RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Кәмһетелгәндәр һәм үгәйһетелгәндәр

20.04.2012 Кәмһетелгәндәр һәм үгәйһетелгәндәр

Зыя Юлмөхәмәтовтың «Йәшлек»­тәге мәҡәләһен уҡығас, йөрәгем төбөндә ятҡан һыҡраныу һәм һыҙланыуҙар өҫкә ҡалҡып сығып, ҡулыма ҡәләм алырға этәрҙе.
Мин дә атайым һуғышҡа киткәндә дүрт бала араһында бер малай булып, әсәйем мәрхүмәнең итәгендә тороп ҡалғанмын. Атайым Шәрәфетдин Мәхмүтдин улы Мәхмүтов 112-се Башҡорт атлы дивизияһына алынып, шуның составында һуғышып йөрөп, хәбәрһеҙ юғалды, тигән ҡағыҙ алдыҡ. Шулай итеп, атайһыҙ ҡалып, күп михнәт, йәберләү, туҡмалыу күреп үҫелде. Бергә үҫкән малайҙар күмәкләп, һинең атайың юҡ, тип туҡмай торғайны. Лесниктар урман­ға ебәрмәй, бәләкәй сана менән утынға барһаң, утыныңды ауҙарып, әрләп ҡайтарырҙар ине. Колхоз бригадир-ҙары эшләгән эшеңә норма яҙмай, ғаиләгә 100 − 120 күбә задание һалып, уны тултырмайынса бесән әҙерләргә ер бирмәй интектерҙе. Мин, ат башына эшкинеп килгән малай, яҙын ат һуҡаһы менән ер һөргәндә, йәйен күбә тарттырғанда нимә етте шуның менән туҡланып, әтлек ашап, колхозда эшләп йөрөнөм.
Ил өҫтөнә төшкән ауырлыҡты беҙ, малай-шалайҙар ҙа, бар хәлебеҙсә күтәрештек.
Йылдар үтә-үтә, һуғыш бөтөп, ауылға яугирҙар ҡайта башланы. Тормош яйлап булһа ла үҙгәрә барҙы. Әммә етемлек үҙен һиҙҙерҙе. Үгәйһетелгән быуын балаларының йөҙҙәре яҡты була алманы − атай ҡурсалауынан мәхрүм ҡалды. Һуғыштан һуңғы йылдар ауыр булһа ла, теш ҡыҫып төшөнкөлөккә бирелмәй, атай исеменә тап төшөрмәй йәшәйһе ғүмер юлы алда ине. Өлкән апайым Мәҫкүрәнең һандығының төбөндә һаҡланған атайымдың хаты ҡулыма ир етеп, балалар үҫтереп йәшәп ятҡанда ғына килеп эләкте. 1942 йылдың 20 сентябрендә яҙған хатының һуңғы юлында алты йәшлек улына: «Әфләх улым, донъя һиңә ҡала. Яҡшы көт!» − тип яҙған булған. Үлем хәбәрен 1943 йылдың авгусында ишеттек. ҡайһы ерҙәндер хәрби госпиталдән атайымдың операция барғанда үлеп ҡалыуы тураһында медицина ҡарары булған. Шул ҡағыҙҙы Асҡар ауылынан килгән бер ағай алып китеп юғалтҡан. Йәнәһе, ул да шул госпиталдә ятҡан булған. Шулай итеп, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се полкы яугиры Шәрәфетдин Мәхмүтов эҙһеҙ юғала. Мәскәү, Подольск, Калининград ҡалаларындағы хәрби архивтарға ебәргән һорау-ҙарыма «Красноармеец Шарафутдин Махмутов не числится» тип кенә яуап бирҙеләр. Шулай итеп, атайҙың эҙен таба алманым. Әммә шулай ҙа өмөтөмдө өҙмәнем. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының политбүлегендә хеҙмәт иткән яҙыусы Әхтәм Ихсанға мөрәжәғәт иттем. Ул миңә: «Атайың тураһында өс тапҡыр «ҡыҙыл атлылар» гәзитендә мәҡәлә сыҡҡан, уның тураһында дөрөҫ мәғлүмәт ебәр. Мин «Саҡма тояҡ аттарҙа» тигән китабыма индереп ебәрермен», – тигәйне. Мин уға яуап ебәрмәнем. Һуңғы йылдарҙа Өфөнөң Дим районында асылған дивизияның музейында ҡалған алты гәзит араһында уның ике мәҡәләһен таптым.
1942 йылдың октябрь һанында «ҡыйыулыҡ һәм мастерлыҡ» тигән баш аҫтында шундай юлдар бар: «Һуңғы һуғыштарҙың береһендә ҡыҙылармеецтар Ишбаев, Сәмемшин ауыр минуттарҙа ла ҡаушамай гел алға барҙылар. Сержант Архипов был һуғышта ике немецты, ҡыҙылармеец Йыһангиров өстө, Мәхмүтдинов Шәрәфетдин өстө, сержант Сәйетғәлин ППШ-нан атып өс фашисты үлтерҙе».
ҡаһарман Сәйетғәлин Юлдаш ауылынан, атайымдың иптәше булған. Атай тураһында унан һорашып, күп нәмә белдем. ҡаһарман ағай, атайым яралы булғас, санитарға биреп ебәргән, шунан аҙаҡ ул атайҙың хәлен белмәй. ҡәҙерле кешемдең 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се полкының 3-сө эскадрон кавалерисы булып 2,5 йыл һуғышып йөрөп, эҙһеҙ юғалыуына ышанманым. Миңә, дүрт бала атаһы кешегә, олаталары тураһында белергә бик тә кәрәк ине.
Атайһыҙ үҫһәк тә, бирешмәнек. Үҙем бер йыллыҡ ауыл хужалығы училищеһын тамамлап, тракторҙа, комбайнда 20 миҙгел эшләнем. Бәләбәй ауыл хужалығы техникумын тамамлап, диплом алып, һуңғы 20 йылын Йәнгел урта мәктәбендә производство нигеҙҙәре уҡытыусыһы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым.
Бөйөк Ватан һуғышы эҙҙәре уңалды ла инде. Халыҡ етеш йәшәй башланы. Атайҙарҙың йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтермәҫ өсөн бар хәлебеҙсә халыҡ менән аралашып йәшәргә тырышабыҙ. Хәләл ефетем Рәйләнең дә атаһы яу яланында хәбәр­һеҙ ятып ҡалды. Аллаға шөкөр, үҙемә – 76, әбейемә 72 йәш хәҙер. ҡарт олатай, өләсәй булып үҙ нигеҙебеҙҙә ғүмер кисерәбеҙ. Икебеҙ ҙә − хеҙмәт ветераны.
Олоғая барған һайын бала саҡта күргән михнәттәргә йөрәк әрней, бына шуға ла Зыя Юлмөхәмәтовтың яҙған мәҡәләһен уҡып, тағы һыҡрандым. ҡәһәрле һуғыш яланында ятып ҡалған яугирҙарҙың да балалары һирәк ҡалды. Беҙҙең тыуған ауылыбыҙ Рыҫҡужанан һуғыш яланында 43 яугир ҡорбан булды. Хәҙер ауылда шулар-ҙың балалары ни бары унлап кеше ҡалдыҡ. Атай ҡуйынында үҫеп буй еткереп, төрлө юлдар менән етәксе урындарға барып эләккәндәр һуғыш осоронда етем ҡалған балаларҙың зарын ишетһә ине. Ауыл ерҙәрендә күп халыҡ әҙ пенсия алып, осон-осҡа ялғап еткерә алмай йәшәгән ваҡытта яу яланында ятып ҡалған атайҙар өсөн пособие алып, ҡалған ғүмерҙе аһ-зарһыҙ үткәрергә яҙһын ине.
Әфләх МӘХМҮТОВ.

Әбйәлил районы,
Йәнгел ауылы.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған