RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ғаиләң булһын ҡәлғәң

14.12.2012 Ғаиләң булһын ҡәлғәң

Ғаиләң булһын ҡәлғәң  Һәр кем өсөн ғаилә – изге төшөнсә, эшеңдән тыш һыйыныр ышыҡ, йылыныр усаҡ, һаҡланыр ҡәлғә. Башҡаларҙағы кеүек уны ла бәхетле мәлдәр менән түбәнгә ҡолауҙар, еңеү-еңелеүҙәр, уңышһыҙлыҡтар, рух һындырырлыҡ һынауҙар ҙа һағалай. БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы үткәргән „Ныҡлы йәш ғаилә – республиканың сәскә атыуының нигеҙе” тип аталған „түңәрәк өҫтәл”дә БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай, төрлө министрлыҡтар, республиканың юғары уҡыу йорттары вәкилдәре, йәштәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү үҙәге етәкселәре, психологтар, педагогтар, табиптар ғаилә ҡиммәттәре, йәштәр араһында сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау, ғаилә тәрбиәһе, традицияларының әһәмиәте, уның йәмғиәттәге ролен һәм абруйын күтәреү тураһында фекер алышты.
Руслан ҒИЗЗӘТУЛЛИН, БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары:
– Йәш ғаиләгә ярҙам итеү йәштәр сәйәсәте органдары эшмәкәрлегенең иң өҫтөнлөклө йүнәлештәренең бе­реһе булып тора. Рәсәйҙәге 50 млн ғаиләнең һәр бишенсеһе йәш ғаилә иҫәпләнә. Ил халҡының ҡартайыуы йәштәргә хеҙмәт баҙары өл­кәһендә лә күп талаптар ҡуя. Статистика күрһәтеүенсә, уларҙың 70 проценты матди яҡтан ҡыйынлыҡтар кисерһә лә, йәш парҙар социаль талаптарға сыҙамыраҡ. Яңы тормош башлағандарҙың төп проблемаһы – торлаҡ. Әл­биттә, федераль кимәлдә ҡа­бул ителгән “Торлаҡ” федераль программаһы 35 йәшкә тиклемге ғаиләләрҙе торлаҡ менән тулыһынса тәьмин итә алмай. Финанс льготаларын бойомға ашырып, торлаҡ йәш ғаиләләргә, йәш белгестәргә, студент ғаиләләренә субсидиялар аша һатып алыр­лыҡ булырға тейеш.

Мөхәммәт Харрасов, БР Дәү­ләт Йыйылышы – ҡорол­тайҙың Со­циаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары:
– Ныҡлы ғаилә – илдең киләсәген билдәләүсе, сәйәсәтен булдырырыусы, дәүләт менән идара итеүсе ул. Шуға ла ғаилә именлеген һаҡлау кеүек актуаль мәсьәләгә күҙ йомоп ҡарарға тейеш түгелбеҙ. ҡеүәтле ижтимағи сәйәсәт булмағанда, йәштәр сәйәсәтен бойомға ашырыу мөмкин дә түгел. Беҙгә был өлкәлә закондар сығарыуҙа федераль кимәлдәге берҙәм ҡараш кәрәк. Бөгөн республикала 28 мең йәш ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта тора. Торлаҡ программаһына ярашлы, йыл һайын 1500 ғаиләгә субсидия биреү ҡаралған. Әлбиттә, был һандар аҙ. Шуға ла беҙ финанслау программаһының күләмен арттырыу буйынса эште дауам итәбеҙ. Яңы балалар баҡсалары асыу, булғандарында өҫтәмә урындар булдырыу буйынса ла әүҙем эш алып барыла. Мәктәпкәсә балалар учреждениеларын төҙөүгә 9 млрд һум аҡса бүленгән. Мин студент ғаиләләрен социаль яҡлау мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүлергә саҡырам. 1998 йылда балалары булған ғаиләле студенттарға 950 һум күләмендә социаль пособие түләнә ине. Инфляция йылдам үҫкәндә, был сумма һаман да шул килеш ҡала. Һәр бер бала үҙ ризығы менән тыуа, тигән бик тапҡыр мәҡәл бар башҡорт халҡында. Торлаҡ булмауы, финанс ҡыйынлыҡтары ғаилә ҡор­мау­ға йәки уны тарҡатыуға сәбәп түгел. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты.

Лилиана ДАУЫТОВА, Башҡорт дәүләт медицина университетының 2-се акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы доценты:
– Йәштәрҙең репродуктив һаулығын хәстәрләү буласаҡ йәш ғаиләнең сәләмәт балалар тәрбиәләүгә төп шарт икәнен иҫбатлап тороу ҙа кәрәкмәй. Беҙ университеттың беренсе курс студенттары араһында социаль һорау алыуҙар үткәрҙек. Яуаптар­ҙан күренеүенсә, мәктәпте тамамлап, яңы үҙ аллы тормош башлаған йәштәр, енси тормош 15 – 19 йәштә баш­ланырға тейеш, тип һанай. Һәр бишенсе ҡыҙ ни­кахһыҙ бала табыуҙы нормаль күренеш тип иҫәпләй. Яңы тыуған сабыйҙарҙың 25 проценты – никахта тормаған әсәләрҙеке. Шуға ла атайһыҙ бала үҫтереүҙе хуплаған ҡыҙҙар­ҙың күп булыуы беҙҙе айырыуса уйға һалды. Практика күрһәтеүенсә, һәр өсөнсө ҡыҙ ауырға ҡалыуҙан һаҡланмай. Шуға ла гүзәл заттарҙың 9,8 проценты 16 йәшкә тиклем аборт эшләтергә лә өлгөрә. Ә егеттәрҙең 80 проценты буйға уҙған һөйгәненә өйләнергә ашыҡмай. Ә бит үҫмерҙәр, йәштәр бәйһеҙ енси тормош алып барыуҙан төрлө инфекциялар йоҡтороп, һуңынан бының түлһеҙлеккә килтереүен уйлап та бирмәй.
Ни эшләп үҫмерҙәр араһында йоғошло венерик сирҙәр, аборттар күп? Сөнки беҙҙә мәктәптәрҙә, уҡыу йорттарында был темаға медицина-санитар аңлатыу эштәре алып барылмай, улар интернет аша, дуҫтарынан ғына мәғлүмәттәр ала. 8-се си­ныфтың “Кеше анатомия­һы” дәреслегенә күҙ һалығыҙ әле, унда репродуктив һаулыҡ темаһына ниңә күберәк урын бирмәҫкә? Үҫмер – һау-сәләмәт быуын­дың нигеҙе. Беҙ, БДМУ табиптары, социаль селтәр­ҙәрҙә лә үҙебеҙҙең кафедраның битен асҡанбыҙ. Унда йәштәрҙе борсоған һорау­ҙар­ға яуап бирәбеҙ. Интер­неттағы мәғлүмәт порталдарында йәш­тәр­ҙең һаулығын һаҡлау буйынса бушлай лекциялар уҡырға әҙербеҙ. Сөн­ки йәш быуынға сәләмәт ғаилә темаһы ят, улар репродуктив һаулыҡты үҫмер сағынан уҡ һаҡлауҙы мөһим тип тә һанамай. Ныҡлы ғаиләнең нигеҙе – ныҡлы сәләмәтлек, һау-сәләмәт нәҫел ҡалдырыу. Был мәсьәләгә ҡарашты үҙгәртергә кәрәк.

Анжелика Нурмөхәмәтова, Ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү республика үҙәге директоры:
– Мине йәштәрҙең әҙер­лек­һеҙ никахҡа инеүе борсой. Шуға күрә лә улар ғаиләләге тәүге һынауҙар алдында ҡаушап ҡала, ғаиләне һаҡлауға яуаплы ҡарамай. Ғөмү­мән, хәҙер, оптималләштереүгә һылтанып, мәктәптәрҙә психологтар, социаль педагогтар штатын ҡыҫҡартып бөттөләр. Ә бит бала, уның ата-әсәһе өсөн психолог ярҙамы алыу ауыр күңел кисерештәрен, һынауҙарҙы еңелерәк үткәрергә булышлыҡ итә. Психологик ярҙам үҫмергә, ғаиләгә бөгөнгө заманда бик тә кәрәк.

Флүрә Борханова, социолог, БДУ уҡытыусыһы:
– Башҡортостанда заманса ғаиләне формалаштырыу буйынса шуны әйтергә була, йәштәр һуң өйләнешеүҙе хуп күрә, никах ҡартая. 2011 йылдағы мәғлүмәттәр буйынса, яңы өйләнешкәндәр араһында күпселек ирҙәр – 26,8, ҡатындар 25 йәштә тәүге тапҡыр никахҡа ингән. Күп әсәләр тәүге балаһын 27 йәшендә генә тапҡан. Йәш ғаилә һәр ваҡыт хәүеф аҫтында. Ғаиләләрҙең 34,1 проценты бер йыл ғына йәшәгән, 60 проценты бергә йәшәүҙәренең унынсы йылына айырылыша. Ғаилә ячейкаһының тарҡалыу сәбәптәре күп төрлө: берәүҙәр матди ҡыйынлыҡтарҙы күтәрә ал­май, икенселәр карьераны, белем алыуҙы өҫтөнөрәк кү­рә, тормош иптәшенән тыш та ғаиләһен ҡарай алыуына ышанған әсәләр ҙә күп. Беҙгә йәштәр­ҙе ғаилә ҡиммәттәрен аңлай, баһалай белергә, никахҡа инеүгә айыҡ аҡыл менән ҡарарға, ғаилә тормошон бәхетле итер өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәклекте өйрәтергә кәрәк.
Наталья Беккер, “Сиктәрһеҙ донъя” йәмәғәт үҫеше фонды етәксеһе:
– Ғаилә йөҙөндә йәмғиәттең барлыҡ кире һәм ыңғай яҡтары ла сағылыш таба. Йәштәр ғаилә психологияһының элементар ҡағиҙәләрен дә белмәй. Төптән ҡарағанда, ғаиләле булып йәшәүселәрҙең 95 проценты – проблемалы, уларҙың 5 проценты ғына ысын-ысынында бәхетле ғаиләләр.
Айырылышыу алдында тор­ған йәки социаль яҡтан яҡ­лан­маған ғаилә генә түгел, башҡа ғаиләләр ҙә иғтибарға мохтаж.

Оксана ПОЛИТИКА, БДУ доценты, психолог:
– Бөгөн радио-телевидение, киң матбуғат саралары артистарҙың, билдәле шә­хестәрҙең нисә ҡатын алыуы, никах яңыртыуы, айырылышыуы тураһында береһенән- береһе уҙҙырып яҙа, күрһәтә. Ни эшләп улар башҡаларға өлгө булырға тейеш икән? Рен-ТВ, Муз-ТВ каналдарын ҡарағыҙ. Мәғәнәһеҙ ниндәй генә танышыу иғландары бирелмәй. Шулай итеп, ғаилә ҡиммәттәренең юғалыуы, уның абруйы төшөүе йәш быуынға күрһәтелә, ирек­һеҙҙән тағыла. Йәштәр бер-береһенә булған мөнәсәбәттәренең ныҡлығын граждан никахында һынап ҡарауҙы хуп күрә. Сөнки был никах – һынауҙар полигоны. Имти­ханды уңышлы үтә алмайһың, бер-береңә тап килмәйһең икән, юлдар айырыла. Ошо буламы ғаилә? Күп ҡыҙҙарыбыҙ хәҙер үҙҙәре өсөн генә бала таба. Ә бит сабыйҙың тулы ғаиләлә генә ике яҡтың да мөхәббәтен тойоп, камил шәхес булып үҫеүен улар аңлап та бирмәй. Айыры­лышыр сиккә еткән парҙар әгәр ҙә ғаилә көрсөк алдында торғанда психолог ярҙамы алһа, никахын тарҡатмаҫ ине, моғайын. Минең фекеремсә, ЗАГС-тарҙа дежур психологтар булырға тейеш.

Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА яҙып алды.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”