RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Әгәр Хоҙай ғүмер бирһә...

12.07.2013 Әгәр Хоҙай ғүмер бирһә...

Колумбияның бер бөйөк кешеһе, үҙендә яман сир булыуын белгәс, кешеләргә ошондай хушлашыу хаты яҙа:
«Әгәр Аллаһы Тәғәлә миңә бер аҙ ғүмер биргән булһа, бәлки, әле әйткән һүҙҙәрҙең күбеһен әйтмәгән дә булыр инем. Нимәлер әйтер алдынан ҡат-ҡат уйлар инем.
Әйберҙәрҙе хаҡына ҡарап түгел, ә сифатына ҡарап баһалар инем.
Әҙерәк йоҡлар, күберәк хыялланыр инем. Йомолған күҙҙәрҙең бер минуты, 60 секунд яҡтылыҡты юғалтыу, тигән һүҙ.
Башҡалар һуҙылып ятҡанда, күберәк йөрөр, әле бөтәһе лә йоҡлағанда уяныр, башҡалар һөйләгәндә рәхәтләнеп тыңлар инем.
Беләһегеҙме минең нисек итеп шоколадлы туңдырма яратҡанымды? Был рәхәтлекте көн дә ҡабатлар инем.
Әгәр Аллам миңә бер аҙ ғүмер бирһә, ябай ғына кейенер, таң һыҙылыуға, ҡояш нурҙары менән тороп, урамға сығып, тәнемде генә түгел, күңелемде лә таҙартыр инем.
Әгәр аҙыраҡ ғүмерем булһа, бөтә нәфрәтемде боҙға әйләндереп ҡыҫыр һәм ҡояш сыҡҡанын көтөр инем.
Рауза сәскәһе энәләре ҡулыма ҡаҙалып, ауырттырыуын тойоп, алһыу сәскәләре битемдән үбеүен теләп, уларҙы үҙемдең күҙ йәштәрем менән йыуыр инем.
Йә, Хоҙай, әгәр ҙә тағы бер аҙ ғүмерем булһа... Мин бер генә минутты ла бушҡа үткәрмәҫ, үҙемдең яратҡан кешеләремә минут һайын уларҙы яратыуым хаҡында әйтер инем. Яратыр һәм яратылыр инем. Мөхәббәтле мөхәббәттә йәшәр инем. Һәм бөтә ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егеттең дә ошолай саф мөхәббәттә йәшәүен теләр инем.
Мин кешеләргә уларҙың, ҡар­тай­ғас, мөхәббәт юғала, тиеүҙәренең дөрөҫ түгеллеген, ә улар яратыуҙан туҡтағанға ҡартайыуҙарын иҫбат итер инем.
Балаларға ҡанат биреп, уларҙы үҙем осорға өйрәтер инем.
Ә ололарға үлемдең ҡартайыу­ҙан түгел, ә ауырыу­ҙарҙан килеүен аңлатыр инем.
Һәр кемдең тау башында йәшәргә теләүен, ә бәхет уны аҫта көтөүен кешеләр белмәне, ә мин белдем.
Яңы тыуған сабый үҙенең бәләкәй генә бармаҡтары менән атаһының көслө ҡулдарына йәбешә икән, тимәк, ул мәңгелеккә йәбешә, мин шуны аңланым.
Дөрөҫөн әйткәндә, мин һеҙҙән бик күп нәмәгә өйрәндем. Тик бынан бер ниндәй файҙа юҡ, сөнки күп нәмә хаҡында аңлап, белгәндәремде аңыма тултырып, һеҙҙең аранан китәм...»

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған