RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Итальян теле дәресе

31.08.2012 Итальян теле дәресе

Итальян теле дәресеҡыңғырау шылтырай. Йылмайып рюкзак йөкмәгән профессор Сильвио класҡа инә. Шул саҡ парта артындағылар гөж-ж-ж итеп ҡала һәм дәррәү ҡул сабырға керешә. Күренеп тора, улар мөғәллим менән осрашыуға сикһеҙ шат.
Ватикан беҙгә иң бәләкәй (халҡы 2000 кеше) һәм иң бай дәүләттәрҙең береһе булараҡ таныш. Шул уҡ ваҡытта II Бөтә донъя һуғышынан һуң нацистарға йәшертен рәүештә Латин Америкаһына та­йыр­ға ярҙам итеүе, педофил дин әһелдәре менән дә билдәле ул. Әммә Италия каритасына (Сиркәү ҡарамағындағы мәрхәмәт ойошмаһы – (Р. В.) мөрәжәғәт иткән ярлы-ябағаны һәр көн бушлай ашатып-эсереп, өҫтөнә кейер кейем биреп, түләүһеҙ медицина хеҙмәте, йоҡлар урын тәҡдим итеүен, хатта теләгән бер телгә өйрәнеү курсы асыуын беләбеҙме?
2010 йылдың 4 июнендә, Италия Президенты Джорджо Наполетано, ошо ярымутрауҙа йәшәгән сит ил кешеһенең итальян телен, мәҙәниәтен, Конституцияһын тарихын белеүе мотлаҡ, тигән ҡарар сығар­ғас, Ватикан һәр ҡалала түләүһеҙ уҡыу курстары асып ебәрҙе. Рәсми теркәлгән 4 миллион эмигрант курста уҡып, имтихан тапшырырға һәм аттестат алырға тейеш. Миңә Рим ҡалаһындағы шундай курстар­ҙың бер дәресендә булырға тура килде. Уны һеҙҙең ҡарамаҡҡа тәҡдим итәм. Шуныһын да әйтеп ҡуяйым: уҡыусылар донъяның төрлө иленән һәм 17 йәштән 60 йәшкә тиклемге кешеләр.
Сильвио, уҡытыусы:
– Һаумыһығыҙ! ҡәҙерле дуҫтарым… Һе-һе-һе (көлөмһөрәй). ҡарайым да уйға ҡалам! Һәр саҡ шатһығыҙ, шаяраһығыҙ… Был – фантастика! Шә-әп! Браво! Шулай ҙа дөрөҫөн әйтергә кәрәк, Италияға бәхетегеҙ ташып торғандан килмәгәнһегеҙҙер. Йорт-ерегеҙҙе ҡалдырып китергә етди сәбәп булғандыр. Һорауым бик урынлы булмаһа ла, ғәфү итегеҙ, әйтәйем әле. Һеҙҙең арала үҙен бәхетле тип иҫәпләүселәр бармы?
Лю Шан, ҡытай:
– Цао шаңг хао! (Хәйерле иртә!)
Донъя матбуғаты, ҡытай юғары тиҙлек менән алға бара, тип саң ҡаға. Әммә төпкөл ауылдарҙағы икмәк, һыу менән генә йән аҫраусы хәйерселәр, эшһеҙлек, наҙанлыҡ күҙ уңынан ысҡына.
Бынан ун йыл әүәл ғаиләбеҙ менән тормош «Һаҙлығы»нан баш ҡалҡытып, Италияға килеп төпләндек. Яҡташ­тарыбыҙ тиҙ арала аҡса йыйып, юридик мәсьәләләрҙе хәл итте һәм ҡала уртаһында магазин асып ебәрергә ярҙам итте. Һүҙ ыңғайында ҡола­ғығыҙға төшөрәйем. Донъяның эре ҡалаларының үҙәк урамдарын ҡытай магазиндары «баҫып алған», милләттәштәрем Италияла донъя кимәлендә танылған компанияларҙа эшләй, тегеү фабрикаһы, магазин тота. Ләкин хеҙмәтсе вазифаһын башҡарыу­сы юҡ. Ни өсөн? Сәбәп: милли берҙәмлек, эшсәнлек, заман талабына яуап бирерлек белем.
Шәхсән үҙемә килгәндә, Европа ғорурлығы – Рим «Sарiеnzа» (башҡортса: белем, аҡыл) университетында белем алам. Бер нәмәгә лә мохтажлығым юҡ. Бәхетлемен. Иҫегеҙгә төшөрәм: тиҫтә йыл элек беҙ батрак инек.
Басир, Афғанстан:
– Бында – ожмах! Тирә-яғыңда пуля һыҙғырмай, талиптар ҡанға туҙҙырып, ҡыуып китмәй. Тамаҡ – туҡ, өҫ – бөтөн. Мин, мәҫәлән, күп афғанға тәтемәгән бәхет ҡошон тоттом, тим.
Илдә һуғыш юҡ икән, бәхетле-бәхет­һеҙ булыу кешенең үҙенән тора. Бына, мин, мәҫәлән, һеҙҙең шикелле бишектә бәүелеп, әкиәт тыңлап үҫмәнем. Бала сағым ут эсендә үтте. 12 йәшемдә 15 йәшлек ағайым, атайым менән яуҙан ҡасып, Иранға барып баш төрттөк. Атайым: «Бәй, бында йәшәү рәхәт икән. Үлтереш-ҡырыш юҡ. ҡана, ҡайтып, әсәйегеҙ менән туғандарығыҙҙы ла алып киләйем. Һеҙ хәйер һорап, ошо тирәлә йөрөп тороғоҙ. Алыҫ китмәгеҙ, юҡһа табыша алмабыҙ. Бер ай тигәндә осрашырбыҙ. «Түҙегеҙ!» – тип, Афғанстанға юлланды.
Ул беҙҙе ҡайҙа ҡалдырып китте, тип уйлайһығыҙ? Урамда! Сит ҡитғала туған-тыумаса юҡ, аҡса тураһында әйтергә лә түгел. Буш кеҫә менән ҡунаҡхананың тупһаһына ла баҫтыр­май­ҙар. Ярай, бер генә айға ни, тышта ла йоҡлап йөрөрбөҙ әле, тинек тә, ризалаштыҡ. Ә атайыбыҙ китте лә ғәйеп булды. Беҙ уны 13 йыл көттөк!
Күпмелер ваҡыт сүплеккә сығарып түгелгән ҡалдыҡ аҙыҡ-түлек менән йән аҫраныҡ. Үҫә төшкәс, Төркиәгә барып, эшкә керҙек. Яҡларлыҡ кешең булмағас ни, этәләр ҙә төртәләр, тигәндәй. Бер көн эш башлайһың, иртәгәһенә ҡыуып сығаралар. ҡара эштә лә конкуренция ҙур шул. Аптырағас, Грецияға барып йығылдыҡ. Унда ла бәхет йылмайманы. Былтыр Италияға килеп төйәкләндек.
Төрлө халыҡ менән аралашып, төрөк, итальян телен өйрәндек. Эстә бүре олоғанда ла уғрылыҡ юлына баҫманыҡ. Аяҡ тейгән һәр ерҙә уҡырға тырыштыҡ. Колледж тамамланыҡ.
«Фейсбук» аша таныштарҙы табып, ғаиләбеҙҙең талиптар ҡулынан һәләк булыуы хаҡында белдек. Өйҙө шартлат­ҡандар. Ағайым менән хәсрәт диңгеҙен күп кистек. Иллә-мәгәр Италияла бәхетлебеҙ. Бындағы халыҡ беҙгә һәйбәт мөнәсәбәттә. Тағы ни кәрәк?
Сильвио, уҡытыусы:
– Инна, һеҙ ниңә илайһығыҙ?
Инна, Украина:
– Басирҙы йәлләйем. Минең улдарым да ас йөрөмәһә ярар ине.
Сильвио, уҡытыусы:
– ҡатын-ҡыҙҙың күҙ йәшен күрһәм, әллә ни эшләйем дә китәм. ҡыйын. ҡуйсы, зарланышып ултырмайыҡ. Әйҙәгеҙ, дәресте башлайыҡ. Шулай итеп, бөгөн шарт һөйкәлешен өйрәнәбеҙ.
Әнүәр, Бангладеш:
– Профессор, ғәфү итегеҙ. Бер һорауым бар. Инна, һеҙ ай һайын өйөгөҙгә аҡса ебәреп тораһығыҙҙыр бит. Ни өсөн улар туҡ түгел?
Сильвио, уҡытыусы:
– Күңелегеҙгә ауыр алмағыҙсы: был һорау дәрес темаһына тап килмәй.
Джессика, Канада:
– Профессор! Уҡыйбыҙ ҙа уҡыйбыҙ. Йылына бер генә тапҡыр серләшеп ултырһаҡ, ғәйепме ни?
Сильвио, уҡытыусы:
– М-м-м… Ярай, бөгөн эс бушатып алырға булдығыҙ инде. Минән – рөхсәт. Тик яңы теманы өйҙә үҙ аллы өйрәнергә тура килер.
Инна, Украина:
– Ғаиләмде туйҙырайым тип, 11 йыл Италияламын. Ике улымды институтта түләп уҡытам. Балалар – ҡәйнәм ҡулында. Ул: «Әсәйегеҙ аҙғын бисә. Ситкә ир эҙләп сығып китте», – тип, гел мине яманлап һөйләй. Айҙыҡын айға бар аҡсамды шуларға ебәреп торам. Бер саҡ улым: «Фәхишә булып тапҡан аҡсаңды алып, ҡулымды бысратырға теләмәйем», – тигәс, тәгәрәп китә яҙҙым. Бөтәһе лә минең елкәлә йәшәй, әммә ҡәҙерем юҡ. Шулай булғас, күңел тыныслығы табып буламы ни?
Али, Афғанстан:
– Ябай кеше һуғышты туҡтата алмай. Илдә тыныс икән, бәхет – үҙ ҡулыңда.
Ольга, Белоруссия:
– Мин йәшерәк сағымда юғары даирәләрҙә, министрлыҡта хеҙмәт иттем. Йорт-ҡурам, Аллаға шөкөр, теүәл. Пенсияға сыҡҡас, ҡул ҡаушырып, өйҙә ултырғым килмәне, сәйәхәт итеп йөрөнөм-йөрөнөм дә, ваҡытлы йәшәү урыны итеп Италияны һайланым. Миңә бында бөтәһе лә оҡшай, тиер инем, халыҡ елкәһенә төшкән һалым күләме бигерәк ҙур, эш хаҡының 23 проценты!
Хозур тәбиғәт, мәғрур тауҙар һушты алырлыҡ! Ә Иисус Христос атлап менгән баҫҡыстың бөгөнгәсә һаҡланыуы, Леонардо да Винчи, Микеланджело, Галилей эҙҙәре… Ғөмүмән, Рим ҡалаһына ғашиҡмын!
Ольга, Украина:
– СССР-ҙан айырылып, үҙ аллы йәшәй башлағандан бирле Украина ҙур тетрәнеү кисерҙе. Тормош бик ауыр. Эш хаҡы Африкалағыса, ашау хаҡы – Европалағыса. Хеҙмәткә түләү уртаса 40 – 50 евронан артмай (2000 һум тирәһе – Р. В.). Пенсия ла шул сама.
Совет заманында СССР-ҙың иң бай төбәгенең береһе булған Украина бөгөн ниңә артта ҡалған дәүләт иҫәбенә инә? Ни өсөн итальяндар хөрриәттә йәшәй? Беҙ һеҙҙән кәмме ни?
Сильвио, уҡытыусы:
– Аһ, аһ, аңлауымса, Украинаның аҡһаған иҡтисады өсөн беҙ ғәйепле. Улайһа, мин һеҙҙән ғәфү үтенәм һәм ошо көндән алып украиндарҙың тормошон түбән тәгәрәтмәҫкә һүҙ бирәм.
(Класс гөр-р-р килеп көлөп ебәрә).
Олеся, Украина:
– Мин дә үҙемде бәхетле тип әйтә алмайым. СССР тарҡалғандан бирле эт күрмәгәнде күрҙем. Иғтибар итегеҙ: рәсми мәғлүмәт буйынса Украинаның миграция хеҙмәтенән виза алып, турис­тик путевка менән сығып, сит илдә йәшәргә, эшләргә тороп ҡалғандар – 8 миллион кеше. Статистикаға билдәле булмаған, йәғни виза ала алмау сәбәпле, законһыҙ ҡасып китеүселәр тағы ла күберәк. Улар илдән-илгә тауар ташыусы эшҡыуар машинаһына ултыра ла, йөк эсенә йәшенеп бара. Таможняла тотолһа, аҡса төртә. Ләкин бөтәһе лә майлауға әүрәмәй. Күп йөрөй торғас, кемде аҡса менән алдап була, кеме намыҫ менән эшләй, шоферҙар белеп бөткән. Шуға ҡайһы саҡ машинаны ҡалдырып, көндөҙөн берәй ерҙә боҫоп ятаһың да, төндә тау-урман аша йәйәү атлайһың. Әлбиттә, төркөмдө юл менән таныш берәү етәкләй. Мәҫәлән, Украинанан Польша аша Германия сигенсә транспортта барып була. Немец сиген ҡасып-боҫоп, төндә йәйәү үтәһең дә, икенсе сиккәсә машинала бараһың һ.б.
Бер саҡ төндә бесәйҙәй шым ғына баҫып, Австрияны үтәбеҙ. Пограничниктар беҙҙең шәүләне шәйләне, ахыры, ата башланылар. Яҡындағы йылғаға табан йүгерҙек. Сабып тигәндәй килеп тә еттек, шап та шоп йылғаға һикереп төшөп, йөҙөп тә киттек. Һыу – һалҡын, кейем – ауыр. ҡаршы ярға сыҡҡанда ни үле, ни тере түгелбеҙ. Етмәһә, бер ҡатын йөҙә белмәй икән. ҡысҡыра-ҡысҡыра батты. Үҙеңдең ғүмерең ҡурҡыныс аҫтында булғанда кеше ҡотҡарыу ҡайғыһымы ни? Аслыҡ – хәйерселек бар ерҙә иман булмай, тамаҡ тамуҡҡа төшөрә, ти боронғолар. Бына шулай мең бәләгә юлығып киленде Италияға. Юғары белемле инженер булыуыма ҡарамаҫтан, ғаиләмде туйҙырам тип, бында ҡарт әбейҙе тәрбиәләйем.
Людмила, Украина:
– Мин ауылда ике ҡатлы йорт һалам. Балаларым, эшһеҙ ирем ҡәйнәм-ҡайным ҡарамағында. Италияға тәүләп сығып киткәндә баш балама – 7, кесеһенә 4 йәш ине. Йылына бер тапҡыр ҡайтам. Әммә ғәзиздәрем әсәләрен ятһына, үҙ итмәй. Мин улар өсөн аҡса сығанағы, банкомат ҡына. «Отпуск алам», – тип шылтыратһам, «Ниңә юлға аҡса әрәм итеп ҡайтып йөрөйһөң инде? Шунда ғына ял ит тә ҡуй», – тиҙәр. Ә мин уларҙы һағынам! Өйҙәгеләрҙең һалҡын ҡарашынан йөрәгем өҙөлә!
Мария, Украина:
– Кем менән генә һөйләшһәң дә балаһының ситләшеүенән зарлана. Беләһегеҙме, балаларыбыҙ тәрбиә эшендә ҡатнаша алмағаныбыҙ өсөн ғәйепләй, йәнәһе, беҙ – «кәкүк әсәләр». Әммә беҙ аҡса менән тәьмин итмәгән осраҡта, вузда белем ала, кейенә, ашай алмаясаҡтарын, фатир­һыҙ ҡаласаҡтарын уйламайҙар ҙа. Мәҫәлән, минең әхирәтем Италияла эшләп тапҡан аҡсаһына Львовта бер бүлмәле фатир һатып алды ла, унда йәшәргә ҡыҙын ҡалдырып китте. ҡайтһам, өйҙә үҙемде артыҡ йән тип хис итәм, ти. ҡыҙы залда йоҡлай, әсәһен кухняла раскладушкаға һала. Бындай миҫалды күп килтерергә мөмкин.
Рәсми мәғлүмәт буйынса – 8 миллион, ә ҡасып сығып киткәндәрҙе лә иҫәпләһәң, яҡынса 15 миллион украин сит илдә тир түгә. Һәр ғаиләлә бер-ике бала ғына булғанда ла, 15 – 20 миллион бала әсә наҙы күрмәй үҫә! Улар үҙен тыуҙырған, ашатып-эсергән әсәне ситкә тибә! Был – милли фажиғә! Етмәһә, матбуғат саралары утҡа май өҫтәй. Йәнәһе, беҙ Украинаның хәле ҡыл өҫтөндә саҡта Көнбайышҡа һыпыртҡаныбыҙ. Ә илдә ҡалыуҙан ни фәтүә?
Бына уйлап ҡарағыҙ: ай һайын һәр кеше тыуған иленә 700 – 750 евро аҡса ебәреп (28 – 30 мең һум – Р.В.), Италияның иҡтисадын ҡаҡшатыуға үҙ өлөшөн индерә. Сөнки илдән аҡса сығып китә. Ул байлыҡ тыуған илебеҙгә барып инеп, дәүләт ҡаҙнаһын байыта.
Тимәк, ватаныбыҙға файҙа килтерәбеҙ! Ошо ябай ғына хәҡиҡәтте аңлау өсөн экономист булыу кәрәкмәй ҙә инде. Журналистар аңын-тоңон ҡарамай, тора ла беҙҙе тәнҡит утына тота. Мәҫәлән, Молдавия дәүләт ҡаҙнаһының өстән бер өлөшөн эмигранттар алып ҡайтҡан аҡса тәшкил итә. Тыуған илгә баһалап бөткөһөҙ файҙа ла баһа был!
Хөсниәр, Шри-Ланка:
– Профессор, мин һәр саҡ өндәшә алмай тора ла ҡалам. Мөмкинме?
Сильвио, уҡытыусы:
– Хөрмәтлеләрем, тынысландыҡ. Шауламайбыҙ. Бына Хөсниәр ханым мөһим хәбәр әйтергә теләй. Рәхим итегеҙ, синьора.
Хөсниәр, Шри-Ланка:
– Ә афған һәм украиндарҙың аяныслы яҙмышы карма һөҙөмтәһе түгелме икән?
(Класта шау-шыу ҡуба. Бәхәс китә. Уҡыусылар геү-ү-ү килә).
Хорхе, Перу:
– Буддизмдан башҡа бер генә дин дә карма тураһында әйтмәй. Афған, украин фажиғәһе – йүнһеҙ сәйәсмәндәрҙең аҡса һуғыу ысулы.
Хосе, Аргентина:
– ҡарағыҙ әле, маэстро, бер гәзиттә, АҡШ хөкүмәте Афғанстанда әфйун үләне үҫтереп һатып, ил бюджетын миллиардлаған доллар менән тултыра, тип уҡығайным. Баҡһаң, унда гашиш, марихуана, һуғышҡа тиклемге осор менән сағыштырғанда, йөҙ тапҡыр артығыраҡ сәселә, ти. Ҙур түрәләр теләһә, был енәйәтте туҡтата алыр ине лә баһа, эйе бит?
Данута, Белоруссия:
– Мин дә өс кенә ауыҙ һүҙ әйтәйемсе. Украина ҡатын-ҡыҙының бәйһеҙлеге хаҡында Италия матбуғатында мәҡәләләр сыҡҡылап тора. Ә былтыр «Комсомольская правда» гәзите сайтында 24 йәшлек украин ҡыҙы Марианна Ющак – элекке премьер, Берлускониҙың һөйәркәһе, тип яҙҙылар. Ющактың уҡытыусыларынан: «Мәктәбегеҙ уҡыусыһының 75 йәшлек ҡарт йәриәһе булыуына нисек ҡарай­һығыҙ?» – тип һорағас, мөғәллимдәре: «Ҙур дәрәжәләге синьорҙың йөрәген яулауына шатбыҙ», – тип яуаплаған. Бигерәк тә класс етәксеһе һөйөнә, ти.
Уҡытыусы аҙғынлыҡты, фәхишәлекте яҡлай, тигән һүҙ ҙә баһа был? Икенсе берәү оялышынан күҙ күтәреп ҡарарға ҡыймаҫ ине. Шулай булғас, Украинала тәртип булмауына мин аптырамайым.
Сильвио, уҡытыусы:
– ҡәҙерле дуҫтар, бөтә украин ҡатындарын да фәхишә тип раҫлау төптө дөрөҫ түгел! Һүҙебеҙҙе уйлабыраҡ, үлсәберәк һөйләйексе.
Һеҙҙең ялҡынлы телмәрегеҙҙән һауа ла ҡыҙып китте шикелле. Ишекте асайыҡ әле.
(ҡаршылағы класта ҡытайҙар, филиппиндар латин телен өйрәнә. ҡытай телендә – «р», филиппинда «ф» өнө юҡ. Улар «пилиппин» ти. «Дж» тип әйтеү ҙә ауыр, күрәһең.
Уҡытыусы:
– р-р-р тип әйтәбеҙ.
Яуап:
– л-л-л.
Уҡытыусы:
– «Джорно», «Джузеппе» тип ҡабатлайбыҙ.
Яуап:
– Золно, сесеппе.
Уҡытыусы:
– Федерация, феста, феличе тибеҙ.
Яуап:
– Пидирация, песта, пеличе.
(Сильвио ишекте яба).
Флоор, Испания:
– Бөтәһе лә һөйләне. Мин дә фекеремде белдерәйем. Ошо йылдың май айында Украина футболсыларының ҡатындары сисенеп, көйәрмәндәр алдына һыу инеү костюмында килеп сыҡты, тип яҙҙы гәзиттәр. Йәнәһе, улар ҙа шәплек буйынса ирҙәренән ҡалышмай. Ә һеҙҙең «ҒЕMЕN» (Фемен) төркөмө ҡыҙҙары илдән-илгә йөрөп, шәрә килеш үҙәк урамға сығып баҫа ла, ҡатын-ҡыҙға хоҡуҡ талап итә. Украиндар, яланғасланмаһа, үҙ фекерен әйтә алмаймы әллә ул?
Сильвио, уҡытыусы:
– Ай, әттәгенәһе… Ғәфү итегеҙ, Флоор. ҡабатлап әйтәм: ҡаныҡмайыҡ, кеше күңеленә яра һалмайыҡ. Үтенеп һорайым.
Ирина, Белоруссия:
– Мин сауҙа институтын тамамлап, товаровед булып эшләп, пенсияға сыҡтым. Италияға бәхет эҙләп килмәнем. Минскиҙа ла насар түгел ине. Сит илдә төрлө халыҡ менән аралашып йәшәү ҡыҙығыраҡ булыр кеүек тойолдо. ҡыҙым университет тамамланы. Кейәүҙә, үҙемде бай биографиялы, бәхетле ҡатын тип иҫәпләйем. Тфү-тфү, шайтан ҡолағы һаңғырау булһын!
Лия, Япония:
– Хөкүмәтебеҙ Римдә япон университеты асты. Япониянан Италияға килеп, япон уҡыу йортонда белем алыу отошло. Беренсенән, итальян телен өйрәнәбеҙ. Ул испан теленә ауаздаш. Донъя халҡының яртыһы тиерлек испанса һөйләшеүен иҫәпкә алғанда, киләсәктә ниндәй генә өлкәлә эшләһәк тә бүтән милләт менән уртаҡ тел табыу мөмкинлеге тыуасаҡ. Икенсенән, үҙ телебеҙҙә белем алабыҙ, япон уҡытыу­сылары уҡыта. Ә йыр, рәсем, архитектура буйынса итальяндарҙан өйрәнеү кәрәк. Был өлкәлә маһирлыҡта уларға етеүсе юҡ. Тимәк, бер үк ваҡытта Европа мәҙәниәтен дә үҙләштерәбеҙ, үҙебеҙҙекен дә онотмайбыҙ. Етмәһә, байтаҡ йыл инде «Урасенке» мәҙәниәт үҙәге уңышлы эшләй. Үҙ ял паркыбыҙ бар.
Япония хөкүмәте, йәштәр донъя талабына ярашлы белем алһын, ләкин үҙ халҡынан, мәҙәниәтенән, теленән айырылмаһын, тип тырыша.
Италия миңә бик оҡшай. Ул асыҡ һауа аҫтындағы музейҙы хәтерләтә. Мин әлеге тормошомдан бик тә ризамын.
(ҡыңғырау шылтырай).
Сильвио, уҡытыусы:
– Хөрмәтле ханымдар, әфәнделәр! Бөгөн дәрестә һәммәгеҙ ҙә әүҙем ҡатнашты. Рәхмәт! Өйгә эш: хәбәр һөйкәлешен ҡабатларға. Киләһе дәрестә шарт һөйкәлешен өйрәнәбеҙ.

Рәмилә ВӘХИТОВА яҙып алды.
Италия.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”