RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Тәбиғәтебеҙ ниндәй – үҙебеҙ шундай

25.01.2013 Тәбиғәтебеҙ ниндәй – үҙебеҙ шундай

Тәбиғәтебеҙ ниндәй – үҙебеҙ шундай
Ете иләү башҡортомдоң ете ырыуымы?..
Тәбиғәттә ғәжәп хәлдәр күп. Уларҙың серен асып та бөтөрлөк түгел. Бына тағы “ғәжәп хәл”гә бер миҫал. Эре-эре ете иләү һәм бер тирәлә генә. Бер йылы, сиратым етеп, ауыл көтөүен көтөп йөрөгәнемдә килеп сыҡтым мин был төбәккә. Бәләкәй күбә дәүмәлендәге ете иләү. Биләмәне өйрөлөп ҡарап сыҡтым – бүтән юҡ. Өҫтәүенә, һаны ла бик символик бит әле – етәү, әйтерһең дә, башҡортомдоң ете ырыуы. ҡырмыҫҡалары ҡара, эре, эшсән.
Шуныһы ғәжәп, айыу теймәй. Ә бит уның аулаҡ мөйөшө ошо. Яҡында ғына Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы ерҙәре башлана. Өҫтәүенә, был тирәлә мал көтөүгә ерҙәр аулаҡ, иркен. Малдарҙың да иләүҙәргә теймәүе аптырата.
Шундай һорауҙар бар: бында ер-һыу үҙенсәлектәре башҡасараҡмы, әллә климат бүтәнме – ни өсөн бер тирәлә генә эре-эре ете иләү?.. Үҙемдең, биолог булмағас, яуап бирерлек кимәлем юҡ, әммә шундай шиғырым бар:
Урманға сыҡ, аҙым һайын
ҡырмыҫҡа иләүҙәре.
Бәлки, улар оҡшатмайҙыр
ҡыҙғаныу-йәлләүҙәрҙе.

Ә шулай ҙа кәртәләнек
Нәҙекәйбил йорттарын.
Килеп сыҡты эшсәндәрҙең
Ныҡлы дәүләт-йорттары.
2010 йылдың 19 июнендә “Йәшлек”, “Таң” гәзиттәре, “Шоңҡар” журналы редакциялары, Килдеғол мәктәбе коллективтарының үрҙә телгә алынған үҙенсәлекле иләүҙәрҙе бүлешеп кәртәләүе тарихта ҡалырлыҡ мөһим ваҡиға булды.

Һыуыбыҙ һәм
үҙебеҙ хаҡында

Килдеғол ауылы халҡы Һарағы йылғаһын һыулай…
Эйе, шулай булған ҡасандыр, ә бөгөн, ай-һай, берәйһенең йылғанан һыу алып рәхәтләнеп эскән сағы бармы икән?.. Ундайҙар һирәктер, уныһы ла сараһыҙҙандыр, ихатаһында ҡотоғо булмағандарҙыр. Ә ундайҙар беҙҙә аҙ хәҙер, өй беренсә тиерлек электр һыу сығарғысы.
Проблема шунда – йылға һәм уның тирә-яғы аяуһыҙ бысратыла.

Һарағыҡай, ағаһың алҡын,
һыуың һалҡын,
Әммә тирә-яғың шалҡы*.
Өйкөм-өйкөм тиреҫ, бура,
ағас-таш…
шундай ҡараш
Йылғабыҙға ниңә, халҡым?!.

Ниңә шундай ғәмһеҙлек
беҙҙә,
йәнең түҙә
Нисек ошо хәсрәт хәлгә,
Төкөрөп үҙең эсәр һыуға,
тиңләп ыуға,
Йәшәп өйрәндеңме әллә?..

Яҙлы-көҙлө, таҙара йыл да
беҙҙең** ҡулдан
Һыу буйҙары ҡыйҙан.
Кеше! Аҡылың булһа әгәр
бер ни ҡәҙәр,
Ултырып та уйлан!..

*Йорт-ерҙе әрпеш тотоуҙы шулай тиҙәр беҙҙә.
**йылға буйҙарын таҙартыуға йыл һайын мәктәп уҡыусылары алып сығыла.

Мөнир ФӘЙЗУЛЛИН.
Бөрйән районы,
Килдеғол ауылы.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған