RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Беҙҙе рух берләштерә

09.10.2010 Беҙҙе рух берләштерә

Беҙҙе рух берләштерәХалыҡ байрамын билдәләр алдынан гәзит уҡыусыларға «Суверенитет беҙгә нимә бирҙе? Өмөттәр аҡландымы?» тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек. Шуныһы һоҡландырҙы: яуап биреүселәрҙең барыһын да тыуған төйәгебеҙгә һөйөү, уның ҡаҙаныштары менән ғорурланыу һәм киләсәккә өмөт менән ҡарау берләштерә.

Миләүшә ХӘБИЛЕВА, Сибай яҙыусылар ойошмаһының әҙәби консультанты:
– Башҡортостан, үҙ аллы үҫеш юлын һайлап, халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға, ауыл-ҡалаларыбыҙҙы күркәмләндереүгә ирешә алды. Рухи күтәрелеш дәүере тип атар инем мин был осорҙо. Бер аҫаба халыҡтың ғына түгел, республикабыҙҙа йәшәүсе барлыҡ милләттәрҙең рухи-мәҙәни ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә күп көс һалынды. Үҙебеҙҙең Сибайҙы күҙ уңында тотоп әйтһәм, был йылдарҙа ҡалабыҙ күҙгә күренеп төҙөкләнде. Филармония, «Сулпан» балалар театры, сәнғәт колледжы асылыуының үҙаллылыҡ емештәре икәнен танымай мөмкин түгел.
Халыҡтың тарихи үткәне менән ҡыҙыҡһыныуы кө­сәйҙе. ҡалабыҙҙа Алдар Батыр, Зәки Вәлиди, Төньяҡ амурҙары тигән исемдәр бирелде. ҡала эргәһендә Арҡайым, Сармат тип исемләнгән матур ҡасабалар ҡалҡып сыҡты. Был ыңғай күренештәрҙе нисек үҙаллылыҡ емештәре тип атамаҫһың?!
Ирешкән уңыштарҙы тәләфләмәй, артабан да дауам итеү – беҙҙең бурысыбыҙ.

Вәсилә ҒӘБИТОВА, 3-сө башҡорт республика гимназия-интернаты уҡытыусыһы, Күмертау ҡалаһы:
– Йыл һайын Республика көнөн көтөп алабыҙ. Быйыл да ҡалабыҙҙа байрам уңайынан Кинйә Арыҫланов исемендәге халыҡ ансамбле коллективы менән концерт күрһәттек.
Башҡортостан дәүләте егерме йыл буйы халҡының яҡты киләсәгенә лайыҡлы юл ярҙы. Тимәк, өмөттәр аҡланған, тимәксемен. Үҙем ҡала мәктәбендә уҡыған йыл­дарҙы бөгөнгө менән сағыштырһам, эстән һөйөнөп ҡуям. Уҡыусыларымдың кинәнеп туған телен, тарихты, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы өйрәнеү мөмкинлеге бар. Балаларға белем биреп, телебеҙҙе һаҡлауға өлөш индерә алыуымды егерме йыл элек яуланған үҙаллылыҡтың иң оло ҡаҙанышы тип ҡабул итәм. Киләсәктә лә телгә, тарихҡа ихтирамлы мөнәсәбәт юғалмаһын тигән теләктә ҡалам.

Шәһит СӘЙФУЛЛИН, БДУ сту­денты, 20 йәш:
– Мин суверенитеттың «ҡорҙашы» булам. Аҡылым менән уның Башҡортостан халыҡтары өсөн ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә булыуын аңлайым. Мөһим боролоштоң милли үҙаңды үҫтереүҙә, патриотизм тәрбиәләүҙә роле көслө, тимен. Ә шулай ҙа беҙ тағы ла юғарыраҡ үрҙәргә ирешә ала инек. Был йәһәттән республиканы Рәсәй, донъя кимәлендә танытыр тарихи кинофильмдар төшөрөүҙе, йыр-бейеүҙәр сығарыу­ҙы иҫәптә тотам.
Шулай ҙа өмөттө лә өҙөргә ярамай, тормош дауам итә бит. Бәлки, киләсәктә республикабыҙҙы баш­ҡорт балы менән генә түгел, ә та­рихи, легендар батырҙары менән танытырҙай сәхнә әҫәрҙәре, әҙәби китаптар ижад ителер, фильмдар төшөрөлөр?

Илфат КӘЛИМУЛЛИН, Мәсетле районы, Һабанаҡ ауылы:
– Үҙаллылыҡты башҡортса белем алып, гәзит-журнал уҡып, тапшы­рыуҙар ҡарау ғына тип аңларға ярамай. Иң мөһиме – был йылдарҙа республикабыҙҙың Рәсәй кимәлендә абруйы күтәрелде, сит илдәр менән бәйләнештәр булдырылды, төпкөл ауылдарҙа ла мәктәптәр, мәҙәниәт усаҡтары ҡалҡып сыҡты, юлдар һалынды, халыҡтың социаль көнкүреше төп хәстәргә әүерелде. Республика етәкселеге, бар мөмкинлектәрҙе файҙаланып, ауылда йәшәүсе күп балалы ғаиләләргә пособиелар түләүгә, льготалар булдырыуға өлгәшә алды. Биш бала табыусы әсәләргә тапшырылған «Әсәлек даны» миҙалы, туғыҙ балалыларға бирелгән микроавтобус­тарҙы нисек республика ҡаҙанышы тип баһаламайһың?!







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”