RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Һәр кем эш итә белергә тейеш

13.11.2010 Һәр кем эш итә белергә тейеш

Бөгөн йәшенән алып олоһона тиклем һәр кемгә компьютер менән файҙалана белеү мөһим. Тап ошо маҡсаттан сығып, «Microsoft» компанияһы белгестәре «Компьютер грамоталылығы нигеҙҙәре» курсы ойоштора. Социаль проект халыҡтың социаль яҡланмаған ҡатламына – пенсионерҙарға, инвалидтарға, эшһеҙҙәргә, информацион технологияларҙы өйрәнеп, тормошта үҙенең лайыҡлы урынын табырға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән. Улар өсөн уҡыуҙар бушлай ойошторола.
Был проектты тормошҡа ашырыу өсөн ҡалаларҙа компьютер грамоталылығына өйрәтеү үҙәктәре асыла. Рәсәйҙә бындай үҙәктәр 120-нән ашыу. Ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙ Өфөлә лә ике үҙәк асылды: М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында һәм Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында. Башҡорт дәүләт педагогия университетында компьютер грамоталылығына өйрәтеү үҙәген асыу тантанаһында мәғариф министры Зиннәт Аллаяров, элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һәм «Microsoft» компанияһының Волга буйы федераль округындағы вәкиле Кирилл Семенихин ҡатнашты.
– Белем биреү учреждениеһы булараҡ, беҙ халыҡ араһында ла аң-белем таратыу буйынса эш алып ба­рырға тейешбеҙ. Компьютер үҙәгенең асылыуы ошо йүнәлештәге эшмәкәрлегебеҙҙең бер тармағы булып торасаҡ, – тине БДПУ ректоры Раил Әсәҙуллин үҙәк асылыу уңайынан.
«Microsoft» компанияһының Волга буйы федераль округындағы вәкиле Кирилл Семенихин, Өфө ҡалаһында халыҡты компьютер грамоталылығына өйрәтеү буйынса тағы ике үҙәктең асылыуына ҡыуанысын белдереп, БМҮИ һәм БДПУ ректорҙарына сертификаттар тапшырҙы.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында компьютер грамоталылығын үҫтереү үҙәге 2010 йылдың февраленән эшләй. Һәм рәсми рәүештә асылғанға тиклем бында төрлө йәштәге 145 тыңлаусы уҡып та өлгөргән. Тантанала ҡатнашыусылар курсҡа йөрөүселәр менән дә аралашты.

С. НИЯЗОВА.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған