RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Йәштәрҙе сәмләндереп

12.07.2013 Йәштәрҙе сәмләндереп

Көйөргәҙе районында етештереү өлкәһендә, сәнғәттә, фәнни эштә, спортта ҙур уңышҡа өлгәшкән егет-ҡыҙҙар өсөн Кинйә Арыҫланов исемендәге район премияһы булдырылды.
Йәштәр – беҙҙең киләсәк. Уларҙың әүҙем тормош позицияһында тороуына илебеҙҙең алдағы йылдарҙағы тормош кимәле бәйләнгән. Ә был маҡсатҡа өлгәшеү өсөн йәш быуын вәкилдәренә тейешле белем алыуға, Ватанға кәрәкле кеше булып тәрбиәләнеүҙәренә, илһөйәрлек рухы булдырыуға мөһим иғтибар бүленеүе шарт булып тора.
Көйөргәҙе районында ошо йәшәйеш хәҡиҡәтен бойомға ашырыу маҡсатында төрлө саралар күрелә. Шулар иҫәбенә йәштәрҙе эш урындары менән тәьмин итергә тырышыуҙы, юғары, махсус урта белем биреү йорттарында уҡытыуҙы, мөмкин булғанса торлаҡ төҙөүгә, һатып алыуға ярҙам итеүҙе, йәмәғәт эштәренә йәлеп итеүҙе индерергә мөмкин. Районда мәктәпте тамамлаусылар, әрме сафына саҡырылыусылар, унан ҡайтыусылар, студент йәштәр, уҡыу йорттарын тамамлаған яҡташтар менән осрашыуҙар, тыуған яҡта көйөргәҙеләргә тантаналы шарттарҙа диплом тапшырыу матур йолаға әйләнгән. Ошо йәнле, күҙгә-күҙ ҡарап аралашыуҙарҙа йәштәр райондағы хәл, уңыштар, проблемалар, уларҙы хәл итеү юлдары менән яҡындан таныша. Был сараларға ветерандар, хеҙмәт алдынғылары, күренекле белгестәр саҡырыла. Яҡташтарға мөмкин булғанса матди ярҙам да күрһәтелә. Шулай итеп, йәштәр­ҙә тыуған ергә ҡарата һөйөү тәрбиәләнә, уларҙың атайсалға кәрәклеге күңелдәренә еткерелә.
Быйыл районда ошо эште артабан камиллаштырыуға тағы ла алға бер аҙым яһалды. «Южурал-Ойл» йәмғиәте, муниципаль район советы эргәһендә ойошторолған йәштәр советы тарафынан башҡорт халҡының милли геройы, Салауат Юлаевтың көрәштәше, яҡташыбыҙ Кинйә Арыҫланов исемендәге премия булдырылды. Был аҡсалата гранттарҙы йыл да етештереү өлкәһендә, сәнғәттә, фәнни эштә, спортта өлгәшкән уңыштары өсөн 14 – 35 йәштәгеләргә тапшырыу ҡаралған. Күптән түгел Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 290 йыл тулыу айҡанлы Көйөргәҙе ерендә уҙғарылған ҙур тантанала премияның тәүге лауреаттары билдәле булды. Юғары баһаға күп кенә йыр конкурстарында еңеүсе булған 17 йәшлек Илнур Рамазанов, Рәсәйҙең гер спорты буйынса чемпионы, 15 йәшлек Алексей Андреев, Ермолаев спирт-араҡы комбинатының 33 йәшлек аппаратсыһы Надежда Парамонова, Ырымбур дәүләт университетының Күмертау филиалы студенты, яғыулыҡ өлкәһендә яңы технологиялар булдырыуҙа уңыштарға өлгәшкән, әле егермеһен саҡ тултырған Венер Сабанчин, Яҡут ауылының байтаҡ бейеү бәйгеһендә ижади үрҙәр яулаусы, өлгөлө исемен йөрөткән «Ынйылар» ансамбле лайыҡ булды. Шик юҡ, ошо дәртләндереү сараһы, районда әҙәбиәт өлкәһендә элегерәк булдырыл­ған Баязит Бикбай исемендәге премия кеүек, йәш быуынды сәмле хеҙмәткә, ижадҡа, спортҡа әйҙәр, яңы үрҙәр яулауға дәрт, илһам бирер.

Урал Ҡәйүпов.
Көйөргәҙе районы.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған