RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » .Килер быуындарға хеҙмәт итәсәк

16.10.2010 .Килер быуындарға хеҙмәт итәсәк

.Килер быуындарға хеҙмәт итәсәкБашҡортостан – автомобиль юлдары селтәре буйынса Рәсәйҙә иң үҫешкән төбәктәрҙең береһе. Рес­пуб­лика­ның юл сел­тәре йылдан-йыл киңәйә һәм камиллаша. Был уңай­ҙан «Башкиравтодор» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалдарының өлөшө ғәйәт ҙур. Һөнәри байрамдары алдынан Әлшәй юл ремонтлау-төҙөү идаралығы коллективының эшмәкәрлеге менән яҡындан таныштыҡ.
Юлдарҙы, тормош артерияһы, тип хаҡлы әйтәләр. Сөнки һәр ҡайһыбыҙға эш-ғәмәлдәр буйынса юлда йөрөргә тура килә. Транспорт хәрәкәтенең көйлөлөгө, кешеләрҙең именлеге, тормош мәшәҡәттәрен тиҙ һәм уңышлы ғәмәлгә ашырыу туранан-тура юлдарҙың яҡшы һәм ҡараулы булыуына бәйле. Әлшәй юл ремонтлау-төҙөү идаралығы начальнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Альберт Ибраһимов менән әңгәмәбеҙ шул хаҡта һөйләшеүҙән башланды.
– Юл хужалығында, ғөмүмән, ваҡ мәсьәлә юҡ. Юлсылар ҙа, техника ла имен йөрөһөн өсөн юлдар һәр саҡ ҡараулы, төҙөк булырға тейеш. Беҙгә шундай яуаплы бурыс йөкмәтелгән һәм уны намыҫ менән үтәргә тырышабыҙ, – тип һөйләй Альберт Мирҡәҙәм улы.
Ысынлап та, юлдарҙа байрамдар ҙа, ял көн­дәре лә юҡ. Унда хәрәкәт туҡталмай. Юл хеҙмәткәрҙәренең эш ваҡыты ла шуға тура килә.
Идаралыҡ ҡарамағында 530 саҡрымға яҡын автомобиль юлдары иҫәпләнә. Етәксе әйтеүенсә, быйыл 9 айҙа 36 миллион һумға яҡын төҙөү-төҙөкләндереү эштәре башҡарылған. Был иҫәптә юлдар төҙөү, ремонт эштәре, төбәк әһәмиәтендәге һәм урындағы юлдарҙы ҡарау, ситтән ингән заказдар бар.
Быйыл Стәрлетамаҡ – Раевка трассаһындағы юл участкаһында ремонт эштәре, М-5 «Урал» трассаһындағы Шишмә – Аксен – Ҡырғыҙ-Миәкә йүнәлешендә стандарт төркөмдәге билдәләр, саҡрым билдәләре һәм йүнәлеш күрһәтмәләре урынлаштырылған.
Бәхәсһеҙ, юлдарҙың торошона ҡарап теге йәки был төбәктең социаль-иҡтисади үҫешен баһа­ларға мөмкин. Ә был яҡтан әлшәйҙәр ғорурлана ала. Төбәктә юлдар йылдан-йыл яҡшыра, райондың тотош юл селтәре, ҡасаба һәм ауыл урамдарындағы юлдар тураһында ла шундай фекер әйтергә мөмкин. Мәҫәлән, күптән түгел идаралыҡ Раевка ауыл советы заказы буйынса «Гагарин урамы» микрорайонын төҙөкләндергән. Балалар майҙансығын йыһазлағандар, кер элеү, машиналар ҡуйыу урындарын йүнәткәндәр. Ун көн эсендә микрорайон танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Бының өсөн 1 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған.
– Тәҙрә ҡаршыһында уйнаусы балаларҙың шат тауышын ишетеп, күңел һөйөнә, – ти Гагарин урамы, 35 А һанлы йортта йәшәүсе Александр Саков. – Көн дә ун айлыҡ ейәнсәрем Софияны майҙансыҡҡа алып сығам. Күрше микрорайондарҙа йәшәүселәр ҙә балаларын бында алып килә хәҙер.
.Килер быуындарға хеҙмәт итәсәкШул арала элек балалар баҡсаһы мөдире булып эшләгән Валентина Абрамова ла һүҙгә ҡушылды. «Балаларға уйнау, ял итеү өсөн уңайлы шарттар булдырылды, тик майҙансыҡҡа һаҡсыл ҡараш булһын ине», – тигән теләк белдерҙе ул.
Әлеге ваҡытта бер бригада баш ҡаланың Затон ҡасабаһын төньяҡтан урап үтеүсе магистраль юл төҙөлөшөндә эшләй. Унда 8 миллион һум самаһы күләмендә эш башҡарыу ҡаралған. Бер үк ваҡытта механик Жәүит Мәүлийәров етәкселегендәге икенсе бригада үҙҙәренең производство базаһы майҙанын төҙөкләндерә.
Ниндәй генә эш йөкмәтелһә лә, һәр кемдән ҙур яуаплылыҡ талап ителә. Ғөмүмән, йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә физик көс һәм сыҙамлылыҡ талап иткән юл хеҙмәтен башҡарыу ысын ир-егеттең генә ҡулынан килә. Нәҡ шундайҙар туп­ланған коллективта. Шофер, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Николай Жнейкин, Филүс Нәсхетдинов, аталы-уллы Владимир һәм Юрий Диргуновтар, экскаваторсы Сергей Озерин, тейәгес машинисы Риф Хәйруллин үҙҙәренең уңғанлыҡтары менән айырылып тора.
Халыҡта «Етәксеһе ниндәй – донъяһы шундай» тигән әйтем бар. Предприятие ихатаһына килеп ингәс, ундағы тәртипкә, төҙөклөккә, эштең теүәл ойошторолоуына иғтибар итәһең. Райондың юл хужалығында ла шул үҙенсәлектәр төҫмөрләнә. Быны хаҡлы рәүештә идаралыҡ начальнигы Альберт Ибраһимовтың үҙенә һәм хеҙмәттәштәренә ҡарата талапсанлығы, хеҙмәтте юғары ойоштороу оҫталығы, һөнәренә бирелгәнлеге һәм хеҙмәттәштәрендә лә шул сифаттарҙы күрергә ынтылышы тип аңлатырға кәрәк. Ә берҙәм ынтылыштың һөҙөмтәһе һәр саҡ ышаныс­ты аҡлай.
Гөлназ ҒИЛӘЖЕВА.
Әлшәй районы.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған