RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » «Орленок» байраҡсыһы

30.10.2010 «Орленок» байраҡсыһы

«Орленок» байраҡсыһыБыйыл июль айында Бөтә Рәсәй балалар үҙәге (ВДЦ) “Орленок” үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын ҙурлап билдәләне. Рәсәй мәғариф министры А. Фурсенко менән Краснодар өлкәһе губернаторы А. Тка­ченконың был сарала ҡатнашыуы байрамдың мәртәбәһен арттырҙы. “Орленок”та бар тантаналы саралар ҙа Байраҡ төркөмөнөң сығыуынан башлана. Төп байраҡ, 7 лагерь флагы, барабансылар, борғосолар менән сыҡҡан мәл һәр саҡ тулҡынландырғыс була. Шуға ла байраҡсыны, конкурс үткәреп, һайлап алалар. 2007 йылдан бирле “Орленок”тың байрағы Башҡортостан егете Марат Әнис улының ҡулында. Юбилей тантанаһында ла был почетлы миссияны ул башҡар­ҙы. Уның тураһында ҙур ғорурлыҡ менән һеҙгә лә яҙып ебәрергә булдым.
Балаларҙың әкиәт донъяһына әйләнгән был үҙәктә йыл әйләнәһенә ете лагерь эшләй. Бер сменала ғына 2 мең бала ял итә. Ярты быуат эсендә 100 меңдән ашыу баланы ҡабул итеп, уларға дөрөҫ йүнәлеш күрһәтеп, яңы бейеклектәр асҡан “Орленок”. Йәш экологтар, спортсылар, буласаҡ артистар, ғалимдар, лидерҙар һ.б. тематик сменаларҙа төрлө йүнәлештәге абруйлы һөнәр оҫталары сығыш яһап, балаларҙың һәләтен үҫтереүгә булышлыҡ итә. Бында шулай уҡ патриотик тәрбиәгә лә ҙур иғтибар бирелә. Үҫмерҙәр менән йыл әйләнәһенә 200-гә яҡын вожатый, тәрбиәсе һәм ойоштороусы педагогтар эшләй. Рәсәйҙең бар төбәктәренән һайлап алынған иң һәйбәт йәш вожатыйҙар араһында беҙҙең Салауат районы ҡыҙҙары һәм егете булыуы – ҙур ғорурлыҡ.
Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлағандан һуң, мин 2005 йылда “Орленок”та “Вожатый мәктәбе”н тамамлап, хеҙмәт юлын башланым. 2006 йылда беҙҙең райондан шул уҡ училищены тамамлаған Марат Ғилманов һәм апалы-һеңлеле Роза менән Розалия Фәхретдиновалар эшкә килде. Улар үҙҙәрен һәләтле һәм әҙерлекле кадр­ҙар итеп күрһәтте. 2008 йылда үткән “Иң яҡшы вожатый” конкурсында ете лагерҙан ете еңеүсе финалға сығып, ошо исем өсөн көрәште. Шул ете финалсы араһында Марат менән Розалияның булыуын күргәс, шатлығымдың сиге булманы. Финалда ла үҙҙәренең тәрбиәүи проектын яҡлап, балалар менән эшләү ысулдарын күрһәткәс, жюри бер һүҙҙән “Орленок”тың “Иң яҡшы вожатый”ы итеп Марат Ғилмановты иғлан итте. Ә Розалия “Тамашасы һөйөүе” призына лайыҡ булды.
Марат балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер, Малаяҙ башҡорт гимназияһында өлкән вожатый булып хеҙмәт юлын башлаған. Ике йыл эсендә төп эшенән башҡа мәҙәни сараларҙа, спорт ярыштарында әүҙем ҡатнашып, бихисап грамота алып өлгөргән.
Шәрип ауылы егете Марат оҫта бейеүе, моңло йырлауы менән дә күптәрҙе әсир иткән. Һәйбәт тәрбиә, ныҡлы белем биргәндәре өсөн атаһы Әнискә (хәҙер мәрхүм инде), әсәһе Мәүлиҙә апай­ға, Шәрип төп дөйөм белем биреү мәктәбе коллективына бик рәхмәтле ул.
Һәләтен төрлө яҡлап үҫтерергә, кешеләр менән аралашырға өйрәткән Мәсәғүт педагогия колледжы уҡытыусыларын, Малаяҙ­ҙағы хеҙмәттәштәрен дә онотмай Марат, отпускыға ҡайтҡан һайын күреп, хәлдәрен белеп китә.
Ҡара диңгеҙ буйындағы “Орленок”та үҙ кеше булһа ла, Марат күңеле менән һәр саҡ Башҡортостанда.
– Тыуған яҡтарыма ҡайтып, үҙ телемдә һөйләшеп, башҡорт йырҙарын йырлап, үҙ илемә кәрәк булып йәшәгем килә, – ти.
Күптән түгел ул, хыялын тормош­ҡа ашырып, Өфөгә ҡайтып китте. Алтын, көмөштөң сыҡҡан ерендә ҡәҙере юҡ, тиһәләр ҙә, Марат тыуған ерендә лә кәрәк булып, гәүһәрҙәй балҡыр, тип ышанам.
Резеда ЛАТИПОВА,
“Орленок” балалар үҙәге педагогы.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған