RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » һуңғы тапҡыр байрам итте... милиция

13.11.2010 һуңғы тапҡыр байрам итте... милиция

һуңғы тапҡыр байрам итте... милицияРәсәй милицияһының 93 йыллығы Башҡортос­танда ла тантаналы билдәләнде. 10 ноябрҙә Ми­лиция көнө һуңғы тапҡыр үткәрелде, тиергә лә мөмкин. Сөнки беҙҙе алда ошо тармаҡ, теүәлерәге, уның исеме тирәләй реформа көтә. Полиция һаҡлаясаҡ бит бынан ары. Шулай ҙа был иҫтәлекле дата бөтөнләй үк онотолоп та ҡуймаясаҡ.
– Эске эштәр министрлығына хеҙмәткә һәр береһе үҙ сәбәбе менән килә. Ошонда ултырыу­сыларҙың да һәр ҡайһыһы, аҡса эшләү өсөн генә йәшәү – күңелһеҙ, тип уйлап, тәртип һәм изгелек һағына баҫҡандыр, – тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙ ҡотлауында. – Енәйәтселек тә үҫә, уны ҡылыу­сыларҙың «ғилеме» лә бер урында тормай. Әгәр белекһеҙ бур аҡса урлаһа, белемлеһе тотош предприятиеға ҡул һуҙа.
Республика етәкселеге милиционерҙарҙың эш һәм йәшәү шарттарын яҡшы яҡҡа үҙгәртергә булышлыҡ итергә тырыша. Был хаҡта сығышында БР буйынса эске эштәр министры Игорь Алешин да әйтте.
Тантанала ҡатнашыусыларҙы РФ Дәүләт Думаһының Граж­данлыҡ, енәйәт, арбитраж һәм процессуаль ҡануниәт комитеты рәйесе Павел Крашенинников, ветерандар ойошмалары вәкилдәре, Эске эштәр министрлығы менән тығыҙ бәйләнештә эшләүсе ведомстволар етәкселәре ҡотланы.
Һөнәри байрамдары уңайынан күп кенә хеҙмәткәрҙәр лайыҡлы баһаланды: уларға яңы званиелар, ватан алдындағы, йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙағы намыҫлы хеҙмәте өсөн миҙалдар тапшырылды.
Милиция исеме киләсәктә тарихта ғына ҡаласаҡ. Әммә төп функциялары һаҡланып, полиция уны лайыҡлы дауам итеүсе булыр.

А. ЗИННУРОВА.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Өҫтәлгән комментарийҙар




Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған