RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йәмле йәйҙән һутлы бер өлөш

31.07.2012 Йәмле йәйҙән һутлы бер өлөш

Йәмле йәйҙән һутлы бер өлөш
Шуныһы үкенесле, көн беҙҙе йәнә лә йылмайып торған ҡояшы менән ҡыуандырманы, иртәнән кискә тиклем ямғыр аҫтында йөрөргә тура килде. Тик хатта был да күтәренке кәйефте төшөрә алманы. Әллә ямғыры ла шифалы ине, көн буйы һыуланып йөрөгәндән һуң да ауырып китеүселәр булманы.
Әле офоҡта ҡояш та күтәрелмәгән, ә беҙ, экскурсияны алып барыусы апайҙың көйләп һөйләгән һымаҡ булып автобус буйлап ағыл­ған йомшаҡ тауышына бәүелеп елдерәбеҙ. Тәҙрә аша төрлө ҡыҙыҡлы-ҡыҙыҡлы ауыл-ҡала исемдәрен күҙәтеп барабыҙ. Уҡып ҡарайбыҙ, әммә уҡып булмай, телебеҙ әйләнмәй. Был тиклем ч, ш, щ, х, з, с, ц хәрефтәренең бергә тороуы уҡыуҙы ауырлаштыра. Әгәр үҙең абхаз булып тыумаған­һың икән, ул телде үҙләштереү хатта мөмкин дә түгел, ти беҙҙең иң белдекле юлдашыбыҙ − экскурсовод апай.
Бер ыңғайҙан Кавказ тауҙарына бәйле әллә күпме легенданы ишетәбеҙ, Абхазия тарихына байҡау яһайбыҙ. Ғибрәтле лә, ҡыҙғаныс та ул тарих. Тау халҡының тәбиғәт тарафынан бирелгән гүзәл ерҙәрендә тыныс ҡына, үҙ иректәренә йәшәргә мөмкинлектәре булһа, бында әллә ҡасан сәскә атып ултырған ил булыр ине. Тик абхаздар һаман быуаттар буйы төрлө ҡәүемдәрҙән күргән ватыу-емереү һөҙөмтәләренән арынып бөтә алмай. Кавказдың байлығына борон-борондан төрлө халыҡтарҙың күҙе ҡыҙған. Бында бит алтын-көмөштән башҡа ла байлыҡ бихисап. Таштарына меңәр-меңәр йыл тарих яҙылған мөһабәт тауҙарға ғына бер ҡарау ҙа етә − уларға ғашиҡ булмаған, битараф ҡала алған берәйһе бармы икән? Был матурлыҡҡа һоҡланыу күпме шиғыр, йырҙарға ингән, күпме бөйөк шәхес­те илһамландырған, ә кисерештәрен шиғри юлдарға йәки көйгә һала алмағандар һүҙһеҙ генә ҡарап һоҡлана, күкрәк тултырып тау һауаһын һулай, ошо ерҙең бөтә матурлығын, сихәтен тойоп ҡалырға тырыша.
Беҙ ҙә баштарына болоттар оялаған тауҙарға һоҡланып, бик оҙаҡ тәҙрәнән айырыла алманыҡ. Хәйер, ул тауҙарҙың баштары күренмәй ҙә хатта. Ямғыр яуғандан һуң күтәрелә барған быу аша беҙ уның ниндәй бейек, ниндәй мөһабәт булыуын тойомлай ғына алабыҙ. Кавказ тауҙарының барлыҡҡа килеүе тураһында бихисап легенда бар. Шуларҙың береһе генә иҫтә ҡалған − имеш, Алла үҙенә йәшәү, ял итеү өсөн бер ожмах мөйөшө булдырған. Иҫ китерлек гүзәл тәбиғәтле, шифалы һыуҙары бөтә ауырыу­ҙарҙан дауаларлыҡ йылға-күлдәре, меңәр төрлө кейек-ҡошҡа бай булған был ер. Тик Алла үҙ эше менән йөрөгән бер мәлдә, аждаһалар килеп ябырылыуын тоймай ҙа ҡала. Улары иһә ерҙе телгеләп, яуызлыҡтарын ҡылып өлгөргән була. Алла, асыу­ланып, аждаһаларҙың үҙҙәрен дә таш һындар итеп ҡатырып ҡуя. Ысынлап та, буйҙан-буйға һуҙылған тау һырттары танауҙарынан быу сығарып йоҡлап ятҡан дейеүҙәрҙе хәтерләткән һымаҡ. Боронғоларҙың легендаһы буйынса был аждаһалар ҡасан да булһа бер уянырға тейеш (бәлки, тәбиғәт катаклизмдары тураһында һүҙ баралыр, тип аңлатты экскурсияны алып барыусы).
Абхазия һыуҙарының иҫ киткес зәңгәрлеге менән дә һоҡландырҙы. Улар йәшкелт тә, һоро ла, үтә күренмәле лә түгел, ә тап зәңгәр төҫтә. Быны һыуҙа минералдарҙың күп булыуы менән аңлаттылар.

