай кәңәштәр бирә. Был хәлгә ҡурҡыу менән ҡарамағыҙ, тыныс ҡабул итегеҙ. Ул өйрәнелмәгән, аңлашылмаған хәл булһа ла.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған