RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡулыбыҙҙағы мөмкинлектәрҙе баһалай беләйек

31.08.2012 Ҡулыбыҙҙағы мөмкинлектәрҙе баһалай беләйек

[/b]Ҡулыбыҙҙағы мөмкинлектәрҙе баһалай беләйекАвгустың һуңғы көндәрендә журналистар өсөн “Һөнәри союзды нығытыу: Рәсәй һәм Европа тәжрибәһе” тип аталған семинар үтте. Сараның төп ҡунаҡтары Рәсәй Журналистар союзы секретарҙары Надежда Ажгихина, Лариса Шамикова, Леонид Речицкий һәм Хорватия жур­налис­тар профсоюзының генераль секретары Маринка Болковач-Беркович булды.

Матбуғат конференцияһында Башҡортостандың элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов, Башҡортостан Журна­листар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков етәкселегендә союз вәкилдәре, республикалағы киң мәғлүмәт саралары етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Рәсәй журналистары союзы секретары Надежда Ажгихина әйтеүенсә, бөгөнгө семинар Халыҡ-ара журналистар федерацияһы менән Рәсәй Журналистар союзының уртаҡ эш этаптарының береһе булып тора.
Уның коллегаһы Леонид Речицкий, журналистарҙың хоҡуҡтарын яҡлау өсөн профсоюздарға берләшеү хәҙер ныҡ мөһим, урындағы киң мәғлүмәт сараларына ошо мәсьәлә өҫтөндә ныҡлап уйланырға кәрәк, тине.
Хорват коллегаларыбыҙҙың мәнфәғәтен яҡлаусы Маринка Болковач-Беркович белдереүенсә, күп журналистар кеше хоҡуҡтарын яҡлау өсөн көрәшә, тик уларҙың үҙҙәре тураһында ҡайғыртыусы юҡ. Профсоюздар журналистың хеҙмәт һәм башҡа хоҡуҡтарын һаҡлап торғанда ғына илдә һүҙ азатлығы буласаҡ.
Киләһе йылда Рәсәй журналис­тарының X съезы уҙасаҡ. Уға ныҡлы әҙерлек башланды, тип хәбәр итте Лариса Шамикова. Уның фекеренсә, Башҡортостан Журналистар союзы – илебеҙҙә иң ҙур һәм абруйлы союздарҙың береһе, уның эшмәкәрлеге Рәсәй кимәлендә лә ыңғай яҡтан телгә алына. Мәскәүҙән килгән ҡунаҡ союздың бай йөкмәткеле һәм төрлө йүнәлештәрҙә эшләп килгән сайты хаҡында маҡтау һүҙҙәре әйтте.
– Мәскәү ҡа­лаһынан айырмалы, төбәктәрҙә ысын журналистика менән шөғөлләнәләр, тип уйлайым. Урындағы гәзиттәргә нығыраҡ ышаналар, улар үҙҙәренең уҡыусылар даирәһен һаҡлап ҡалды, – тине Лариса Шамикова. – Әлбиттә, бөгөн һәр баҫманың үҙ ҡыйынлыҡтары бар.
Осрашыуҙа һөнәри союздарҙың тәжрибәһенә айырым иғтибар бирелде. Һөйләшеүҙә баҫма киң мәғлүмәт сараларының тиражы кәмеүе, был өлкәнән кадрҙарҙың китеүе, журналист һөнәре абруйының төшөүе, күпселек баҫмаларҙағы түбән эш хаҡы кеүек темалар күтәрелде. Абруйлы ҡунаҡтарҙың аҡыллы фекерҙәре барыһына ла оҡшаны.
«Башинформ» агентлығына журналистиканың проблемалары хаҡында һөйләшеү өсөн Лариса Шамикова килде. Бөгөнгө шарттарҙа баҫма киң мәғлүмәт сараларының яҙмышы – төп көнүҙәк тема булды. Мәскәү ҡунағы нилектән беҙҙең заманда интернеттың көндән-көн нығыраҡ үҫешеүен дә аңлатты.
– Хәл, беҙ уйлағанса, насар түгел. Төбәк журналдары төрлө юҫыҡта үҙе хаҡында ныҡлы белдерә. Улар аҡыллы фекер йөрөткән аудиторияға тәғәйенләнә. Тимәк, Рәсәй журналистикаһының киләсәге бар, – тине Лариса Шамикова.
Икенсе көндө ҡунаҡтар Матбуғат йортонда республика гәзит-журналдарының эшмәкәрлеге менән танышты. Был һөйләшеүҙә лә журналистиканың көндәлек проблемалары тикшерелде. «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Йомабикә Ильясова илдә ҡатын-ҡыҙҙарҙың гендер хоҡуҡтарын һәм мөмкинлектәрен тәьмин итеү буйынса дәүләт сәйәсәте мәсьәләләренә ҡағылды. Хорватия ҡунағы был һөйләшеүгә ихлас ҡушылды, хәлдәрҙе үҙенең илендәге сәйәсәт менән сағыштырҙы. Мәҫәлән, йәш журналистар хаҡында һүҙ сыҡҡас, ул былай тине:
– ҡыҙғаныс, тик минең илемдә йәш журналистар бик аҙ. Хеҙмәт хаҡының түбән булыуы сәбәпле, йәш кешеләр беҙҙең һөнәрҙе һайларға тырышмай. Ғөмүмән, мин Башҡортостандың баҫма киң мәғлүмәт саралары баҙарын өйрәнгәндән һуң, ыңғай һығымтаға килдем. Хорватияла дәүләт ярҙамы күптән бөтөрөлдө, барлыҡ баҫмалар шәхси кешеләр ҡулында, шуға күрә журналистарға үҙ хоҡуҡтарын яҡлау оло ауырлыҡтар тыуҙыра.
Ике көнлөк семинарҙы йомғаҡлап, БР Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков:
– Киләһе йылдың яҙында Өфөлә сираттағы журналистар семинарын уҙғарасаҡбыҙ. Шулай уҡ йәш коллегаларыбыҙ өсөн курстар асыласаҡ, унда башҡа төбәк журналистары ла ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Сөнки осрашыуҙа йәш белгестәрҙең һөнәри әҙерлеге хаҡында етди һөйләшеүҙәр булды. Тағы шуны өҫтәмәксемен: коллегалар менән аралашҡандан һуң, ҡулыбыҙҙағы мөмкинлектәрҙе баһалай белергә һәм, заманса талаптар ҡушыуы буйынса, юғарыраҡ кимәлгә үҫеү өсөн тырышып эшләргә кәрәк, тигән фекергә килдем, – тип белдерҙе.
2013 йылда РФ Журналистары союзының X съезына Башҡортос­тандан 30 делегат юлланасаҡ. Был башҡа төбәк делегациялары араһында иң ҙуры булмаҡсы.

[b]Л. ТАШБУЛАТОВА.
Юлай КӘРИМОВ,
Марат САТТАРОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”