RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Бөтәбеҙҙә ҡушылайыҡ!

Яңылыҡтар архивы Бөтәбеҙҙә ҡушылайыҡ!

Бөтәбеҙҙә ҡушылайыҡ!Халыҡ тәбиғәт ҡосағында ял итергә ярата. Тик үҙебеҙҙе һәр ваҡыт тәртипле тотмайбыҙ – беҙҙең «мәҙәни» ялдан һуң йылғаларҙың матур ярҙары һәм яҡын тирәләге урмандар, ҡала парктары сүп-сарға күмелеп ҡала.
Шуға ла республиканың «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы «Әйҙәгеҙ, үҙебеҙ йәшәгән йортто бергәләп таҙартайыҡ!» тигән девиз аҫтында экологик акция ойошторорға ҡарар итте. Уны БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хупланы. Был акцияға экология проблемаларына битараф булмаған, тирә-яҡ мөхитте таҙа, матур көйө тоторға тырышҡан һәр кем саҡырыла.
Акция барышында Өфө, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Нефтекама һәм башҡа ҡала, ҡасабаларҙағы парктар, тыҡрыҡтар һәм рекреацион зоналар таҙартыла.
Акцияны ойоштороусылар йәмғиәттең экологик проблемаларға, хәүефһеҙлеккә булған иғтибарын арттырыуҙы, тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеген пропагандалауҙы, йылғалар, урмандарыбыҙҙы дөрөҫ ҡулланырға, үҫеп килгән быуынды тәбиғәт ҡосағында ял иткәндән һуң сүп-сар ҡалдырмаҫҡа өйрәтеүҙе, ҡалаларҙағы парк зоналарын, ҡала янындағы тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлап ҡалыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Сарала ҡатнашыусылар һепертке, көрәк, тырма, тоҡ менән тәьмин ителә.
Акция 25 сентябрҙә Өфөнөң Октябрь районында башланды. Унда Өфөнөң эшҡыуарлыҡ, экология һәм дизайн колледжы, 1-се педколледж, Өфө радиоэлектроника колледжы уҡыусылары һәм уҡытыусылары, Октябрь районында йәшәүселәр – бөтәһе 150-нән ашыу кеше ҡатнашып, «Башҡор­тостан» сауҙа үҙәге эргәһендәге урман-парк зонаһын сүп-сарҙан таҙартты.
Республика акцияһында бөтәһе 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашып, алты тоннанан ашыу сүп-сар йыйҙы.
Ойоштороусылар, акцияны бөтә республика халҡы күтәреп алыр, ҡатнашыр тип өмөтләнә. Тәбиғәтте һаҡлау, ял итеү урындарын сүп-сарҙан таҙартыу кешеләрҙең үҙҙәренә кәрәк. Республиканың уникаль тәбиғәтен һаҡлап ҡалыу – беҙҙең уртаҡ бурыс.


Т. АМАНОВ.
Ю. КӘРИМОВ фотоһы.





Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


Вернуться назад