RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » «Уның эше – тотош бер мәктәп, тотош бер хазина»,

16.11.2010 «Уның эше – тотош бер мәктәп, тотош бер хазина»,

 «Уның эше – тотош бер мәктәп, тотош бер хазина»,– тип билдәләне Рауил Бикбаев, ғалим Марат Зәйнуллинды тәбрикләп
Марат Вәли улы Зәйнуллин ошо көндәрҙә үҙенең оло юбилейын – 75 йәшен билдәләне. Башҡорт дәүләт университетында уҙған байрам кисәһенә республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән ҡунаҡтар йыйылды. Марат Вәли улын тәбрикләп, Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһынан, Ҡаҙандан, Яҡут Республикаһынан, Алабуғанан да ҡотлау хаттары килгәйне.

Башҡортмон тигән һәр бер кешегә уның исеме яҡшы таныш. Филология фәндәре докторы, профессор, БР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы һәм, иң мөһиме, студенттар­ҙың әллә нисәмә быуынын тәрбиәләп сығарған хөрмәтле уҡытыу­сы ул. Инде хәҙер үҙҙәре лә оло йәштә булған, оҙаҡ йылдар мәктәптә уҡытыусы булып эшләгән ағай-апайҙар ҙа уны һәр саҡ тик йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алып тора. Ҡайҙа ғына эшләмәй ҙә, нимә менән генә шөғөлләнмәй Марат Вәли улының уҡыусылары – улар араһында ҙур вазифа биләүселәр ҙә, йырсы-бейеүсе, атҡаҙанған артистар ҙа, бүтән лайыҡлы кешеләр ҙә бихисап. «Әммә ҡайҙа эшләүебеҙ мөһим түгел, ә нисек эшләүебеҙ мөһим, ә һеҙ беҙҙе һәр эште еренә еткереп, намыҫ менән башҡарырға өйрәттегеҙ, эште шулай үтәйбеҙ – бына шуныһы мөһим», – тине улар, яратҡан уҡытыусыларын тәбрикләп.
Ҡотлау һүҙҙәрендә Марат Вәли улын башҡорт тел ғилемен үҫтереүсе, фән өлкәһендә арымай-талмай хеҙмәт итеүсе ҙур шәхес кеүек итеп кенә түгел, ә ысын кеше булараҡ та асып бирҙеләр, әллә күпме рәхмәт һүҙе еткерҙеләр. Нефтекамалар, стәрлетамаҡтар йырлы-моңло күстәнәстәр ҙә алып килгәйне. Профессорҙың яҡташтары – күгәрсендәр ҙә байрамды айырыуса йәмләп ебәрҙе. Марат Вәли улының ҡатыны Гәүһәр апайға дебет шәл ябындырҙы улар, ә профессорҙың үҙенә бүләккә – арғымаҡ. Арғымаҡтарҙы, әйткәндәй, уға күп бүләк иттеләр – һүрәттәрен дә, таштан эшләнгән һындарын да. Күгәрсендәр яҡташтарына елән һәм ҡамсат бүрек тә кейҙереп ҡуйҙы, ҡулына ҡурай ҙа тотторғас, 75 йәшлек юбиляр бөтөнләй йәшәреп киткәндәй булды. «Бөгөн әле һөҙөмтә яһау, үткәндәрҙе барлау көнө түгел. Һеҙгә артабан да шулай уңышлы эшләүегеҙҙе һәм ижад итеүегеҙҙе теләйбеҙ. Алдығыҙҙа әле һаман да ҙур һәм мөһим эштәр ята», – тип ҡотланы юбилярҙы Филүс Минһажев, Марат Зәйнуллиндың йәштәрсә дәрте һүнмәүен теләп. Марат Вәли улының элекке студенттары Азат Айытҡолов, Артур Туҡтағолов, Марат Шәрипов, Резеда Әминева, Урал Ниғмәтуллиндар кисәне йырҙары, ҡурай моңо менән йәмләне.
Өс сәғәт дауамында барған йылы, матур байрамда юбилярҙы бихисап кеше ҡотланы. Әллә күпме сағыу гөлләмәләр, бүләктәр тапшырылды. Әммә Марат Вәли улы өсөн иң мөһиме улар түгел, ә уҡыусыларының, дуҫтарының, хеҙмәттәштәренең йөрәктәренән сыҡҡан йылы һүҙҙәре, ихлас рәхмәттәре һәм изге теләктәре булғандыр.

Р. ДӘҮЛӘТОВА.
Ю. КӘРИМОВ фотоһы.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған