RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » ЙОНДОҘНАМӘ 15-21 ноябрь

13.11.2010 ЙОНДОҘНАМӘ 15-21 ноябрь

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙнаның тәүге яртыһы әүҙемлек күрһәтеү өсөн бик уңайлы. Алдығыҙҙа көтөлмәгән ҡаршылыҡтар ҡалҡып сығыуы бар. Был хәлгә артыҡ борсолмағыҙ. Яҡын арала яңы шәхси мөнәсәбәттәр урынлаштырыуығыҙ ҙа ихтимал.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Яңы эш урыны тураһында тәҡдим ишетеүегеҙ бар. Шаршамбыла осраҡлы килем алыуығыҙ ҙа ихтимал. Уҡып йөрөгән һәм белемен арттырғандар өсөн осор уңышлы көтөлә. Иң өмөтлө көндәрегеҙ – шишәмбе һәм кесе йома.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Йәмәғәт эштәре менән күп шөғөлләнергә тура килер. Етди ҡыйынлыҡтарға осрауығыҙ ҙа ихтимал. Аҡса яғынан йыш ҡына ҡытлыҡ кисерер­һегеҙ, моғайын. Кесе йомала ниндәй­ҙер ҡатын-ҡыҙ менән бәйле мәшәҡәт көтөгөҙ.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҙна башында төп эшегеҙҙә ыңғай ваҡиғалар булыуы бик мөмкин. Был арала ниндәйҙер яуаплы бурыс йөкмәтерҙәр. Уны уңышлы үтәү туранан-тура киләсәгегеҙ менән бәйле буласаҡ. Йәмәғәт эштәрендә мотлаҡ уңыр­һығыҙ.
Буға (21.04 – 21.05)
Ниндәйҙер буталсыҡ ваҡиғаға юлығырһығыҙ. Күберәк үҙ тәжрибәгеҙгә таянырға тырышығыҙ. Шаршам­была үҙегеҙҙән олораҡ кеше менән уртаҡ тел таба алмауығыҙ ихтимал. Алда ҙур матди сығым көтә һымаҡ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Ошо арала ниндәйҙер ҙур уңышҡа өлгәшерһегеҙ кеүек. Уның әһәмиәтен бер аҙ ваҡыт үткәс кенә тулыһынса аңларһығыҙ, моғайын. Кесе йомала әйбер һатып алғанда алданыуығыҙ ихтимал.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙна барышында алды­ғыҙҙа элек уйығыҙға ла килмәгән мөмкинлектәр асылыр. Ижади кешеләр бигерәк тә уңыр. Шишәмбелә бик күп файҙалы эш башҡара алыр­һығыҙ.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Осор оҙайлы мөнәсәбәт­тәр­ҙе яйға һалыуға булышлыҡ итәсәк. Яҡын кешегеҙ менән аңлашыу күпкә еңеләйер. Шаршамбы өмөтлө көтөлә, тик бәләкәй генә ваҡиға бер аҙ күңелегеҙҙе төшөрөр.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Был арала ваҡиғаларҙың барышы бик тиҙ һәм бер аҙ көтөлмәгәнерәк тә булыуы мөмкин. Ғаиләлә, эш мәсьәләләрендә ҡәтғи үҙгәрештәр булыуы ихтимал. Иң мөһиме – тыныслыҡты һаҡлау.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Теләһә ниндәй эште башҡар­ғанда ла һеҙҙән үтә иғтибарлылыҡ талап ителә. Аңламаған нәмәләр тураһында ҡат-ҡат һорашырға оялмағыҙ. Шаршамбыла ғына хәлдәрҙең көтөлмәгән йүнәлеш алыуы ихтимал.
Саян (24.10 – 22.11)
Осорҙоң бик мәшәҡәтле башланыуы көтөлә. Хә­легеҙ шаршамбынан һуң ғына яйланыр. Бәғзе берәүҙәр менән араларҙы өҙөргә лә тура килер, моғайын. Юлға сыҡһағыҙ, сәфәрегеҙ уңышлы булыр.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Әүҙемлегегеҙ мотлаҡ артыр. Тик шишәмбелә уйламайынса ниндәйҙер хата аҙым яһарһығыҙ кеүек. Хәйер, уны тиҙ генә төҙәтә алырһығыҙ. Кесе йомала үҙегеҙгә ҡағылған яҡшы яңылыҡ ишетерһегеҙ.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған