RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Халҡыбыҙ киләсәген ҡайғыртыусы шәхес

16.11.2010 Халҡыбыҙ киләсәген ҡайғыртыусы шәхес

Халҡыбыҙ киләсәген ҡайғыртыусы  шәхес15 ноябрҙә Сибай ҡалаһының почетлы гражданы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы Рамаҙан Үтәғоловҡа 80 йәш тулды. Туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡларға ниәтләнеүсе уҙаман әле лә халҡына файҙа килтереп, тыуған яҡ тарихын өйрәнеү менән шөғөлләнә.
Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында тыуып үҫкән Рамаҙан ағай Үтәғолов үҫмер саҡтан тарихҡа мөкиббән киткән булған. Бөрйән ере, Баймаҡтың тирә-яғы иһә күп кенә мөһим тарихи ваҡиғаларға ифрат бай – өйрәнергә теләгең генә булһын. Ошо теләк йәш егетте Магнитогорск педагогия институтына юлландыра ла инде: бында ул тарих факультетын тамамлай һәм хеҙмәт юлын уҡытыусы булараҡ башлар өсөн Баймаҡҡа ҡайтып төшә. Ҡаланың 1-се урта мәктәбендә белем биреү менән бер рәттән, уҡытыу эштәре мөдире вазифаһын да башҡара. 1960 – 1967 йылдарҙа ул Баймаҡ районының мәғариф бүлеген етәкләй. Был осорҙа район мәғариф системаһы Башҡортостан Мәғариф министрлығы, Өлкә профсоюздар комитетының күсмә Ҡыҙыл байраҡтары менән бүләкләнә. Рамаҙан Исмәғил улы үҙе, йәш быуынды тәрбиәләүҙәге ҡаҙаныштары өсөн, 1965 йылда «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеменә лайыҡлы тип табыла. Тырыш етәксе бының менән генә тыныс­ланмай һәм киләһе йылда хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
Артабанғы тормошон таусылар ҡалаһы Сибай менән бәйләй. Рамаҙан Исмәғил улы 1967 йылда Сибай ҡалаһының интернат-мәктәбендә директор вазифаһына тәғәйенләнә. Ошо мәктәптә 1973 йылда «РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы» исеменә лайыҡ була. Рамаҙан ағайҙың балалар уҡытыуға арналған хеҙмәтенең лайыҡлы баһаланыуын, мәғариф өлкәһендә уны иҫләүҙәренә миҫал итеп, шуны әйтергә була: тырышлығын, сарыф ителгән көсөн баһалап, ихтирам йөҙөнән «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының 2010 йылғы иҫтәлекле даталар календарында уның тыуған көнө билдәләп үтелгән.
Мәғариф өлкәһендәге уңышлы хеҙмәтенән тыш, Р. Үтәғолов тыуған яҡ тарихын өйрәнеү өлкәһендәге тынғыһыҙ эшмәкәрлеге менән дә билдәле. Ауылдар тарихы, теге йәки был тарихи ваҡиғаға бәйле материалдарҙы табып, йәмәғәтселек хөкөмөнә сығарыу, йә шәжәрәләр өлкәһендә эҙләнеүме – быларҙың барыһы ла Рамаҙан ағай тарафынан даими рәүештә алып барыла. Сәйәси репрессияға эләккән кешеләр хаҡында яҙған очерктары Баймаҡ районының советтар осорондағы дәүере хаҡында күп мәғлүмәттәрҙе йәмәғәтселек хөкөмөнә еткерә. Бөгөн дә, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ветеран төрлө архивтар­ҙа эҙләнә, тарихи темалар­ҙы халыҡҡа еткереү өсөн көс түгә, был юҫыҡта урындағы матбуғат саралары менән хеҙмәттәшлек итә. Һуңғы ун-ун биш йыл эсендә Рамаҙан Үтәғолов «Башҡортостан энциклопедияһы» нәшриәте менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә: Баймаҡ районының ауылдары, билдәле шәхестәре хаҡындағы материалдары һуңғы биш томда урын алған. Был ваҡ, әммә дәүләт кимәлендәге мөһим булған эште әле лә туҡтатырға йыйынмай тынғыһыҙ шәхес.
Рамаҙан ағай – сибайҙарға ла, баймаҡтарға ла берҙәй яҡын. Кемдәрҙер уны тыуған яҡ тарихын өйрәнеүсе булараҡ белһә, башҡаларына уҡытыусы булараҡ билдәле. Шулай ҙа барыһы ла уның хаҡындағы бер фекер менән килешәлер. Рамаҙан ағай – иң тәүҙә үҙ халҡының, милләтенең киләсәген ҡайғыртып йөрөүсе, ошо сәбәпле оло йәшендә лә үҙенә ял бирмәгән тынғыһыҙ зат. Бөгөн дә сафта булған ветерандың юбилей кисәһе Ҡорбан байрамынан һуң Сибай ҡала хакимиәтенең мәғариф, мәҙәниәт бүлектәре ҡатнашлығында уҙғарыласаҡ.
Рамаҙан Үтәғолов кеүек аҡһаҡалдарыбыҙ менән ғорур­ланыр­ға ғына ҡала: йәшлектә лә, ҡартлыҡта ла халҡы, тыуған яғы өсөн янып-көйөп йөрөүе менән башҡаларға өлгө күрһәтә, ғәмһеҙ, тыныс, хәрәкәтһеҙ ятырға ирек бирмәй.

Илшат ҠАНСУРИН.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған