RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Иң күп кеше үлеменә килтергән карап фажиҒӘЛәре

13.04.2012 Иң күп кеше үлеменә килтергән карап фажиҒӘЛәре

Бар кешелекте тетрәндерерлек фажиғәләр тураһында, үкенескә күрә, йыш ҡына ишетәбеҙ. Поездар бәрелешә, шартлай, самолеттар ҡолай, автомобилдәр һәләкәткә осрай, караптар бата... Былтыр “Болғар” теплоходы ла үҙе менән һыу аҫтына әллә күпме кешенең ғүмерен алып китте, меңәрләгән кешене ҡан илатты. Ә тарихҡа күҙ һалһаң, һыуға батыусы караптарҙың һәм уларҙа һәләк булыусыларҙың һаны күңелде шомландыра.
1. “Армения” теплоходында 5 меңдән 7 меңгә тиклем кешенең ғүмере өҙөлә.
“Армения” пассажир-йөк теплоходы 1928 йылда Ленинград ҡалаһында эшләнә. 1941 йылдың 7 ноябрендә ҡырым ярҙары буйында немец авиацияһы тарафынан батырыла.
2. 1987 йылдың 20 декабрендә “Вектор” танкеры менән бәрелешкәндән һуң “Донья пас” карабында 4 375 кеше һәләк була.
3. 1917 йылдың 6 декабрендә Галифакс ҡалаһында шартлатҡыстар тейәгән “Монблан” француз хәрби транспорты менән “Имо” Норвегия карабы бәрелешкәндән һуң 1 950 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан. Көслө шартлау һөҙөмтәһендә порт һәм хатта ҡаланың байтаҡ өлөшө емерелә. Шартлау һәм янғында 2 меңгә яҡын кеше үлә, 9 меңгә яҡын кеше төрлө йәрәхәттәр ала, 25 000 кеше йәшәр урынһыҙ тороп ҡала.
4. “Йоола” карабында 1863 кеше бата.
Сенегалдың дәүләт борамы 2002 йылдың 26 сентябрендә Гамбия ярҙары буйында түңкәрелә. Был фажиғәлә 1863 кеше һәләк була.
5. 1865 йылдың 27 апрелендә Миссисипи йылғаһы буйлап йөҙгәндә дүрт ҡаҙандың береһе шартлау сәбәпле “Султана” пароходы һыу аҫтына китә һәм 1800 кешенең ғүмере өҙөлә.
6. 1914 йылдың 29 майында сираттағы рейсҡа сыҡҡан “Эпмпресс оф Айрленд” Норвегияның “Струдстадт” күмер ташыу­сы судноһы менән бәрелешеп, 1 012 кешенең ғүмере өҙөлә.
7. 1994 йылдың 27 сентябре төнөндә, тулҡындарға һуғылыуҙан бер яҡҡа ҡыйшайып һәм трюмдарына һыу тулып, “Эстония” борамы бата һәм үҙе менән 852 кешенең ғүмерен алып китә.
8. 1915 йылдың 24 июлендә “Истланд” пассажир судноһы стихияла ҡаза күреүҙән һыу төбөнә китә һәм 845 кеше батып үлә.
9. 1986 йылдың 31 авгусы − ҡара диңгеҙҙә Новороссийск янында “Адмирал Нахимов” круиз лайнеры һәм “Петр Васев” исемле йөк ташыусы карап бәрелешә. һөҙөмтәлә 8 минут эсендә “Адмирал Нахимов” судноһы һыу аҫтына китеп, 600 кешенең ғүмере өҙөлә.
11. 1852 йылдың 26 февралендә ғәскәр­ҙәрҙе күсереү ваҡытында Көньяҡ Африканың Кейптаун ярҙарында батҡан “Биркенхед” судноһында 460 кеше һәләк була.
12. “Мэри Роуз” карабы Солент боғаҙын ҡотҡарырға барғанда фажиғәгә тарый һәм 400 моряк бата.
13. 1983 йылдың 5 июнендә “Александр Суворов” совет теплоходы Волга аша үткәндә сигнал уттары булмаған күпергә бәрелә. Һөҙөмтәлә 176 кеше һәләк була.

Самат ҡОТЛОЕВ әҙерләне.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған