RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Башҡорт – борондан тәбиғәт балаһы, тиһәк тә...

Яңылыҡтар архивы Башҡорт – борондан тәбиғәт балаһы, тиһәк тә...

Башҡорт – борондан тәбиғәт балаһы, тиһәк тә...– Урал Ишбирҙе улы, һүҙҙе шунан башлайыҡ, үҙегеҙ ҡайһы яҡтан­һығыҙ?
– Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылынанмын. Ирәндек буйҙары, Ҡарағайлы йылғаһы, Айсыуаҡ ташы... был изге урындар, изге төшөнсәләр мине һәр саҡ үҙенә саҡырып, ғүмерем юлында оҙатып килә. Бала саҡтан уҡ иптәш малай­ҙар менән бергә тау-таш араһында уйнап, буй еткерә төшкәс, кинәнеп бесән сабып үҫкәнгәме, һәр ташты, һәр үләнде танып-белеп йөрөнөк. Емеш-еләккә лә бара торғайныҡ. Тәбиғәттә күңелдәр ҙә бер-береһенә тартылыусан да, аңлаусан да бит. Әсәйем урман-ҡырҙарҙың исемдәрен, уларға ҡағылышлы тарихтарҙы күп белгәнгә күрә уға эйәреп еләккә, йә башҡаһына барыу кинәнес кенә ине. Балан-муйыл тиргәндә, еләк сүпләгәндә ул һөйләй, беҙ тыңлайбыҙ.

– Мәҫәлән...
– Әйтәйек, «Сибай» халыҡ йыры аша Сибай кантонды беләһегеҙ инде. Ул беҙҙең яҡтың данлыҡлы шәхесе. Әсәйем уны данлап телгә алыр ине.
Ебәк кенә баулы күк ҡарсыға
Талпына ла микән ҡош күреп?
Киң түшәккәйҙәрен тарҙар йәйеп,
Көтә микән Фатимам төш күреп? – кантондың Себер тарафтарынан шулай өмөтләнеп йырлауына ҡарамаҫтан, Фатима исемле йәш кәләше урыҫ егете менән ҡасып китә. Тик беҙгә ул саҡта кантон бисәһенең тоғролоғо йә хыянаты мөһим түгел, ә... Фатима ҡасҡан саҡта беҙҙең Ҡарасәй тауында һандыҡ-һандыҡ байлығын йәшереп китә, шул ҡыҙыҡ. Иртәгәһенә берәүгә лә белдермәйенсә, көрәк алып, Ҡарасәйгә һыпыртабыҙ, теге Фатиманың байлығын беҙ генә тапмаһаҡ, кем табыр, тигән өмөт алып килә тауға. Ҡаҙабыҙ, соҡойбоҙ, тик... байлыҡ табылманы, алтын тулы һандыҡ хыял ғына булып ҡалды. Уйлаһаң, бала саҡ шундай эҙләнеүҙәре, нимәгәлер ымһыныуҙары менән ҡәҙерле бит.
Һуғыш йылдарында Тураташ мәмерйәһендә ҡараҡтар йәшәгән, тиҙәр. Тик беҙ үҫкән осорҙа мәмерйә юҡ ине. Һәм бөтөнләй булмаған да шикелле. Сөнки студент саҡта, практика мәлендә, тикшеренеүҙәр үткәреп, эҙләп тә ҡараныҡ, тик тейешле һөҙөмтәләргә килә алманыҡ.
Олотауҙа әсәйем үҙе белгән һуҡмаҡтар аша сейәлеккә алып бара. Был емешлек урынын ул ғына белә торғайны. Сағылды, Ҡарамалташты ла күреп, гиҙеп үҫтем. Ундағы төрлө төҫтәге таштар хайран итте.

– География йүнәлешенә китерегеҙ алдан төҫмөрләнгән инде улай­һа.
– Бәлки. Беҙ ғаиләлә өс бала үҫтек. Хәҙер өсөбөҙ ҙә мөғәллим. Йәноҙаҡ ағайым Сибайҙа балалар сәнғәт мәктәбендә уҡыта. Уның тураһында ишетеп беләһегеҙҙер, оҫта ул, ағасҡа йән өрөүсе, тип тә әйтәләр үҙен. Халыҡ оҫталары араһында Бөтә Рәсәй еңеүсеһе лә булды. Ағайҙың ағас эштәре менән япондар ҙа ҡыҙыҡһынды, эшкә лә саҡырҙылар, ул, Уралымдан китмәйем, тине лә ҡуйҙы. Һеңлебеҙ математика буйынса китте, Байым ауылында (Баймаҡ районы) уҡыта. Ә мин бала саҡтан баяғы таштарға ғашиҡ булып үҫтем, хыялым геолог булыу ине лә, был өлкәләге институт Семипалатинскиҙа, Ҡаҙағстанда булғас, алыҫ, тип сығарып ебәрмәнеләр. Географияны һәйбәт белгәс, уҡытыусым Фәрит Хаммат улы Әбүбәкеров ошо йүнәлеш буйынса фатихаһын биргәс, БДПУ-ға килдем.
Биология фәне лә бик оҡшай торғайны. Ғөмүмән, был өлкәнең серҙәренә төшөнә барған, ҡоштар, үҫемлектәр донъяһына яҡыныраҡ килгән, картаны өйрәнеп, үҙең карта төҙөп, уйыңда ҡитғаларҙы гиҙгән һайын, елкендергес һәм кинәндергес походтар, турслет­тарҙан алған фәһемле һәм ҡыҙыҡлы тәьҫораттар, һөҙөмтәләр мине ҡапыл ғына ошо фән иленә алып инде лә китте. Уҡытыусыларым да осҡон бирә алғандыр, уйҙарымды бүлешкәндә һәр саҡ улар тарафынан хәстәрлекле ҡараш һәм әйҙәүсе көс тойҙом. Диплом эшем ҡоштарға арналғайны.

– Ҡыҙыҡ. Хәҙер бар ҡоштарҙы ла таныйһығыҙмы?
– Элек бик танып етмәй инем, хәҙер таныйым.

– Ә диплом эшенә был тема нимәһе менән ылыҡтырҙы?
– Ҡоштарҙың самолеттарға бәрелеп, күп фажиғә тыуҙырыуы хаҡында уҡып та, ишетеп тә белә инем. Ҡыҙыҡһынып киттем, унан бигерәк, диплом эшенә ҡыҙыҡлыраҡ, башҡалар бик теймәгән теманы ла һайлағым килде.
Өфө аэропорты эргәһендә радиусы 5 км булған ара-тирәләге ҡош­тарҙы, уларҙың холоҡ-фиғелен, урындың үҙенсәлектәрен өйрәндем, ҡош ояларының картаһын төҙөнөм. Ниндәй ҡоштар йәшәй, бөтәһенең дә төрҙәрен белеп сыҡтым.

– Нисә төр инде?
– Килеп туҡтаған ҡоштар менән бергә туҡһанға яҡын төр. Ҡоштарҙың миграция юлын өйрәнеү өсөн һары таңдан киләм, теркәйем. Көнөнә өс тапҡыр барам аэропорт янына, ҡайһы яҡтан ҡайталар, емде ҡайҙан табалар – барыһын да теркәп, һығымталарға килергә тырышам.

– Был аэропорт өсөн бик кәрәкле факттар булғандыр.
– Шулайҙыр, сөнки диплом эшем дә, күргәҙмә материалдар ҙа, төҙөгән карталар ҙа унда һаҡлана. Хәҙер файҙаһы бармы икән, юҡмы – ҡыҙыҡһынғаным юҡ. Осоу һыҙатына (взлетная полоса) ниндәй ҡоштар килә – был хаҡта ла мәғлүмәттәр бар. Унда будка була торғайны, яуап­лы кеше ҡоштарҙы өркөтөр өсөн атып ебәрә, йә сигнал бирә. Аҙаҡ ҡоштар был өркөтөүҙәргә лә өйрәнә. Ҡоштар йәй урталарында осоу һыҙатына күпләп сыға ине. Тикшергәс, бының сәбәбен төшөндөм, улар бейек күтәрелгән үләндәр­ҙән етешкән йә ҡойолған орлоҡтарҙы сүпләргә төшә икән. Мин үләндәрҙе сәскә атмаҫ борон уҡ сабырға тәҡдим индерҙем. Һөҙөмтәһе булды, ҡоштар күпләп килмәне. Шулай уҡ аэропорт тирәһенә аҙыҡ-түлек ҡалдығын түкмәҫкә кәрәк тигән тәҡдим дә булды. Ҡайҙа ем, емтек – шунда бит инде ҡоштар.
Ҡоштар барыбер ҙә самолеттарға хәүеф менән янаясаҡ әле. Ниндәйҙер заманса технологик ҡорамалдар ғына өркөтмәһә үҙҙәрен, йә булмаһа... башҡорттар борон һунарҙа, беләктәренә ултыртып, шоңҡар-ҡарсығаны йәнлек-кейектәргә сөйгәндәр бит әле, шуның кеүек өйрәтелгән көслө, йыртҡыс ҡоштар ярҙамында ҡыуаламаһаң...

– Уҡыуҙан һуң аспирантураға ҡалдығыҙмы?
– Юҡ әле, ир-азаматтар бурысын үтәмәй – илде һаҡламай тороп, фәнгә тотонманым. Флотта хеҙмәт иттем, торпедасы булып. Кеше ҡайҙа ниндәй шарттарҙа булһа ла үҙенә фәһем алалыр инде, унда ла ҡоштар менән ҡыҙыҡһындым. Крачкаларҙы, тик улар аҡсарлаҡ түгел, бик ҡыҙыҡһынып күҙәтә торғайным. Аҡҡоштарға ҡарап һоҡландым. Диңгеҙ ҡоштарының уйынын күреп, үҙебеҙҙең яҡтың ябай ғына турғайын да һағына торғайным. Унда мин ныҡлап еңел атлетика менән шөғөлләндем, шуға күрә саф һауала, диңгеҙ шауында ла, ҡоштар моңо аҫтында ла йыш йүгерергә тура килде.

– Һеҙҙең күңелегеҙҙе әсир иткән берҙән-бер ҡош бармы?
– Берҙән-бер тигәне... Һорау былай яңғырай икән – юҡ. Сөнки ҡайһы бер ҡанатлы дуҫ үҙенең моңо, икенсеһе холҡо, өсөнсөһө буй-һыны менән әсир итә. Мәҫәлән, үҙемә оҡшаған матур, йәғни күрер күҙгә күркәм ҡоштар тип мышар турғайын (свиристель), һөҙһөттө (удод) әйтер инем. Ҡыҙылтүште (зяблик) күргәс тә күңел һөйөнөп китә.
Сибайҙа йәшәгәндә, май айында велосипедта китеп бара инем, торналар тауышын ишетеп, туҡтап ҡалдым. Һаҡ ҡына ҡамыштар араһынан баҡһам, хайран ҡалдым – донъяларын онотоп, торналар бейей ине. Шул тиклем ихласлыҡ, бер ҡатлылыҡ, сафлыҡ бар ине был бейеүҙә. Мөлдөрәмә тулы һөйөү бар ине хәрәкәттәрендә. Әле лә бына күҙ алдында.
Ҙур ҡоштарҙан аҡҡошто яратам. Улайһа, кем генә яратмай уларҙы. Ҡауҙы шулай уҡ бик матур ҡош. Улар үҙҙәрендә саҡырып торған ғорурлыҡ, үҙ баһаһын белгән тәкәбберлек һәм ҡарап туймаҫлыҡ һомғоллоҡ һаҡлай.
Кешеләргә эйәләшеп барған да, уларҙан ҡасҡан да ҡоштар бар. Һәр береһенең үҙ холҡо, үҙ сере, үҙ донъяһы. Ҡайһыныһы яҙын, көн йылытҡас, нәҫелен дауам итергә тип беҙҙең яҡтарға килә, ә мышар турғайҙары, ҡыҙыл түштәр, киреһенсә, ҡышҡыһын беҙҙе үҙ итә. Ҡарабаш турғай ҙа һыуыҡты ярата. Бына улар үҙҙәренең түҙемле булыуҙары менән хайран итә мине.
Йыртҡыс ҡоштарҙың һаны әҙәйә, шуныһы ҡыҙғаныс. Кешелек эшмәкәрлегенә, уйламай эш итеүенә бәйле был. Сама белмәй баҫыу-баҡсаларға ағыу һиптереү касафаты. Сысҡан кеүек ҡоротҡостарҙы бөтөрәбеҙ, тип уйламағанда уларҙы аулар ҡоштарҙың да ағыуланыу мөмкинлеге бар икәнен онотоп китәбеҙ.

– Мылтыҡ тотоп һунарға сыҡҡанығыҙ бармы?
– Юҡ. Һис ҡасан булмаҫ. Ҡармаҡ менән балыҡ тотҡаным бар. Ҡоштоң, йәнлектең, үҫемлектең теле, йәне, үҙ донъяһы, кеше кеүек ғаиләһе, балалары, яҡындары бар икәнен белә тороп, нисек уларға мылтыҡ терәмәк кәрәк. Оҫта һунарсыларҙан да ишеткәнем бар: атып алған кейек-ҡоштары, алтын мөгөҙлө боланмы ул, ябай өйрәкме, һуңынан, төштәренә инеп, тынғылыҡ бирмәй икән. Һәр кемдең үҙ йәне, һәр кемдең үҙ иманы.

– Ҡоштарҙың, ысынлап та, теле бармы?!
– Бар. Берәй ҡурҡыныс тыуһа, улар бер төрлө әсе тауыш бирә. Аҙыҡ табып, ҡунаҡҡа саҡырырға мөмкин, шатланғаны тауышынан уҡ беленеп тора. Һәләкәт-ҡайғы килһә, уның тауышынан үҙеңдең дә бәғерең өҙөлөп төшөрҙәй була. Йәне, күңеле булмаған йән эйәһе шундай тауыш сығара аламы? Бер ҡоштоң әллә нисә интонацияһы булырға мөмкин. Теге йәки был ҡоштоң теле айырылып тора. Башҡорт борондан тәбиғәт балаһы булған, шуға ҡош­тарҙың да телен белгән. Шуға ул тарт, тарт тип ҡысҡырған ҡошҡа тартай тип, се-ел, се-ел тип тауыш биргәненә сел тип ҡушҡан, йә саҡ менән суҡты ал. Бер-береһен эҙләп шулай тип ауаз һалмайҙармы ни? Халыҡ ижадында ла был турала әйтелә бит.

– Әрменән институтҡа ҡайттығыҙмы?
– Эйе, бында эшкә саҡырҙылар. Тик Өфөлә оҙаҡҡа ҡалып булманы. Ауыр саҡта кеше тыуған еренә һыйыныусан бит, йәшәү шарттары булмағас, Сибайға ҡайтырға мәжбүр булдым. Һаман иҫләйем, 1991 йылдың 19 авгусында ҡайтып төштөм. Путч көнө. Бер нисә айҙан СССР тигән ҙур илдең юҡҡа сығыуын күҙ алдына килтереүе лә мөмкин түгел ине. Бына ғүмер, үҫеп килеүсе быуындан ундай илдең булғанын да белмәүселәр күп.
Сибайҙа йөҙөп йөрөп мәктәптә эшләнем, географиянан уҡыттым, лицей директоры ла булдым. Сибай институты асылғас, шунда юлландым. Фәнгә булған ҡыҙыҡһыныуым бер ҡасан да һүрелмәне, киреһенсә, йылдар үткән һайын география, экология йүнәлешендә үҙ аллы эҙләнеүҙәр алып барҙым. 1997 йылда аспирантураға эҙләнеүсе булараҡ килдем. Ә инде «Географические и экологические условия Сибайского рудного райо­на» тигән хеҙмәтем баҫылып сыҡҡас, коллегаларымдың йылы һүҙҙәрен ишеткәс, үҙем дә дөрөҫ юл һайлауыма ышандым. Был китапта беҙҙең яҡтың Сибай, Балтатау, Баҡырүҙәк, Таштау, Баҡыртау, Күлйорттау һәм башҡа ятҡылыҡтарҙың тау тоҡомдарын барланым. Шул ятҡылыҡта урынлаш­ҡан Сибай баҡыр комбинатының эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә тәбиғәткә ни тиклем зыян килеүен тикшерҙем.Тәбиғәттең бар компоненттарын да күҙ уңында тотоп башҡарылды эҙләнеүҙәр. Әйтәйек, комбинаттың эшмәкәрлеге арҡаһында һауа бысрай, ул яуын булып ергә төшә, тупраҡ-үҫемлектәрҙең тәбиғи шарттары үҙгәрә, кешенең һаулығы ҡаҡшай... Эҙләнеүҙәр, тикшеренеүҙәр бергә барҙы. 2000 йылда университетҡа эшкә саҡырғайнылар, оҙаҡ уйлап торманым, Өфөгә яңынан килдем. Һәм әлеге хеҙмәтемде киңерәк һәм төплөрәк эшләп, Сибай төбәге менән генә сикләнмәй, Баш­ҡортостандың Урал аръяғы райондары – Учалы, Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла райондарының тәбиғи-антропоген комплекстарына геоэкологик баһа бирҙек. Был яҡ­тарҙың далалары ниндәй генә уникаль булмаһын, экологик, географик, биологик тикшеренеүҙәремә ҡарағанда, барыбер ҙә тау-руда, агросәнәғәт һәм транспорт предприятиеларының кире йоғонтоһо ҙур. Ерҙең ауыр металдар менән бысраныуы борсолдора, ул үҙ артынан тәбиғәтте һаҡлау сараларын үткәреүҙе һорай.

– Башҡортостанда саф таҙа урын бармы икән?
– Юҡтыр ул. Үҙенең күркәмлеген, мөһабәтлеген, илаһилығын һаҡлап ҡалған урындар күп, быныһы бә­хәсһеҙ. Тик таҙалығы буйынса... әйтеүе ҡыйын. Бөрйәнде таҙа тибеҙ. Тик башҡорт ҡорттары ла кәмей бара бит. Салауат, Мәләүез яҡтарынан сәнәғәт һауаһы был хозур тәбиғәтле төбәккә лә осоп барып етә. Көнбайыштан көнсығышҡа Өфө, Благовещен һауаһы Ҡариҙел тарафтарын да иңләй. Ауыл ерҙәрендә урмандарҙы ҡырҡып, сәсеүлектәргә әйләндереү торғонлоҡ йылдарында бик киң ҡолас алғайны. Ҡасандыр, металл етештереү сәнәғәте бик үҫеш алмаған осорҙа әле, республика биләмәһенең 74 проценты урман менән ҡапланған булған. Бөгөн был ике тапҡырға кәм, анығыраҡ әйткәндә, 38 процент. Аптырарһың, кеше әллә тәбиғәттән ныҡ алыҫлаша, әллә, киреһенсә, артыҡ яҡын килеп, самаһыҙ ныҡ файҙалана. Һаҡһыҙ һәм хаҡһыҙ файҙалана...

– Ҡалғанын булһа ла һаҡлау юлдары бармы?
– Бар, күпләп заповедниктар, парктар ойоштороу һәм мәҙәниле туристик үҙәктәр асыу һөҙөмтәле эш буласаҡ. Ғөмүмән, кешеләрҙә мәҙәнилек түбән, бер-беребеҙгә булған ышанмаусанлыҡ, кәмһетеп ҡарау кеүек тәбиғәткә булған мөнәсәбәт тә мәғәнәһеҙ. Тимәк, тәрбиәнән башларға кәрәк. Һыуҙарҙы бысратмау, яр буйҙарында пластик шешәләр ҡалдырмау, урманда мал йөрөтмәү, усаҡты һүндереү, йәнлектәрҙе атмау... – быларҙың барыһы ла, минеңсә, ҡәҙимге тәртип, әҙәп нормалары ғына. Бында ниндәйҙер тыйыу-закондар ҙа кәрәкмәй. Аңлы затҡа, үҙ еренең, киләсәгенең ҡәҙерен белгән кешегә, әлбиттә.

Мөнир ҠУНАФИН әңгәмәләште.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.





Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


Вернуться назад