RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

Яңылыҡтар архивы АҠСА НЫҠ ҺАҠЛАНА

АҠСА НЫҠ ҺАҠЛАНАЭлек банкыларҙа ҡатын-ҡыҙҙар бөтөнләй эшләмәгән. Ләкин быны гүзәл затҡа яуаплы эште ышанып тапшыра алмау, дискриминация тип аңларға кәрәкмәй. Эш шунда: беҙҙең көндәргә тиклем ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙарға ауыр, яуаплы эште бирмәгән. Көслө зат вәкилдәре һәм, ғөмүмән, йәмғиәт, ҙур яуаплылыҡ талап иткән эш гүзәт затҡа тап килмәй, ҡыҙҙарҙы һаҡларға кәрәк, тип һанаған. Яуаплы урындар биләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың психологияһы боҙола, көнитмеше насарая, тип ҡурҡҡандар. Бына шулай, беҙҙе элек һаҡлап, ҡурсып ҡына торғандар.
Ә хәҙер банкыларҙа эшләүселәр араһында ҡатын-ҡыҙҙар күпселекте тәшкил итә. Башҡортостан Республикаһының Милли банкыһында ла хәл шулай уҡ. Әйткәндәй, был мөһим учреждение ошо көндәрҙә юбилейын – 145 йыллығын билдәләй.
Ошо айҡанлы БР Милли банкыһында журналистар өсөн пресс-тур ойошторолдо. Унда беҙгә юридик шәхестәрҙе генә тиерлек ҡабул иткән урында операциялар башҡарыу һәм түләү-касса залдарын, Милли банкының бай музейын, хатта 11 ҡатлы бейек офисының ҡыйығына менеп, ҡаланы ҡарап төшөү бәхете лә тейҙе.

«Банкылар өсөн банк»
Милли банк күпселек осраҡта башҡа банкылар менән генә хеҙмәттәшлек итә. Унда, хәрбиҙәрҙән тыш, ябай кешеләргә хеҙмәт күрһәтелмәй. Шуға ла Башҡортос­тан Республи­каһының Милли банкыһын «банкылар өсөн банк» тип тә атайҙар.
АҠСА НЫҠ ҺАҠЛАНАБашҡортостанда Милли банк барлыҡҡа килеүгә Григорий Сергеевич Аксаков (яҙыусы Тимофей Аксаковтың улы) ҙур өлөш индергән. Ул ваҡытта (1865 йылда) кесе Аксаков Өфө губернаһының губернаторы булған. Губернатор Император ғали йәнәптәренә, Рәсәйҙең Дәүләт банкыһы идараһына барып, ныҡышып, беҙҙә лә бүлексә астырған. Ул ваҡытта уҡ баш ҡалабыҙ Өфөлә әлеге БР Милли банкыһы торған урында банк бинаһы төҙөлә. Шул бина быуаттар буйына үҙенең эшмәкәрлеген дә үҙгәртмәгән, һаман да алынған курсын дауам итә. Шулай ҙа замандар үҙгәрә барған һайын бер бина янына тағы икәү ҡалҡып сыҡҡан.
БР Милли банкыһының ҡыйығынан тирә-яҡ ус төбөндәгеләй генә күренеп тора. Әйтерһең, ҡаланы һәм уның тирә-яғын күҙәтеп тороу өсөн махсус урын. Банк хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре лә, шаяртып: «Беҙ ошонан ғына донъяла барған банк һәм финанс реформаларын күҙәтеп торабыҙ», – ти.
Милли банк тәүге көндәренән үк республиканың иҡтисадын үҫтереүҙә ҡатнашҡан. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ул Башҡортостанға эвакуацияланған предприятие­ларҙың эшмәкәрлеген тәьмин иткән. Әлбиттә, ул ваҡытта ҡаҙна бушап ҡалған, кәрәк тиклем «тере аҡса»ны таба алмағандар.
Электрон түләүҙәр системаһы үткән быуаттың 70 – 80-се йылдарында ғына индерелгән. Шөкөр, бөгөн түләү-касса операциялары секунд эсендә башҡарыла.
Әлбиттә, хәҙер Милли банкыла аҡса етерлек. Ай-һай, ныҡ һаҡлай­ҙар аҡсаны! Жур­налистарҙы бинаға үткәргәнгә тиклем әллә нисә тап­ҡыр тикшерҙеләр, төрлө яҡтан камералар торғанлығын тын алған һайын һиҙеп тораһың. Кинола ғына банкыларҙы еңел генә талап сығалар. Ә Милли банк кеүек дәүләт учреждениеларында хәүеф­һеҙлек ҡеүәтле итеп ойошторолған.
Был шулай булырға тейеш тә. Сөнки Милли банкыла милли валюта һаҡлана. Беҙҙең һумға ышаныс, хөрмәт бар икән, бының өсөн милли банкыларға бурыслыбыҙ.

Тәүге аҡсалар
АҠСА НЫҠ ҺАҠЛАНАБашҡортостан Республикаһының Милли банкыһында бик шәп музей бар. Унда беҙҙә йөрөгән тәүге аҡсалар ҙа, хатта сит ил валютаһы ла күрһәтелгән. Музей элек аҡса һаҡланған бүлмәлә ойошторолған. Уның стенаһының ҡалынлығы!
«Нисә метр?» – тип һорағайныҡ яуап бирмәй­ҙәр. Сер.
Тағы ла «аҡса һандығы» булған бүлмәнең ишеге аптыратты. Уның киң булыуы бер хәл, ауырлығы ике тоннанан ашыу икән! Хәҙер был ишекте асыуы еңел генә – махсус тәгәрмәстәр эшләп ҡуйғандар. Элек бындай тәгәрмәстәр хаҡында һүҙ ҙә булмаған. Уны ҡатын-ҡыҙ түгел, көсһөҙөрәк ир-ат та аса алмаған. Бәлки, шундай физик ауырлыҡтар булған­ға күрә лә гүзәл зат банкыларға яҡын да ебәрелмәгәндер.
Музей бик бай. Уның менән танышыу бәхете, күпселек осраҡта, республика юғары уҡыу йорттарында финанс һәм иҡтисадты өйрәнеүсе студенттарға, Милли банкыға килгән ҡунаҡтарға эләгә. Төрлө ҙурлыҡтағы боронғо аҡсаларҙы, ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙы күреү, ысынлап та, бик ҡыҙыҡ. Үҙең өсөн әллә күпме мәғлүмәт алырға була.

Ялан тәпәйле банк хеҙмәткәре
Рәсәй киноһының иң сағыу «йондоҙ»ҙарының береһе, «Ирония судьбы» фильмында – Ипполит, «Иван Васильевич меняет профессию» комедияһында Иван Васильевич образдарын тыуҙырған Юрий Васильевич Яковлев та бала сағында БР Милли банкыһында эшләп киткән. Өфөгә килгәндә легендар актер банкыла эшләгән ваҡыттан ҡалған тәьҫораттарын һөйләп ҡалдырған:
– 1941 йылда миңә 13 йәш ине. Фашистар Мәскәүҙе баҫып тиерлек килә башлағас, балаларҙың бөтәһен дә Рәсәйҙең төпкөл урындарына ебәрә башланылар.
1941 йылдың октябрендә атай-әсәйем менән мине поезға ултыртып ҡайҙалыр оҙаттылар. Поезд шул тиклем әкрен йөрөй, йыш ҡына туҡтап, фронтҡа китеүсе хәрби эшелондарҙы үткәрәбеҙ. Ай ярым самаһы килгәндән һуң Өфөлә туҡтаныҡ.
Ҙур ауырлыҡтар менән хәйерселектә йәшәп, Өфөнөң үҙендә түгел, төрлө райондарҙа көн күрҙек. Һуңынан ҡабат баш ҡалаға күсеп килдек – Мәскәүгә ҡайт­ҡы килә, документтар туплайбыҙ. Тик тыуған яҡҡа ҡайтҡансы тағы ла Өфөлә йәшәп алырға тура килде. Мин үҙем йыйған маркалар коллекцияһын һәм ҡурғаш һалдаттарымды һаттым. Өфөлә марка һатҡан сағымды ғүмергә онотмаясаҡмын – мине ниндәйҙер шикле кешеләр уратып алды ла, саҡ ҡына аҡса биреп, өс альбомымды тартып алып китте.
Ә бына һалдаттарымды оҫтараҡ һаттым. Һәр һалдат өсөн 25 һум һорайым, ә тегеләр «жигерме» ти! Бына шулай инде – 500 – 600 ҡурғаш һалдатым бар ине, береһе лә ҡалманы.
«Башкомбанк»та (хәҙер БР Милли банкыһы) документтар ташыусы булып эшләнем. Ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан банкынан төрлө учреждениеларға документтар ташыйым, трамвайға ултырһам ултырам, ултырмаһам – юҡ. Арыттыра!
Минең беше киндерҙән тегелгән туфлийымдан башҡа бер аяҡ кейемем дә юҡ ине (ул хәҙерге кедаларға оҡшап тора). Етмәһә, уныһының да табаны юҡ, кешегә әйтергә оялып, аяҡтарымды өҫтән ҡаплаған булып, ялан тәпәй йөрөйөм. Ямғырлы көндәрҙә республика банкыһының иҙәнендә бысраҡ эҙ ҡала, шунда бер банк хеҙмәткәре эҙҙәрҙең ялан аяҡтан ҡалғанын һиҙеп ҡалған. Миңә ағас сабо бүләк иттеләр. Ләкин уныһында бөтөнләй йөрөп булмай, уңайһыҙ ине. Шулай итеп, дәүләт ҡағыҙҙарын тотоп, банкылар буйлап ялан тәпәй йүгереп йөрөнөм...

Милли банк нимәгә кәрәк?
Пресс-турҙың аҙағында Башҡортостан Республикаһының Милли банкыһы рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов менән матбуғат конференцияһы ойошторолдо. Рөстәм Хәбиб улы журналистарға дәүләт банкыһы хеҙмәтенең төп бурыстары һәм маҡсаттары тураһында һөйләне. Әлбиттә, Милли банк алдына ҡуйылған төп бурыс – дәүләтте «тере аҡса» менән тәьмин итеү. Ә был инде төрлө дәүләт программаларын тормошҡа ашырыр­ға ярҙам итә. Иң мөһиме – милли валютабыҙ – һумға ышанысты, хөрмәтте арттыра.
Ябайлаштырып әйткәндә, Милли банк кредит ойошмаларын (башҡа банкыларҙы) «тере аҡса» менән тәьмин итә. Дәүләт банкыһы коммерция банкыларының эшмәкәрлеген контролдә тота. Бигерәк тә кредит биреү тармағы дәүләт учреждениеһының етди күҙәтеүендә.
Юбилей айҡанлы Рәсәй Банкыһы алтын һәм көмөштән эшләнгән сувенир аҡсалар әҙерләгән. Байрамға арнап башҡа саралар ҙа ойоштороласаҡ. Һәр хәлдә, дәүләттең ғорурлығы, ышанысы булған Башҡортостан Респуб­ликаһының Милли банкы үҙенең 145 йыллыҡ юбилейын лайыҡлы, ышаныслы ҡаршылай.

Лилиә СИРАЕВА.





Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


Вернуться назад