RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡаһарман яҡташыбыҙҙы онотмайбыҙ

13.12.2012 Ҡаһарман яҡташыбыҙҙы онотмайбыҙ

Украинаның Ялта ҡалаһында йәшәүсе Башҡорт йәмғиәте, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, яҡын дуҫтары, балалары, ейәндәре Советтар Союзы Геройы, гвардия подполковнигы, летчик-штурман Ғәли Мәжитовтың тыуыуына 100 йыл тулыу­ға арналған кисә үткәрҙек.
Батыр яугир Йәрмәкәй районының Яңы Шах ауылында тыуған. Ата-әсәһе үҙ осорона бик белемле кешеләр була. Ғәли ҙә белемгә ынтыла. ҡазандағы педагогия институтында уҡый. Хәрби хеҙмәт юлына баҫа, хәрби училище тамамлай, взвод командиры вазифаһын башҡара. Тиҙҙән Ғәли Мәжитовты, һәләтле кеше булыуын тойомлап, Ырым­бур­ҙағы хәрби осоусылар училищеһына уҡырға ебәрәләр. Летчик-штурман дипломын ҡулына алғас, Мәскәү янында − Ржев ҡалаһындағы авиация часында хеҙмәт итә. 1939 йылғы фин һуғышында Ленин­град ҡалаһы янында, Ман­нергейм ғәскәрен тар-мар итеүҙә әүҙем ҡатнаша. Май айында уға тәүге награда − «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы бирелә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда яҡташыбыҙ Белоруссияның Березок ҡалаһында була. Һуғыштың беренсе көнөндә үк 22 летчиктың ғүмере өҙөлә. Ғәли Әхмәт улы фронттың иң яуаплы ерендә булып, күп батырлыҡ күрһәтә. Уның яу юлы Мәскәү, Ста­лин­град, Курск дуғаһы, ҡырым, Бело­руссия, Украина аша үтә. Германияның хәрби-сәнәғәт заводтарын юҡҡа сығарыуҙа ла ҙур өлөшө бар.
1944 йылдың 22 сентябрендә Ғәли Мәжитовҡа Советтар Союзы Геройы исемен СССР Юғары Советы Президиумы рәйесе Михаил Калинин тапшыра. Шуныһын да билдәләргә кәрәк: 1942 йылда Мәскәү Кремле янында фашистар авиабомба ташлағас, Сталин Берлиндағы Рейхстагҡа бомба ташларға бойороҡ бирә. Бомбарди­ров­щиктарға һауа юлын Ғәли Мәжитов күрһәтеп бара һәм бойороҡ уңышлы үтәлә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы батырлығы өсөн Башҡортостан улының түшен 22 миҙал-орден биҙәне.
Тыныс тормошта ла Ғәли Мәжитов Ялта ҡалаһының почетлы гражданы исеменә лайыҡ булды, фоторәсеме ҡала үҙәгендәге Почет таҡтаһында эленеп торҙо. Ғәли ағай бик сабыр холоҡло, ипле кеше булды. Бер ҡасан да үҙенең хәрби даны менән маһайып йөрөмәне, халыҡ уны яратты һәм хөрмәт итте. Тормош ҡыйынлыҡтары кисереүселәр, ярҙам-кәңәш һорап, уға йыш ҡына мөрәжәғәт итер ине. Тыуған яғына ҡайтһа, мәктәпкә барып, уҡыусылар менән осраша, ауылдаштары менән ихлас һөйләшеп, хәл белешеп йөрөй торғайны, тип иҫләй һеңлеләре. Венера Әхмәт ҡыҙы Ялтаның Башҡорт йәмғиәте ойошмаһы эшендә әүҙем ҡатнашты. Мин герой менән беренсе тапҡыр ҡаланың партия конференцияһында таныштым. Ул яҡташы менән осрашыуға бик шат булды. Ихлас күңелдән өйөнә сәйгә саҡырҙы, минең тормошом, хеҙмәт юлым менән ҡыҙыҡһынды һәм файҙалы кәңәштәр бирҙе.
Ғәли ағайҙың шиғри күңелле кеше икәнен шунда белдем. Уның китап кәштәһендә Мостай Кәрим, Сәйфи ҡудаш, Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева, Ғабдулла Туҡай, Мәжит Ғафуриҙың китаптары бар ине. Яҡташтарын бигерәк яратты ул. Геройҙың улы Геннадий ҡаланың телефон элемтә үҙәгендә өлкән инженер булып эшләне, хәҙер хаҡлы ялда. ҡыҙҙары Елена менән Галина тормошта үҙ урындарын тапҡан, балалар, ейәндәр үҫтерәләр. Барыһы ла юғары белемле. Мәжитовтар нәҫелендә офицерҙар, диңгеҙселәр һәм адмиралдар, ғалимдар бар. Ғәли Мәжитов 1993 йылда вафат булды. Башҡорт йәмғиәте ул йәшәгән өйгә мемориаль таҡтаташ ҡуйҙы. Әлеге көндә ҡала хакимиәтенә ҡаланың бер урамына уның исемен биреү өсөн тейешле документтар йыйып тапшырҙыҡ. Геройҙың ғаиләһе менән тығыҙ бәйләнештә йәшәйбеҙ.

Даларис ИМЕЛБАЕВ,
Ялта ҡалаһының «Иҙел −
Урал» башҡорт йәмғиәте рәйесе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”