Ер аҫтында – әкиәт донъяһы

Йәмле йәйҙән һутлы бер өлөш
Иртәнге сәғәт алтынан киске ун бергә тиклем һуҙылған экскурсияла беҙ ниндәй генә мөғжизә күрмәнек. Шуларҙың береһе – бөтә донъяға билдәле Яңы Афон мәмерйәһе. Мәмерйә тигәс, күҙ алдына ябай бер тау ҡыуышлығы килеп баҫһа, бында бөтөнләй икенсе күренеш. Мәмерйәгә инеү юлы ҙур бина эсенән башлана. Дүрт-биш вагондан торған бәләкәй генә бер поезға ултыраһың да, ер аҫтына елдерәһең. Мәмерйә эсе бик һәйбәтләп йыһазландырылған, ут янып тора, экскурсияға килеүселәрҙе музыка оҙатып бара. Туристарҙың күңелен күреү йәһәтенән бик ныҡ тырышҡандар. Был аптырарлыҡ та түгел. Сөнки Абхазияның дөйөм ҡаҙнаһына килемдең яртыһын ошо мәмерйә килтерә. Ғәҙәттә, мәмерйәлә тып-тын ғына йөрөргә кәрәк, тигән фекер менән йәшәп өйрәнгәнгә, бында һәр залда беҙҙе төрлө көйҙәр уйнатылыуы аптырата ла төшкәйне. Баҡтиһәң, бындағы залдарҙың береһен асыу мәлендә хатта симфоник оркестрҙың концерты ла булған. Акустиканың иҫ киткес шәп булыуын иҫәпкә алғанда, концерт бик шәп үткәндер. Тик нисек ишелеп төшөр тип ҡурҡмағандар, тиген. Фильмдар ҙа төшөрөлгән. Әйткәндәй, был мәмерйә Европала иң ҙурҙарҙан һанала. Күләме – 1 миллион кубометр. Туғыҙ залдан торған Афон мәмерйәһенең беҙ үтеп сыҡҡан алтауһы ғына ла оҙонлоғо буйынса 1,5 саҡрым тәшкил итә. Ер аҫтына тотош бер донъя һыйған. Зәп-зәңгәр булып йылтырап ятыусы күлдәре лә бар. Миллиондарса йыл дауамында үҙгәреп, шымарып, һыу тамсыларынан әллә ниндәй матур һындар барлыҡҡа килгән. Иң матур зал – һуңғыһы. Әкиәт донъяһының бөтә геройҙары, әйтерһең дә, ошонда инеп, таш һынға әүерелгән. Һәр бер ташты, сталактит, сталагмитты нимәгәлер оҡшата-оҡшата, әллә ниндәй йән эйәләрен иҫкә төшөрөп бөттөк. Беҙ әйтмәгән берәй йәнлек ҡалдымы икән? Быныһы ауыҙын ҙур итеп асҡан бесәй, бынауһы әкиәттәге Һыу инәһе, бынауһы ҙур медуза – нимәләр генә юҡ, фантазияңды эшкә ҡуш ҡына.
Бөрйән балын Абхазияла ла һөйләйҙәр

Йәмле йәйҙән һутлы бер өлөш
Абхазияға сәйәхәт ҡылыуыбыҙҙың иң күңелле мәлдәренең береһе умарталыҡҡа барыуыбыҙ булғандыр. Бында беҙҙең өсөн тотош бер шоу ойошторҙолар тиергә мөмкин. Әллә нисәмә төрлө балды тәмләп ҡараныҡ. Бал менән һатыу итеүсе шаян абхаз егете әллә күпме ҡыҙыҡ та һөйләп, көлдөрөп бөттө. Балдың беҙ белеп бөтмәгән мең төрлө файҙалы сифаты хаҡында һөйләне. Теле телгә йоҡмай егеттең, тамам оҫтарып бөткән. Төрлө ярыштар үткәреп, еңеүселәргә баллы бүләктәрен дә йәлләмәне. Ысын балды шәкәр ҡушылғанынан айырырға ла өйрәтте – баҡтиһәң, уны һыуға һалып ҡарарға кәрәк икән. Ысын бал һыуҙа иремәй, ә ваҡ ҡына кристалдарға тарҡалып, йөҙөп йөрөй. Быны ул шунда уҡ эшләп тә күрһәтте. Тағы ла бер тикшереү ысыулы – бал һалынған һауытты (банка булһынмы ул, пластик шешә йә бүтән һауытмы) түңкәреп ҡарарға (һауыт ҡапланған булырға тейеш, әлбиттә). Түңкәргәндән һуң, әгәр бал сифатлы булһа, өҫкә бер генә ҙур ҡыуыҡ күтәрелергә тейеш, улар күп икән, бындай балды алғандан алмаған яҡшыраҡ. Үҙем өсөн тағы ла бер яңылыҡ астым, баҡһаң, балды сәйгә ҡушып эсергә кәңәш ителмәй икән. Ул 40 градус эҫелектә бөтә файҙалы сифатын юғалта һәм бары шәкәрле сәй эскән һымаҡ ҡына булаһың. Ә беҙ ауырығанда ҡайнар һөткә бал һалып эсәбеҙ. «Балды ҡалаҡлап ҡына, үҙен айырым ашау күпкә отошлораҡ, – тип аңлатты бал тураһында бөтә нәмәне белеүсе егетебеҙ, – ул тәм-том түгел, ә дарыу». Шулай уҡ уны һыуытҡысҡа ла ҡуйырға ярамай, ҡараңғы урында һаҡларға кәрәк. Айырыуса солоҡ балын маҡтаны. Бындай балды донъяла ике генә ерҙә – беҙҙә һәм Башҡортостандың Бөрйән районында ғына алалар, тигәс, беҙ тағы ла нығыраҡ йылмайып ебәрҙек. Йәһәт кенә үҙебеҙҙең тап шул Башҡортостандан икәнебеҙҙе әйтеп ҡалырға ашыҡтыҡ. Бүтән төбәктәрҙән килгән туристар ҡырылып был балды һатып алғанда, үҙебеҙҙә булған байлыҡты әллә ҡайҙан алып ҡайтып йөрөмәҫбеҙ инде, тип йылмайып, ситтән генә ҡарап торҙоҡ.

Һүҙ аҙағында

Иң күңелде арбағаны, әлбиттә, ҡара диңгеҙ булды. Тик уның турала бер нәмә әйтелмәне лә тиерлек. Ә ул шундай мөһабәт, йомшаҡ һәм уҫал, шундай тыныс һәм шундай тынғыһыҙ, шомло һәм күңелгә һиллек килтереүсе. Тулҡындарында алтын ҡояш нурҙары уйнағанда, йә төндә тулҡындар буйлап емелдәп ай юлы һуҙылғанда, тыныс ҡына йылтырап ятҡанда, йә асыуланып тулҡындарын ярға килтереп бәргәндә – ниндәй генә мәлендә лә ҡарашты айырыуы ҡыйын. Ниндәйҙер сихри бер арбау көсө бар һымаҡ.
Күргән-белгәндәр ҡағыҙ битенә генә һыйып бөтөрлөк түгел. ҡағыҙ ғына бөтә уй-кисерештәрҙе, хис-тойғоларҙы ла асып бирә алмай. Ә ул хистәр әле бик оҙаҡ күңелдәрҙе йылытырлыҡ, һалҡын ҡыш көндәрендә ҡайнар көньяҡ ҡояшы булып күңелдәрҙе иретерлек. Кавказ тауҙары, ҡара диңгеҙ төштәргә инеп, үҙенә саҡыра. Асылмаған серҙәребеҙ әле һаман күп, тағы ла кил, күр, тигән һымаҡ.
Руфина ДӘҮЛӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”