RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Күршенең тауығы – ҡаҙҙай, ҡатыны – ҡыҙҙай

14.12.2012 Күршенең тауығы – ҡаҙҙай, ҡатыны – ҡыҙҙай

16 ноябрҙә БюТ-та барған "Телеүҙәк" тапшырыуында бер ҡатын: "Күп ер гиҙҙем. Рәсәйҙә бөтә нәмә ҡыйбат. Англия, Франция, Швейцария, Чехияла иһә арзан", – тине. "Асы" шифаханаһы хеҙмәткәре, телефондан шылтыратып: "Киреһенсә, унда хаҡ беҙҙәгегә ҡарағанда юғары", – тип бәхәсләште. БР Йәштәр һәм спорт министрлығы баш белгесе Рәмил Рафиҡов та сәйәхәтсе ханым фекере менән риза түгеллеген белдерә. Миңә лә, күп йөрөгәс, сит ил аэропортында сумаҙанына "арзан" араҡы, дарыу, зәйтүн майы тултырған ватандаштарымдың таможня аша үтә алмай аҙапланыуына шаһит булырға тура килгеләй. Күрәһең, бәғзеләр, евро, доллар, һумдың нисбәтен төшөнөңкөрәмәй. Ошо мәсьәләгә асыҡлыҡ индереү өсөн Европалағы хаҡтарға ентекләберәк туҡталып үтәйек.
Италияның баш ҡалаһы Римдә опера театрына билет алайым тип килһәм, сиратта, аппарат "биргән" номерға ҡарағанда, мин 437-се кеше! Шул хәтле әҙәм тамаша күрергә теләк белдергәс, билеты ла беҙҙәгеләй ат хаҡына торошло түгелдер, тиер кемдер. Фойела эленгән тарифҡа күҙ ташлайыҡ:партерға 100 – 150 евроға ( йәғни 4 – 6 мең һумға), ә галереяға 12 – 20 евроға ( 480 – 800 һум була инде) билет алырға мөмкин икән. Театр һөйөүселәр, ай-һа-а-й, күп, тиһегеҙме? Юҡ та, йәкшәмбелә генә шулай, эш көнөндә касса ишеген асып инеүсе һирәк. Яҡ-яғыма ҡаранып, бәй, һыу буйы сират булырға тейеш тә баһа бында, улар ҡайҙа, тип уйлап та өлгөрмәнем, һөрөнкө йөҙлө ир азаматы ҡояштай балҡып, тып итеп яныма килеп тә баҫты. Шул тиклем ихлас йылмая, әйтерһең, ғүмер буйы ошонда мине генә көтөп торған да, ниһайәт, осратыуына шатланып бөтә алмай. "Хөрмәтле синьора, көтөү залына инеп ултырһағыҙ, уңайлыраҡ булмаҫмы? Сиратты монитор буйынса күҙәтергә лә мөмкин", – ти был наҙлы-ы ғына тауыш менән. Күңелем иреп, йылп итеп инеп киттем дә ғәжәйеп матур залда йомшаҡ, ҡыҙыл бәрхәт менән тышланған уңайлы ултырғысҡа сумдым һәм "Порте Портезе" гәзитен ҡараштырғыларға тотондом. Иғтибарымды "Күсемһеҙ милек" бүлеге йәлеп итте: "Архимед урамында майҙаны 70 кв. м булған ике бүлмәле фатир һатыла. Хаҡы – 400 мең евро" (16 млн һум; 1 евро яҡынса 40 һум тәшкил итә – Р. В.), "Цицерон урамында өс бүлмәле фатир – 590 мең евро"( 23 млн 600 мең һум). Аһ-аһ, фатирға хаҡ ныҡ ҡына төшкән дә баһа! Бер нисә йыл элек кенә бындай өйҙәр 7 – 8 млн һумға ҡыйбатыраҡ тора ине. Әйтәм, Рәсәй байҙары Италиянан күпләп күсемһеҙ милек һатып ала башланы, бына ниҙә икән әтнәкәһе. Гәзиттең "Туризм" битен асам: "Мадрид (Испания). 4 көн. 3 йондоҙло ҡунаҡхана – 19 мең 200 һум" (артабан евроны һумға әйләндереп кенә бәйән итәсәкмен – Р. В.), "Париж. Лурд. Ницца (Франция). 6 көн. 3 йондоҙло ҡунаҡхана – 30 мең һум", "Вена (Австрия). 4 көн. 4 йондоҙло ҡунаҡхана – 30 мең һум".
ҡыйбат, шулай бит? Дөрөҫ, ҡабул итеүсе яҡ ҡайһы бер артта ҡалған илдәр өсөн ташлама яһай, шунлыҡтан унда туристик путевка хаҡы арзаныраҡ була. Был – туристарҙы йәлеп итеү йәһәтенән ике яҡ өсөн дә отошло алым. Ярай, хуш, быныһын да белдек, ти. Иғтибарҙы донъяла иң күп "аҡса һуғыусы" (айына 400 мең һум!) сәйәсмәндәр төйәгендәге ашау-эсеү хаҡына йүнәлтәйек тә, Ватикан тирәһендәге "Трионфале" баҙары, "Конад", "Сма" магазины мәғлүмәтен күҙҙән үткәрәйек (һәр аҙыҡ 1 кг нисбәтенән): тауыҡ ите –120-нән 250 һумғаса. Картуф – 35 – 70 һум, быҙау ите – 320 – 800, һөт – 52 – 76, икмәк – 80 – 132, дөгө –70 –120 һум, май – 320 – 480, йомортҡа,10 дана – 80 – 120 һум. Йәшелсә-емештең килоһы ғәрәп кибетендә яҡынса – 40, итальяндыҡында – 60 – 80 һум.
Францияла, Швейцарияла апрелдә бу­лыр­ға тура килгәйне. Кейем-һалымға ла, аҙыҡ-түлеккә лә хаҡ, Италия менән сағыштырғанда, ярайһы уҡ юғары, бигерәк тә Швейцарияла магазинға яҡын барырлыҡ түгел. Чехия менән июлдә танышырға насип булды. Унда ла хаҡтар "тешләшә". Айырым алғанда, 1 кг икмәк Францияла – 100 –120 һум, Австрияла – 70 – 80. Бер литр һөт Францияла – 100 – 160 һум, Австрияла – 40 – 80 һ.б. Италияның һәр тарафында төрлөсә хаҡ булыуын иҫәпкә алғанда, алтын урталыҡ барыбер баш ҡала тирәһендә уралыр. Коммуналь хеҙмәткә айлыҡ түләүҙе Римдә йәшәүсе Марчелла ханым Аскани миҫалында ҡарап үтәйек. Дүрт бүлмәле (120 кв. м) фатирҙа ҡыҙы менән йәшәй. Пенсияһы 60 мең һум. Уның бер айға түләү квитанцияһының күсермәһе: газ – 400 һум, "Ильич лампаһы"– 800 һум, телефон – 800 һум, өй йылытыу – 6200 һум, подъезд (лифт, таҙалыҡ, яҡтылыҡ) – 1920 һум, сүп-сар йыйыштырыу­сыға – 800 һум.
Быйыл 1 мартта "Комсомольская правда. Москва." сайты былай тип яҙып сыҡты: "Италияла эш хаҡы бик түбән. Аҡса­һыҙ­лыҡтан интегеүсе Рим халҡы 4 – 10 кв. метрлы микроквартираларға күсә башланы". Төптө уйҙырма! Римдә фатирҙар, ғәҙәттә, 3 – 4 бүлмәле. Ике бүлмәлеләр бик һирәк. Бер бүлмә тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел (әйткәндәй, 2 бүлмәлене улар "бер бүлмәле фатир" тип атай. Йоҡо бүлмәләре һаны иҫәпкә инә, зал – юҡ). Борон-борондан өйҙө ҙур, иркен итеп төҙөгәндәр. Шулай булғас, 4 йәки 10 кв. м майҙанлы торлаҡты ҡайҙан тапмаҡ кәрәк? Түбәндәге мәсьәләне лә күҙ уңынан ысҡындырмайыҡ: ҡайһы бер йорттарҙы ата-бабалары бынан 100 – 200 йыл әүәл үк кирбестән төҙөп ултыртҡан һәм ул әлегәсә олатайҙан – улға, улдан – ейәнгә тигәндәй, күсә килә. Улай ғына ла түгел, беҙҙең эрағаса һалынған биналар ҙа бар. Бына ҡайҙа ул сифат һәм һаҡсыллыҡ! Европала көрсөк тә көрсөк, тип күпме генә тылҡымаһындар, бында халыҡ мул тормошта йәшәй. Территорияһының 80 проценты тау-таш булыуға ҡарамаҫтан, игене лә, емеш-еләге лә емерелеп уңа. 60 млн итальян, 5 млн мигрант һис нәмәгә мохтажлыҡ кисермәй тыныс ғүмер һөрә. Етмәһә, Ватикандың мәрхәмәтлек ойошмаһы ("Каритас") көн һайын һәм көнөнә ике мәртәбә бер нисә мең кешене бушлай ашатып сығара.
Унан тыш, халыҡ әйбер-маҙарҙы, иҫке, модаһы сыҡты тип, сығарып ырғытырға ашыҡмай. Мәҫәлән, Римдең Париоли райо­нында йәшәүсе танышымдың өйөн 1895 йылда, йәғни бынан 117 йыл элек семәрләп яһалған "арыҫлан тояҡлы" сервант һәм шкаф биҙәй. Мастер йыһаздың бер мөйөшөнә уны яһаған йылын, исем-шәрифен теркәп ҡуйған. Ошо сифатлы йыһаз арҡаһында нисәмә быуын мебель һатып алыу мәшәҡәтенән ҡотолған һәм аҡсаһын экономиялаған?! Лаура Мачи атлы ханыма "Лонгинс" (Longins) маркалы ҡул сәғәтен 1954 йылда генерал ире бүләк иткән. Ул бөгөнгәсә тек тә тек эшләй. Лаура Германияның кер йыуыу машинаһын 1951 йылда (!), һыуытҡысты –1958 йылда, телевизорҙы 1960 йылда һатып алған! Әлегәсә гөрләп эшләп ултырғас, модалы яңы техникаға алмаштырырға уйламай ҙа. Балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Фернанда Гориҙың рюмкалары –1890, сынаяҡтары 1905 йыл менән тамғаланған. Икенсе бер танышым Сандра Бруниға 64 йәш. Кескәй сағындағы ҡурсағын, уйынсыҡтарын ҡәҙерләп һаҡлай, ейәндәремә булыр, ти (улары әллә була, әллә юҡ инде. 40-ҡа яҡынлаған ике улы ла буйҙаҡ йөрөй – Р. В). Ғөмүмән, Италияла әйбергә һаҡсыл ҡараш көслө. Подъезды бысратыу, нимәнелер ватыу, ҡыйратыу, ташлау уларға хас сифат түгел. Урам буйында көршәкле гөлдәр теҙелеп ултыра – үткән-һүткән бала-саға уларға теймәй, ҡош-ҡортҡа рогатканан атмай.
2010 йылдың яҙында Иисус Христос баҫҡысына урыҫ телендә "Дима + Маша – любовь!" тип яҙып киткәндәр. Матбуғатта ғауға ҡупты. Хатта ки: "Рәсәй халҡын илгә индерергә ярамай, улар – әҙәп­һеҙ", – тип байтаҡ шаулаштылар. Уларҙы аңларға ла була: ғишыҡ–мишыҡ утында янған ниндәй­ҙер егет йораты ике мең йыл әүәл эшләнгән, Христос эҙен һаҡлаған изге баҫҡысты боҙоп китһенсе әле! Ярай, теманы үҙгәртә төшөп, эш хаҡы тураһында ла һөйләшеп алайыҡ әле. Ул Италияла әллә ни ҙур ҙа түгел. Йылына уртаса 23 мең 460 евро, йәғни 930 мең 840 һум. Үҙҙәре әйтеүенсә, Евросоюзға ингәнсе улар еңел йәшәгән, бар нәмә арзан булған, хәҙер иһә аҡса янсығы байтаҡҡа бүҫкәргән. Әйткәндәй, иң бәләкәй пенсия күләме 20 мең һумға тиң. Фатирға түләй башлаһаң, был да "итәгеңде ямаһаң, еңгә етмәй" рәүешендә генә ҡала инде. Ләкин шуныһын да онотмайыҡ: итальяндарҙың ата-бабаһынан ҡалған мал, йәғни мираҫ булып күскән байлығы ла арыу уҡ тос. Алессио бабай былай ти: "1915 йылдарҙа олатайым ике бина төҙөгән. Шуны ресторанға арендаға бирҙем. Аҡсаһы ғаиләмде аҫрарға етеп торғас, еңел-елпе эштә генә йөрөнөм. Ана, күршем Марко ла яхтаһын кемгәлер файҙаланырға бирә лә, мул ғына табыш ала". Ә халыҡ ҡулындағы мөш күпме?!
Статистика мәғлүмәте буйынса, итальяндар, француздар иҫерткес эсемлек эсеү буйынса донъяла алдынғылар рәтендә. Шулайҙыр, әммә был илдә иҫерек бәндәне осратырмын тимә. Йәше-ҡарты аш алдынан һәр көн 5 – 6 градуслы 100 грамм тирәһе шарап һемерә икән, бер уйлаһаң, күп тә түгел.
Тажикстанда, Әрмәнстанда, Үзбәкстанда илдең стратегик алтын запасының теш сифатында граждандарҙың ауыҙына инеп ятҡанлығын күбебеҙ белә. Европала алтын теш ҡуйҙырыу ғәҙәте юҡ. Ә яһалма теш ҡуйҙырыу, дауалау кеҫәне ныҡ ҡына йоҡарта. Мәҫәлән,теш һурыу – 2 мең һум, яматыу – 3 мең һум һәм унан да артығыраҡ. Табипты өйгә саҡыртһаң, кәмендә 4 мең һумыңды тоттороп ебәрәһең. Сират буйынса рентген үтһәң, 1360 һумға төшә, көтөргә ваҡытың юҡ икән, сиратһыҙ ин, тик тәүҙә 3200 – 4000 һумыңды сығарып һал.
Ерләү йолаһы тураһында ике-өс ауыҙ һүҙ. Беренсенән, мәрхүмгә сиркәүҙә хушлашыу церемонияһы үткәрмәһәң (хаҡы 10 –12 мең һум), зыяратҡа индермәйҙәр. Ерҙә ерләү өсөн түләү арзан, әммә ун йылдан ҡаҙып алып, һөйәкте дөйөм соҡорға ташлайҙар ҙа, урынына икенсе мәйетте һалалар. Тәртибе шулай. Күпселек биш ҡатлы йорт бейеклегендә күтәрелгән ҡалын диуар эсендәге махсус йәшниктәрҙә ятыуҙы "хуп күрә". ҡәберлек идараһы етәкселеге менән, 99 йылдан һуң мәрхүмдең һөйәген дөйөм соҡор­ға һалырға рөхсәт итәбеҙ, тигән яҙма килешеү төҙөлә. Әммә диуар эсенән урын алыу ерҙә ерләнеүгә ҡарағанда күпкә ҡыйбат, тиҙәр. Юлайҡан шуны ла әйтә­йек, октябрь башында Неаполдә 36 йәшлек ҡырғыҙ ире вафат булғайны. ҡырғыҙҙар интернет селтәре аша ике-өс көндә 250 мең һум аҡса йыйып, табутты самолетта Бешкәккә оҙатты. Мәрхүмде тыуған иленә ҡайтарыу һәр кемдең дә ҡулынан килерлек эш түгел. Рухлы, берҙәм халыҡ икән ҡырғыҙ ҡәүеме. Ә мәйетханала һуңғы юлға оҙатыуҙы көтөп ятҡан украиндар күпме? Мил­ләт­тәштәре – битараф, ғаиләһенең аҡсаһы юҡ.
Һуңғыһы. Рәсәйҙә йәшәүселәрҙең кеҫәһен "тишеүсе" сәбәптең береһе – транспортҡа түләү. "Маршрутка"ға 20-шәр һум түләй-түләй көнөнә әллә ни саҡлы аҡсаң сығып оса. Ә Римдә коммерция автобусы – һирәк күренеш. Транспорт – хөкүмәт ҡулында. Бөтә төр транспортҡа йыллыҡ берҙәм билет хаҡы 1 майға тиклем фәҡирҙәр өсөн – 6 мең, урта хәллеләр һәм байҙарға 8 мең – 9 мең 600 һум ине (был килем хаҡындағы декларацияға ҡарап билдәләнә. Яңылыш­ма­һам, һуңғы ваҡытта хаҡ бер аҙ күтәрелде). Берҙәм билет бик уңайлы. Метроға ла, автобусҡа ла, трамвай-троллейбусҡа ла шул билет ярай. 60 һумлыҡ бер билет алып, 75 минут буйы теләһә ниндәй төр транспортҡа ултырып йөрөү хоҡуғы ла бар пассажирҙың.
Бына шунда­йыраҡ хәлдәр сит илдәрҙә. Бәйән ителгән хаҡҡа ҡарағыҙ ҙа, үҙегеҙ һығымта яһағыҙ инде: Европа "күршенең тауығы – ҡаҙҙай, ҡатыны – ҡыҙҙай" тип әйтеп буламы
Рәмилә ВАХИТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”