RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Беҙгә ҡала туҙаны...

13.11.2010 Беҙгә ҡала туҙаны...

Был тормошта беҙ яҙмышыбыҙға өлөш булып төшкән толпарҙарҙың, йә алашаларҙың ял-ҡойроғона йәбешеп, байтаҡ юл үтәбеҙ. Ошо юлда, әлеге аттарҙың эйәренә һикереп менеп ултыра алмаған хәлдә лә, иңдәребеҙгә, исмаһам, тояҡтарҙан борҡолған туҙан ултыра. Юл саңдарының танауҙы ҡытыҡлауы ла аңлай алған кеше өсөн – бәхет. Кәнсәләрҙә ҡағыҙ ҡыштырҙатып, ер күрмәй, ил белмәй ғүмер кисереүе, ай-һай, аяныстыр. Юлдар менән йылдарҙың, үҙ мәле еткәс, йырҙар булып күңелдә сыңлай башлауы ла, бәлки, бәхеттер. Ваҡыт кеше баһаһын, тормош самаһын белергә өйрәтә. Кисә төҫһөҙ, ябай ғына күренгән хәл-ваҡиғалар бөгөн бүтән мәғәнә ала, хатта көтөлмәгән яғы менән асыла.
Йәмғиәттең тыныс тормошта йәшәүе, әлбиттә, һәйбәт. Ғөмүмән, беҙҙең халыҡ иң әүәл донъя-ерҙең именлегенә табына. Хозурлыҡ хаҡына ул хатта муллыҡ-байлыҡтан да баш тартырға әҙер. Әммә ошо тыныс тәбиғәт вайымһыҙлыҡҡа барып ялғанмаймы? Күңелдәребеҙҙе юшҡын баҫмаймы? Ғәмһеҙлек икенсе тәбиғәтебеҙ булып бармаймы?
Ошондай һорауҙар менән үҙеңде-үҙең яфалағанда юшҡын ултырыр сәбәптәрҙе лә эҙ­ләйһең, рухты яҡтыртып торған шәмдәрҙең һүнеүенә үкенәһең, кисә бирергә тейешле баһаларҙың һуңлауы өсөн әрнейһең. Оҙон һырттар өҫтөндәге сусаҡтар кеүек күтәрелеп торған шәхестәрҙең юғарылығын да күрмәй үткәнбеҙ. Батыр ҙа, бахыр ҙа, тараҡ тештәре һымаҡ, бер тигеҙ булған икән. Ләкин бейек тауҙар алыҫтаныраҡ күркәм күренә. Йондоҙҙарға ла сағыуыраҡ балҡыу өсөн төн кәрәк.
Дәрте һәм тормошҡа мөнәсәбәте йәмғиәткә мотор булырлыҡ кешеләрҙең яҙмышы күпселегендә еңелдән килмәй. Ундайҙарҙың ынтылыштарын, уй-маҡсаттарын тирә-яҡтағылар йыш ҡына йә аңламай, йә ҡабул итмәй. Был, үҙ сиратында, ул шәхестәргә ҡарата сәйерһенеү, хатта уны ят күреү тойғоһо уята. Икенсе яҡтан, инициативалы кешеләр донъя йөгөн үҙ иңенә тәбиғи рәүештә ала, ул йөктөң үҙ өлөшөнә төшөүен һиҙмәй ҙә ҡала. Ә тирә-яҡтағылар эштең ауырын, иң сетереклеһен ул башҡарыр тип көтә һәм бер яҡтағы дәрт, тырышлыҡ икенсе йәһәттән бүтәндәрҙең битарафлығына, булдыҡһыҙлығына килтерә. Был – хәҙерге чиновниктар мөхитендә ифрат таралған, ләкин әлегә баһа бирелмәгән күренеш.
Шәхсән белгән һәм ғүмер баҡый яратып йөрөгән кешеләремде мин рух лидерҙары тип атайым. Йәшерәк саҡта, улар йоғонтоһона ихтыярһыҙҙан бирелеп, үҙеңә оҡшаған кешесә һөйләшәһең, уға яҡынлаштырып эшләйһең, хатта уныңса атлап китәһең. Был – үҙ итеү һәм хөрмәт менән килә һәм йылдар үтәрәк юғала торған сир. Тормош иләгенән үтә һәм яҙмыш елдәренән ҡаҡҡылана-һуҡҡылана торғас, әлеге тойғоларыңдан юйылмаҫ ихтирам тороп ҡала. Ысын ирҙәр өсөн ихтирам иң оло ҡиммәттер.
Хәҙерге быуын сәйәсмәндәр һәм яуаплы ғына вазифалар биләүсе кешеләр араһында ла таныштарым бар. Кемдәрҙер фәҡирегеҙҙе шәхсән белә, икенселәр яҙғандарымды уҡыған. Улар ҙа үҙ өлкәләрендә булдыҡлы егеттәрҙер. Әммә мин вазифалы ошо егеттәр алдында йөрәгемде аса алмайым. Ихласлығымды аңламаҫтар, борсолоу-хафаларымдың ниҙән икәнлеген күрмәҫтәр һымаҡ. Бигерәк рациональ фекерле, йөрәкһеҙ кешеләр заманы килде.
Шулай булғас, ҡайырылабыҙ ҙа уҙған юлыбыҙға йәнә бағабыҙ. Әйтерһең, унда туҙан түгел, ә алтын бөртөктәре һибелеп ҡалған. Бәлки, ысындан да алтын бөртөктәрелер?
«Ысын мәғәнәһендәге шәхси мәнфәғәттәр беҙҙе ихласлыҡҡа өйрәтә. Ошоно белгән аҡыллы лидер үҙенең эгоцентризмын йүгәнләй ала. Һәм шулай итеп һәйбәт һөҙөмтәләргә ирешә. Мәғрифәтле етәкселек – үҙең тураһында ҡайғыртыу түгел, бәлки хеҙмәт итеү». Джон Хэйдер атлы бер философтың әйткәндәрен хәтергә төшөргәндә йәш яғынан үҙемдән өҫтәге ағайҙар тураһында уйлата. ҡайһы берәүҙәр менән табындаш булмау уларҙың хеҙмәтен, тормошон белмәү түгел әле. Һүҙҙе Шәрәфетдинов Әҙһәм Ғәни улына табан бормаҡсымын.
Алтмышынсы йылдарҙың аҙағы. Көҙ. Учалы районының «Байрамғол» совхозы баҫыу­ҙарында тиҫтәләрсә комбайн пыр туҙып ашлыҡ ура. Директор менән беҙ кисләтеп кенә Уральск поселогына ҡайтып киләбеҙ. Бик арыт­ҡан да, әммә ураҡтан репортаж өлгөртөп, иртәнсәк телефон аша редакцияға тапшырырға кәрәк. Бәхеткә күрә, иғтибарлы хужа ҡунаҡханала миңә айырым бүлмә әҙерләткән, киске ашты ла хәстәрләгән. Ә Әҙһәм ағай, мине ҡалдырып, мәҙәниәт йортона ашыҡты. Кис унда хорҙың репетицияһы, директор шунда йырлай икән.
Колхоз-совхоз етәкселәренең кемлеген күрә йөрөгәнгәмелер, Шәрәфетдиновтың был ғәмәле миңә сәйер тойолдо. Һуңғараҡ, бер-беребеҙгә яҡыная килә, мин утыҙ ауылды берләштергән гигант хужалыҡ директорының бала-саға рәтенән хоккей уйнауын да, концерттарҙа скрипка һыҙҙырыуын да күрҙем. Совхозда эшләгән осорҙа Шәрәфетдинов авиация двигателдәренең яғыулыҡ системаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы ла әҙерләп, яҡланы.
һәр кемдең яҙмыш йүнәлткән урыны булалыр ул. Хаталанмаһам, Әҙһәм Ғәни улы «Байрамғол»да илһам күтәрелешенең иң юғары нөктәһенә еткәйне шикелле. Эштәге уңыштар, дәүләт наградалары, маҡтаулы исемдәр, республикала яңғырап торған дан. Әҙәм балаһына тағы ни кәрәк? Юҡ икән шул, сәйәсәттең – үҙ закондары, сәйәси тормош эсенә тартып индерелгән шәхес әлеге ҡанундарға буйһонмай ни хәл итһен?
Шәрәфетдиновты ла хеҙмәт баҫҡыстарынан үрләттеләр. Бер ваҡыт ул республика ауыл хужалығы министры урынбаҫары булып эшләп алды. Унан Мәлә­үезгә беренсе секретарь итеп ебәрҙеләр. Артабан Ишембай ҡала һәм районын етәкләне. Мин дә ағайҙан күҙ яҙҙырманым, сөнки ҡайҙа эшләһә, шунда Әҙһәм Ғәни улынан эҙ ҡала ине. «Байрамғол»да саҡта уҡ уның совхозда спортты, үҙешмәкәр сәнғәтте мөкиббән китеп ҡаматлауына ҡыуанып та, ғәжәпләнеп тә, хатта сәйерһенеп тә ҡарай инем. Совхозда спорттың ниндәй төрө менән генә шөғөлләнмәйҙәр! Республикалағы иң билдәле «Ләйсән» бейеү ансамбленә, Өфөнән килеп, бейеүҙәрҙе Фәйзи Ғәскәров үҙе ҡуя. Ул арала Уральскиҙа стадион асып ебәрҙе, юртаҡтар, сабыш аттары күнекмә үтә. «Байрамғол»да ҡымыҙ етештереүҙе лә Шәрәфетдинов, йыһаз һыҙмаларын үҙе эшләп, сәнәғәтсә ойошторҙо.
Мин дә яйы сыҡҡан һайын «Байрамғол»ға сабам. Бында тормош йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә лә ҡайнап тора. Бында ҡыҙыҡ, бында – эҙләнеү, туҡтауһыҙ ижад. Ошо тормошто өйрәнеп, күңеле аша үткәреп, замандашым Тайфур Сәғитов «Һабантуй» исемле роман яҙҙы. Ундағы геройҙар, ваҡиғалар миңә яҡын да, ҡәҙерле лә. Ул саҡтағы совхоз идараһында торған «Спорт и труд – рядом идут» тигән стендтың киңерәк йөкмәткеле булыуын һуңыраҡ аңланым.
Мәләүездә эшләй башлағас, Шәрә­фетдинов, хужалыҡ етәкселәрен дәртләндереп, өгөтләп, «Толпар» йылҡысылыҡ-спорт комплексы асып ебәрҙе. Хәҙер генә райондар­ҙа ундайҙар ишәйҙе. Әҙһәм Ғәни улы иһә беренсе булды. Шулай ҙа, уның дәртенә һәр кем ҡанатланып торғандыр, тип раҫлау мөмкин түгел.
Ярай, ат тип йәне сыҡҡас, әйҙә булышһын, тип тә ҡул һелтәргә мөмкин. Әммә Шәрәфетдиновмы һуң тыныс ятыр кеше? Бер ваҡыт Көнгәк тауында бобслей трассаһы асыр­ға дәртләнеп китте. Балтик буйы республикаларының береһенә барып, әлеге комплекстың һыҙмаларын алып ҡайтты. Тәки төҙөнө. Ундай трассалар Союзда бер-ике генә ине, шуға күрә Томансы ауылы яғына илдең төрлө тарафтарынан, ауыр бобтарын тейәп, спортсылар килә башланы. Ағайҙың сәйер шөғөлөн миңә лә барып күреү насип булды. Ғәжәйеп трасса ине ул.
Һүҙҙең оҙонға китеүен иҫәпкә алып, Әҙһәм ағайҙың артабанғы тормош юлын бәйән итеүҙән тыйылайым. Шуны ғына өҫтәү фарыздыр: Шәрәфетдинов «Аҡбуҙат» ипподромын яңыртып, киңәйтеп ебәреүгә ифрат ҙур дәртен һалды. Уның толпарҙары туҙҙырған туҙан, бәлки, кемдеңдер мундирына алтын булып яғылғандыр, бәлки, үҙенең сәстәренә ҡырау булып ятҡандыр. Шәрәфетдинов Мәләүездән киткәс, «Толпар» байтаҡ ваҡыт толпарҙарһыҙ етемһерәп торҙо. Уға Әҙһәм ағай барып, тағы йән өрҙө. Данлыҡлы «Байрамғол» совхозы, болғаныштар осоро еткәс, әллә нисәмә «мөстәҡил» хужалыҡҡа бүлгеләнеп, тамам бөлдө, исемен дә юғалтты, тигәндә, ошо төйәктең егете, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры Ильяс Абдрахманов уны тергеҙмәксе булды. Бер нисә йыл эсендә элекке совхозда хайран ҡалырлыҡ эштәр башҡарылды. Таусылар, шулай итеп, был юлы игенселәргә ярҙам ҡулын һуҙҙы. Әллә йәнә сәйер эшме? Шулай булһа – булһын, тик ҙур эштәргә йөрәге етеүсе егеттәрҙе даландан һәм бәхеттән генә айыра күрмәһен. Илде йоҡомһоратмаҫҡа, ойотмаҫҡа шундай егеттәр кәрәк.
... «Оло юлдан аттар саба, беҙгә оса туҙаны...»

Марсель ҡОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”