RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

29.06.2012 Танышыу

Танышыу
“40 йәштәрҙәге эшлекле, төҫ-башҡа һөймәлекле башҡорт ҡатын-ҡыҙы 40 – 50 йәштәрҙәге ир-егет менән танышырға теләй. Күсеп барырға ризамын”.
Һуңғы көндәрҙә күңеле буштан-бушҡа болоҡһоп, ҡулына эш бармаған Ғәйнисламдың күҙе ошо иғланға төшөү менән йөрәге тыпырсынып китте. Һәр саҡ бил ҡайышында йөрөткән телефонын сығарып, тиҙ генә иғландағы һандарҙы йыйҙы. “Алло-оу!” – тигән яғымлы тауыштан күңеле майҙай йомшарҙы. Таныш­тылар. Исеме Рәйсә икән, ауылдан. Осрашыу көнөн билдәләнеләр. “Һинең маши­наң бармы ул?” – Рәйсәнең был һорауы Ғәйнисламдың әҙерәк күңелен төшөрҙө, шулай ҙа белдермәне: “Эйе, бар!” – тип ихлас яуап биреп маташты. “Улайһа мине автовокзалдан килеп алырһың әле, йәме!”
Яҡын күреп “һин” тип өндәшеүҙәнме, әллә биш йылға яҡын яңғыҙ йәшәп, ҡатын-ҡыҙ наҙына һыуһауҙанмы – был ябай ғына һөйләшеү Ғәйнисламдың күңелендә оло өмөт утын тоҡандырҙы. Ир татлы хыялдарға бирелде...
Ниһайәт, һүҙ ҡуйышҡан көн килеп етте. Ғәйнислам ауыҙ эсенән күңелле генә бер көйҙө көйләй-көйләй ҡырынды, кисә кистән үтекләп ҡуй­ған шәкәрҙәй аҡ күлдәген кейҙе. Галстук та тағырғамы икән, тип уйланып торҙо ла, үҙенең етди өмөттәр бағлауын белдермәҫкә була, галстугын кире элде, өҫкө төймә­ләрен ысҡындырҙы. Яратҡан одеколонын һөрткәс, көҙгөгә күҙ һалды. Унан уға оҙон буйлы, ҡуңырт йөҙлө, әллә ни сибәр булмаһа ла, ҡарар күҙгә һөймәлекле генә ир баш һелкте. Үҙенең донъяһына тағы бер тапҡыр күҙ йүгертте. Йорто бай йыһаздар менән тулмаһа ла, таҙалыҡ-тәртип яратҡан­ға күрә һәр нәмә үҙ урынында, бер бөртөк саң әҫәрен дә күрмәҫһең. Барыһынан да ҡәнәғәт булып, ир “девятка”һында автовокзалға елдер­ҙе.
Шығырым тулы халыҡ араһынан сирень төҫөндәге күлдәк кейгән ҡатын айырылып сыҡты ла уның машинаһына табан атланы. Аймылышып ҡуймаҫ өсөн Ғәйнислам машинаһының маркаһын, төҫөн һәм һандарын әйтеп ҡуйғайны. Ир машинаһынан сыҡты. ҡатындың атлап килеше, һын-килбәте – барыһы ла күңелендә йөрөткән затҡа тура килә лә кеүек, тик сәстәре... Ғәйнислам Рәйсәне, оҙон сәстәрен өҫкә күпертеп йыйып ҡуйғандыр, тип күҙ алдына килтергәйне, ә уныҡы ҡыҫҡа булып сыҡты. Бындай ҡатын-ҡыҙҙы бик өнәп еткермәй ул, ялҡаулыҡ билдәһе тип иҫәпләй. Бер гүзәл затҡа быны әйткәйне лә әле, уныһы: “Оҙон сәсте ни йыйҙың да ҡуйҙың, ә ҡыҫҡа сәсте тәрбиәләүе ҡыйыныраҡ. Шуға ҡыҫҡа сәслеләрҙе ялҡау тиеү дөрөҫ түгел!” – тип уның менән бәхәсләшеп маташһа ла, фекере үҙгәрмәне.
Рәйсә килеп етте, ихлас йылмайып, ҡул биреп күреште. Йылмайыуы матур икән. Машинаға инеп ултырғас та: “Мине почта бүлексәһенә алып бар әле, бер йомошом ғына бар ине!” – тигәс, Ғәйнислам: “Йүнсел ҡатын-ҡыҙ икән, бер юлы эшен дә бөтөрмәксе”, – тип уйлап, “выжт” итеп әйткән урынға алып барып та еткерҙе. Бүлексәнән ҡатын ярты сәғәттән ашыу көттөргәс кенә килеп сыҡты. Сыҡты ла: “Ой, минең баҙарға бараһым бар ине, ҡыйын булһа ла, шунда ла һуғылайыҡ әле!” – тип йән иретерлек итеп йылмайғас, кәйефе ҡырыла башлаған Ғәйнислам, һиҙҙермәҫкә тырышып, был теләген дә һүҙһеҙ үтәне, етмәһә, саҡырырға уйлаған кафе ла алыҫ түгел, тип уйланы. Ярай әле был юлы 15 минуттан артыҡ көтөргә тура килмәне. Тик ҡатынды килешһеҙерәк кейемле ҡолғалай бер ирҙең оҙатып ҡалыуы һағайтты. Рәйсә машинаға инеп ҡунаҡлау менән, тағы ла баяғыса бит остарында осҡондар уйнатып: “Ғәфү ит инде, тағы бер урынға ғына барып киләһе ине”, – тип күҙҙәренә төбәлеп йылмайып ҡарағас, Ғәйнисламдың кире ҡағырға баҙнатсылығы етмәне – ҡатынды әйткән урынға илтеп ҡуйыуҙан башҡа сараһы ҡалманы. Кафенан да, унда саҡырыу уйынан да алыҫлашҡайны ул. Был юлы Рәйсә оҙаҡланы. Ярты көнгә генә эштән һорап киткәнгә күрә Ғәйнислам борсола төштө. Китеп барыр ине, уңай­һыҙ кеүек. ҡатын артынса ике ҡатлы бинаны урап инәйем тиһә, Рәйсә тупһала бер ир менән йылмайышып гәп һата, имеш! Үртәлеп: “Рәйсә, әйҙә киттек!” – тип өндәшкәйне, тегеһе ыңғайламаны ла. Шунда ғына Ғәйнисламдың башына барып етте – моғайын, иғлан буйынса шылтыратыусы бер ул ғына булмағандыр! Бынан асыуы ҡабарып: “Йә, кемебеҙҙе һайлайһың инде?” – тип өндәште. ҡатындың йөҙөнә ҡуйы ҡыҙыллыҡ йүгер­ҙе, ҡапыл иҫкән елдән сәстәре туҙып китте.
“Булманы!” Хыялдағы гүзәл зат тигәненең шундай түбән булыуы, өмөттөң гәлсәр кеүек селпәрәмә килеп вайралыуы Ғәйнисламдың яңағына сапҡандай булды – ир ҡул һелтәп китеп барҙы.
Бына һиңә иғлан аша танышыу!..

Айгөл ИҘЕЛБАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”