RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » «Һөнәрем изге – икмәк үҫтерәсәкмен»

16.11.2010 «Һөнәрем изге – икмәк үҫтерәсәкмен»

«Һөнәрем изге – икмәк үҫтерәсәкмен»Икмәк... Игенсе... Был һүҙҙәрҙе ишетеү менән иркен баҫыуҙар күҙ алдыма килә. Халҡы өсөн, уның өҫтәлендә икмәк булһын өсөн игенсе күпме көс һала. Ул иртә таңдан ҡараңғыға тиклем баҫыуҙа тир түгә.
Минеңсә, икмәк үҫтереү өсөн иң башта ерҙе ихлас күңелдән яратыу кәрәк. Ерҙе, ер эшен яратмайынса икмәк үҫтереп булмай.
Бәлки, ауыл ерендә үҫкәнгәлер, ауыл тормошон яратҡанғалыр, уның тәбиғәтен һаҡлау теләге менән, күңелем Башҡорт дәүләт аграр университетының агрономия факультетына ашҡынды. Мин агроном-эколог һөнәрен үҙләштерәсәкмен. Әле беренсе генә курста уҡыуыма ҡарамаҫтан, был һөнәрҙең еңелдән түгел икәнен аңланым. Сөнки агроном булып халыҡ алдында ҙур яуаплылыҡ тояһың, ә эколог булып үҙең йәшәгән ерҙең, уның һауаһы таҙа булыуын теләйһең һәм маҡсатыңа ирешер өсөн тырышасаҡһың.
Университетым тураһында ла бер-ике һүҙ әйтеп китмәксемен. Башҡорт дәүләт аграр университеты быйыл 80 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Был ваҡыт эсендә унда әллә күпме агроном, умартасы, мал табибы белем алып, тыуған ерҙәрендә хеҙмәт итә.
Абруйлы вуз студенты булыуым менән сикһеҙ ғорурланам. Сөнки бында уҡыусылар өсөн барлыҡ мөмкинлектәр булдырылған: һәр студент үҙен ниндәй ҙә булһа яҡшы яҡтан күрһәтергә ынтыла – спорт түңәрәгенә йөрөй, кемдер сәхнәлә сығыш яһай, ҡалғандар иһә журналистика, туризм һәм башҡа түңәрәктәрҙә теләп шөғөлләнә.
Башҡорт дәүләт аграр университетының төп нигеҙе булған агрономия факультетына ла 80 йәш тула. Факультетыбыҙ йылдар үтһә лә ҡартаймай, ә, киреһенсә, йәшәрә тип уйлайым. Сөнки йәштәр был факультетҡа теләп уҡырға килә.
Мин университетты тамамлағас, тыуған яғыма ҡайтып, хеҙмәт итәсәгемә ышанам һәм уның саф һауаһы, таҙалығы өсөн тырышасаҡмын. Алдарына ҡуйған маҡсаттарына ышанып атлаусылар ғына был тормошта юғары уңышҡа ирешә. Был урында Әнғәм Атнабаевтың һүҙҙәрен иҫкә алғым килә: «Мин был ерҙе матурларға тыуҙым». Уны матурлар өсөн көсөңдө йәлләмәҫкә кәрәк.
Айгөл ФАЗЫЛОВА,
Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған