RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Нимә яҡшы, протезмы, әллә имплантатмы?

26.10.2010 Нимә яҡшы, протезмы, әллә имплантатмы?

Нимә яҡшы, протезмы, әллә имплантатмы? Ни өсөн тигәндә, тормошта һәр беребеҙ теш проблемаһына юлыға. Кемгәлер тешен дауалар­ға, кемгәлер яматырға, ә кемгәлер һурҙырырға һәм ҡуйҙырырға тура килә. Шул уҡ ваҡытта теш ауыртыуының, һыҙлауының нимә икәнен белмәгән кешеләр һирәктер. Теш һыҙлауы үҙе бер үҙәкте өҙгөс ауырыу булһа, теш яматҡан кешелә лә ауыртыныу­ҙан был процестан ҡурҡыу тойғоһо бик оҙаҡҡа һаҡлана. Һөҙөмтәлә теш дауалау табиптарына күренеүҙе йылдар буйы һуҙып киләбеҙ. Нефтселәр мәҙәниәт һарайында үткән «Дентал – Экспо. Урал стоматологияһы – 2010» тип аталған күргәҙмә иң беренсе сиратта теш дауалауҙа ниндәй яңы технологиялар тәҡдим итеүе менән ҡыҙыҡһындырҙы.
– Стоматология хәҙер бик ныҡ үҫешә. Шуға күрә ул бөгөн тештәрҙе дауалау буйынса бик күп төрлө алымдар, яңы технологиялар тәҡдим итә. Беҙ күргәҙмәлә ошо яңылыҡтар менән танышабыҙ, бер-беребеҙ менән аралашабыҙ, өйрәнәбеҙ. Ошонда уҡ табиптарҙы уҡытыу, өйрәтеү менән шөғөлләнәбеҙ, имплантациялау буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрәбеҙ. Табиптар, студенттар килеп консультация ала, кәңәштәр бирәбеҙ. Бөгөн кешеләр протез йөрөтмәү һәм теште игәмәү өсөн имплантат ҡуйҙырыу­ҙың отошло икәнен аңланы, шуға күрә талаптар ҙа күп. ҡайһы берәүҙәр, ҡиммәт, тип уйлап яңылыша. Төрлө яҡтан уйлап ҡараһаң, имплантат арзан килеп сыға. Беренсенән, янындағы тештәрҙе игәп боҙмайһың, икенсенән, ҡуйҙыртҡан протез иң күбе 10 йыл хеҙмәт итә, ә имплантатты профессиональ табип урынлаштыр­һа, ул ғүмер буйы хеҙмәт итәсәк. Өҫтәүенә, имплантат ҡуйыу бөтөнләй ауыртыныуһыҙ үтә, оҙаҡ ваҡыт та талап итмәй. Бер имплантатты ҡуйыу өсөн 15 – 20 минут ваҡыт китә. Хәҙер Америка имплантаттары ярҙамында кеше мөрәжәғәт иткән көндә үк имплантат ҡуйып, иртәгәһенә уның коронкаһын ҡуйыу мөмкинлеге бар. Йәғни яңы тешле булыу өсөн ни бары ике көн ваҡыт китә, – тип, «Vitadent» стоматология клиникалары селтәренең Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы «Стоматологик ярҙам» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры, медицина фәндәре кандидаты, имплантолог Марсель Хәсәнов стоматология өлкәһендәге яңылыҡтар тураһында һөйләп үтте.
Күргәҙмә, ысынлап та, бик бай. Стоматология кабинетында ҡайһы саҡта ултырырға ҡурҡып торған креслоларҙың бында ниндәйе генә юҡ! Шул уҡ теш протездары, дауалау материалдары, штифтар, теш ағартыу саралары, тағы беҙ белмәгән әллә нимәләр...
Күргәҙмә иң беренсе сиратта профессионалдар өсөн тәғәйенләнгән. Стоматологик клиникаң бар икән, бында үҙеңә кәрәкле медицина йыһаздарын, ҡорамалдарҙы, башҡа кәрәкле материалдарҙы һайлап алырға була. Шулай уҡ стоматология өлкәһендәге яңылыҡтар менән танышырға, коллегаларыңдың тәжрибәһен өйрәнергә мөмкин. Был йәһәттән күргәҙмәнең әһәмиәте бик ҙур. Әммә шулай ҙа ябай халыҡ өсөн дә ниндәйҙер консультациялар, тикшереү ойошторолһа, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған